Все новости
Беҙҙең әңгәмә
23 Ноября 2018, 12:24

ҠАТЫН-ҠЫҘ — УЛ ДОНЪЯ ТОТҠАҺЫ

Гәзиттә төрлө темаға арналған түңәрәк өҫтәлдәр йыш сыға. Сираттағы һөйләшеүебеҙ Әсәләр көнөнә арналды. Әңгәмәгә Таймаҫ ауылынан өс бала әсәһе Татьяна Исҡужина, Күмертауҙан ике бала әсәһе Гөлнара Сәлихова һәм дүрт балаға ғүмер бүләк итеүсе Рәмилә Бәширова килде. Властан дә ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырғайныҡ, ҡыҙғанысҡа, килә алманылар, шулай ҙа үҙҙәренең фекерҙәрен әйттеләр. Ә ваҡыт табып һөйләшеүгә килгән әсәйҙәргә ҙур рәхмәт.

Гәзиттә төрлө темаға арналған түңәрәк өҫтәлдәр йыш сыға. Сираттағы һөйләшеүебеҙ Әсәләр көнөнә арналды. Әңгәмәгә Таймаҫ ауылынан өс бала әсәһе Татьяна Исҡужина, Күмертауҙан ике бала әсәһе Гөлнара Сәлихова һәм дүрт балаға ғүмер бүләк итеүсе Рәмилә Бәширова килде. Властан дә ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырғайныҡ, ҡыҙғанысҡа, килә алманылар, шулай ҙа үҙҙәренең фекерҙәрен әйттеләр. Ә ваҡыт табып һөйләшеүгә килгән әсәйҙәргә ҙур рәхмәт.


Малик Ильясов: Һуңғы йылдарҙа төрлө яңы байрамдарҙы уйлап сығаралар. Бына Әсә көнө тигән байрамды булдырҙылар. Һеҙҙеңсә тормошта әсәләргә һәр ваҡыт та иғтибар бармы, әллә ошолай Әсә көнөндә, 8 мартта ғына ҡатын-ҡыҙҙар барлығы иҫкә төшәме?

Гөлнара Сәлихова: Шулай шул. Байрам етһә генә аҙыраҡ иғтибар күрһәтелә, йә власть органдарында ултырған түрәләрҙең үҙҙәренә кәрәкһә, иҫтәренә төшөрәләр.

Малик Ильясов: Улай ҡәтғи әйтеү дөрөҫ булырмы икән? Төрлө пособиелар, ташламалар, әсәлек капиталы, яңғыҙ бала тәрбиәләүсе әсәләргә түләү кеүек ярҙамдар ҙа бар бит?

Татьяна Исҡужина: Мин 8 йыл элек яңғыҙ әсә ролендә булдым. Айына 250 һум түләнеләр. Был аҡылға һыйырлыҡмы?

Рәмилә Бәширова: Балаға памперсҡа ла етмәй бит ул аҡса.

Гөлнара Сәлихова: Инвалид бала ҡараған өсөн 6325 һум түләйҙәр. Был сумма йәшәү минимумына ла етмәй. Ошо мәсьәлә буйынса был аҙнала республикала инвалид балалар тәрбиәләгән әсәләр Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбировҡа ла ҡабул итеүгә барҙылар.

Малик Ильясов: - Нисек уйлайһығыҙ Башлыҡ был мәсьәләне хәл итерме?

Гөлнара Сәлихова: РФ президенты В. Путинға ла сыҡтылар был һорау менән. Был түләү федераль ҡаҙнанан, шулай уҡ һәр төбәктең үҙенең ниндәйҙер өҫтәмә түләүе бар, тип яуап ҡайтарғайнылар. Ә беҙҙә федеральдағы ғына аҡсаны түләйҙәр, ҡалған өҫтәмәһе юҡ.

Малик Ильясов: Улай булғас, ҡайһы бер төбәктәрҙә был түләү, беҙҙәгенә ҡарағанда, күберәк килеп сығамы?

Гөлнара Сәлихова: Шулай сыға инде. Инвалид бала ҡараған башҡа ҡалаларҙағы әсәләрҙән, сит ерҙә өс тапҡырға күбрәк алалар, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар.

Малик Ильясов: Ҡыҙыҡ картина килеп сыға. Башҡортостанда инвалид бала ҡараған әсә бер төрлө аҡса алһа, башҡа ерҙә күберәк ала. Ундағы әсәгә аҡса күберәк кәрәк тә беҙҙәгеләргә аҙыраҡ кәрәк килеп сыға, был ғәҙелме?

Татьяна Исҡужина: Региондарҙың хәленә ҡарап түләнәлер, моғайын. Ҡайҙалыр туризм үҫешкән, икенсе ерҙә башҡа нәмә. Тимәк, бюджеттарын тулыландырыу буйынса улар уңышлы эшләй.

Малик Ильясов: Телевизор тапшырыуҙарында күпселеген сит ил насар, ә беҙҙә һәйбәт, тип күрһәтәләр. Мәҫәлән, бер илдә күп балалы ғаиләләр коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәй, етмәһә, уларға 45 мең һум самаһы аҡса түләйҙәр. Австралияла бала тыуғандан һуң бер тапҡыр 239 мең һум аҡса бирәләр, балалар баҡсаһы бушлай. Германияла балалар пособиеһы 18 йәшкә тиклем 194 евро. Шуға өҫтәп, хөкүмәт 1,5 ярымға тиклем тағы 150 евро түләй.

Гөлнара Сәлихова: Бына беҙҙең хәлдәге балаға инвалидлыҡ буйынса 14 меңдән артыҡ пенсия һәм миңә тәрбиәләп ҡараған өсөн 6 меңдән күберәк түләйҙәр. Бер ике йыл балалар аҡсаһы түләнеләр ҙә, хәҙер, артыҡ күреп, шуны ла түләмәй башланылар.

Малик Ильясов: Дәүләт думаһы депутаты Ольга Баталина әсәлек капиталын үлтереп маҡтай. Бындай түләү, йәнәһе, бер ҡайҙа ла юҡ. Һуңғы ваҡытта бер чиновник ханым, һеҙ баланы үҙегеҙ өсөн табаһығыҙ, дәүләт һеҙгә бер нәмә лә тейеш түгел, тип белдерҙе. Һарытау яҡтарында берәү, һеҙ бер нәмә лә ала алмағас, тимәк әҙ эшләйһегеҙ, аҡсағыҙ шуға юҡ, тип тә әйтте. Дәүләт һеҙгә бер нәмә лә тейеш түгел, һеҙ үҙегеҙ өсөн бала табаһығыҙ, тигән һүҙҙәр һуңғы ваҡытта ныҡ таралды. Ошоноң менән килешәһегеҙме?

Гөлнара Сәлихова: Былай ҙа ярҙам итергә ашығып бармайҙар. Бына минең балаға 13 йәш, беҙ ауырыуы буйынса бер ҙә санаторийға барғаныбыҙ юҡ. Ҡайҙа барһаҡ та беҙ үҙебеҙҙең көс менән, үҙебеҙгә генә ышанып йөрөйбөҙ.

Малик Ильясов: Бар ерҙә лә түләргә. Мәктәпкә бир, дауахана түләүле. Уйлап ҡараһаң ҡыҙыҡ, үҙебеҙ өсөн тапҡан балаларҙы нишләп улайһа әрмегә ебәрәбеҙ һуң?

Татьяна Исҡужина: Үҙегеҙ өсөн табығыҙ баланы, тигән кешеләр дауаханаға бара, унда бит үҙе өсөн тапҡан кешенең балаһы ошо hүҙҙәрҙе әйтеүсене дауалаясаҡ. Беҙ үҙебеҙ өсөн генә түгел, ә бөтәбеҙ өсөн дә бала табабыҙ.

Малик Ильясов: Бына һеҙ күп балалы әсәләр. Өсөнсө балағыҙ тыуғас, ер участкаһы алдығыҙмы?

Татьяна Исҡужина: Алманыҡ. Теркәү буйынса бирәләр бит ерҙе. Беҙҙең Таймаҫта йортобоҙ бар. Икенсе ерҙән, мәҫәлән, Ермолаевонан алғы килә.

Малик Ильясов: Барыһына ла Ермолаевонан биреп бөтөп булмай бит.

Гөлнара Сәлихова: Бирмәйҙәр шул. Бына хәҙер инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә лә участка алыуы ҡыйын. Элек бирәләр ине, хәҙер уларҙың талаптары буйынса алыуы ныҡ ауыр.

Рәмилә Бәширова: Беҙ 2005 йылда Имәнлек ҡасабаһынан төҙөлөш өсөн ер алдыҡ.

Малик Ильясов: Бында барыбыҙ ҙа ауылда тыуған балаларбыҙ. Бына һеҙ ҡалаға килгәс, ауырлыҡтар булдымы, ниндәй ҡыйынлыҡтарға тарынығыҙ?

Гөлнара Сәлихова: Атай-әсәйҙәр ярҙам итте, рәхмәт уларға. Хәйер, әлеге ваҡытта аҙмы-күпме пенсия алған атай-әсәйҙәрҙең ярҙамы булмаһа, йәшәүе ауырға тура килер ине.

Рәмилә Бәширова: - Беҙгә лә, ҡыйынлыҡтар булманы, тиһәк тә, була, атай-әсәйҙәр ярҙам итте.

Татьяна Исҡужина: Миңә ауыр булды. Күмертау педагогия училищеһын уҡып бөткәс, эш тапмай ныҡ ыҙаландым. Күмертауҙа ла, районыбыҙҙа ла эш тапмағас, хатта Федоровка районына барып сыҡтым. Аҙаҡ ҡаланың бер мәктәбендә түңәрәк алып барҙым, айына ике мең һум түләнеләр. Йәй айҙарында лагерҙа эшләнем. Бигерәк тә, беренсе эш хаҡын алғансы ҡыйын. Ҡуртымға фатир алырға ла аҡса юҡ. Йәшәргә урын юҡ, аҡса юҡ. Ул алған аҡса ла юлға китеп бөтә торғайны. Әлеге кеүек телефон юҡ, барырҙай, ярҙам һорарҙай туғандар юҡ. Әле Аллаға шөкөр, ныҡлы терәгем - ирем бар. Һөйөнөп туя алмаған өс балабыҙ бар. Әгәр ҙә ышаныслы ирең булһа, ҡуркмай бала табырға була.

Рәмилә Бәширова: Ирҙәрҙән дә, ҡатындарҙарҙан да күп нәмә тора. Хәҙер ирҙәр ситтә эшләй. Ғаиләләр тарҡала, балалары ата тәрбиәһе күрмәй үҫә.

Гөлнара Сәлихова: Уны әйтеп тораһы ла юҡ инде. Ирҙәрҙең яртыһы ситтә. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа китә башланы бит. Кемде генә алма - барыһы ла ситтә эшләй.

Малик Ильясов: Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ситтә эшләгәндәрҙең һаны 300 мең, тип яҙалар республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбировҡа. Быға тиклем, 110 мең, тиҙәр ине. Хәҙер кем ҡайҙа йөрөгәнен белергә тигән фарман бар.

Татьяна Исҡужина: Ауылда буш торған өйҙәр артҡандан–арта бит. Ауылда өйҙәре буш тора, ә үҙҙәре ҡайҙалыр ваҡытлыса фатирҙа йәшәй килеп сыға инде.

Гөлнара Сәлихова: Бар өмөт ваҡытлысағы яңы Башлыҡта. Республикабыҙҙа производстволар асып, ирҙәрҙе ситтән ҡайтарырға.

Татьяна Исҡужина: Ситтән киләләр ҙә эш асалар. Ә беҙҙекеләр шул эште башҡара алмаймы ни?

Рәмилә Бәширова: Яңы эш урындары асыу көн үҙәгендә булырға тейеш. Хатта асырға ла түгел, ә ситтән килеп эш асып йөрөгәндәрҙе ҡыуырға ла үҙебеҙҙекеләргә эш урыны бирергә кәрәк.

Малик Ильясов: Быны бизнес, тип әйтәсәктәр. Конкурс иғлан итәләр ҙә кемдәр тендерҙы ота шулар үҙҙәренә ала эште. Сөнки закон буйынса конкурста отҡандар эшләргә тейеш. Быны коррупция булмаһын өсөн, шулай эшләнеләр.

Гөлнара Сәлихова: Хаҡы арзаныраҡ булған компания оталыр ҙа, ә сифаты нисек була һуң?

Рәмилә Бәширова: Аҙаҡ аҡса етмәй, тип эште тамамлай алмай йонсойҙар.

Малик Ильясов: Ҡыҙҙар, һеҙ ир-егеттәр эшләргә, ғаиләне ҡарарға, ә ҡатын-ҡыҙҙар бала тәрбиәләп, өй йылыһын һаҡлап ултырырға тейеш тигән фекергә нисек ҡарайһығыҙ?

Рәмилә Бәширова: Дөрөҫ, ир аҡса эшләргә тейеш.

Гөлнара Сәлихова: Хәҙер түләүҙәр күп, ирҙең аҡсаһы ғына етмәй шул. Ғаиләне ҡарарға кәрәк, шуға ҡатындар ҙа эшләй.

Татьяна Исҡужина: Бына мин Таймаҫтан Зәк-Ишмәт ауылына үҙемдең машинамда мәктәпкә йөрөп эшләйем. Әлдә тормош иптәшем бар, тип ҡыуанам. Сөнки техниканың йә майы бөтә, йә берәй нимәһе боҙола. Ирҙәрһеҙ булмай был тормошта. Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлләйем, автосервисҡа барһа аҡсаһын һыпырып алып ҡалалар. Башҡа ерҙәрҙә лә алдарға ғына торалар. Ә ирҙәр, ни тәһәң дә, донъя көткәндә төплөрәк тотона.

Малик Ильясов: Һуңғы 20 йыл эсендә яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар һаны өс тапҡырға артҡан. Ә бының сәбәбе нимәлә һеҙҙеңсә? Хәҙер әсә тигән һүҙҙе әйткәндә ике өс баланы эйәрткән яңғыҙ ҡатын күҙ алдына килеп баҫа түгелме.

Татьяна Исҡужина: Һәр кем аҡ саптарҙа елеп килгән принцын көтөп ултыра. Тик тормошта улай булмай. Иләгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, өлөшөңә төшкән көмөшөң менән килешеп йәшәргә кәрәк. Шул килешеү булмағанлыҡтан, ғаиләләр тарҡала. Яңғыҙ бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр һаны арта.

Гөлнара Сәлихова: Ул бер бөгөн башланған проблема түгел, күптәндән килә. Хәҙерге ирҙәрҙең күпселеген яңғыҙ әсәләр тәрбиәләп үҫтергән. Ундайҙарҙың башында ғаилә тигән уй ҙа юҡтыр. Улар, бәлки, ысын ир ҙә була белмәйҙер.

Рәмилә Бәширова: Яуапһыҙ ир-егеттәр ҙә хәҙер етерлек.

Татьяна Исҡужина: Хәйерселектән сығып булмай. Шуны бөтөрөр өсөн ил етәкселәре нимәлер эшләргә тейештер, моғайын. Беҙҙә ҡайҙа ҡарама ҡытай әйберҙәре. Үҙҙәренең сүп-сарҙарынан эшләгән сифатһыҙ әйберҙәрен беҙҙә һаталар. Производстволар юҡ, бюджет тулмай, шуға беҙҙә пособиелар түбән. Хәҙер ҡаҙнаны тултырырға юл таптылар. Пенсия йәшендәгеләрҙең аҡсаһына бюджет байыталар.

Малик Ильясов: Элек күп балалы ғаиләлә үҫкән кешеләр ҙә юғары белем ала ине. Шундай ғаиләлә үҫкән бер таныш ҡатын, әгәр бөгөнгө заман булһа, беҙ юғары уҡыу йортонда уҡый алмаҫ инек, ти. Хәҙер уҡыу йортонда бюджетҡа эләгеүе ныҡ ауыр, ә түләүлеһе ныҡ ҡиммәт.

Рәмилә Бәширова: Беҙҙең бөгөнгө эш хаҡы менән ҡайҙа уҡырға кермәк кәрәк? Ә бюджет бүлектәре йылдан-йыл ҡыҫҡартыла.

Гөлнара Сәлихова: Хәҙер мәктәпкә, балалар баҡсаларына аҡса күп йыялар, тип тә зарланалар. Етмәһә, түләүле өҫтәмә дәрестәргә лә йөрөтөргә мәжбүрбеҙ. Мәктәптәрҙә аутсорсинг хәҙер. Бында ла үҙҙәренең етешһеҙлектәре етерлек. Йыйыштырыусы юҡ, ашау ҙа ныҡ сифатһыҙ, тиҙәр.

Малик Ильясов: Балалар тураһында шуны әйтергә була. Малайҙарҙы 18 йәшкә тиклем берәү ҙә ҡайғыртмай. Ә 18 йәше тулып, әрмегә ваҡыты етһә, йүгерә башлайҙар. Медиицна күҙәтеүе үткәрәләр, һаулығын тикшереп, әрмегә әҙерләйҙәр. Ә ниңә иртәрәк ҡайғыртмаҫҡа балалар һаулығын? 18 йәштә һуң булыуы ихтимал бит.

Гөлнара Сәлихова: Сөнки бушлай һине берәү ҙә ҡарамаясаҡ. Дауаханаға ҡабул итеүгә барһаң, белгестәргә бушлай күренеү өсөн иң аҙы ике аҙна көтөр кәрәк, тиҙәр. Ә һиңә бит бөгөн ҡыйын, ә алдан яҙылып ҡуйыр инең ике аҙнанан һуң ауырырыңды ҡайҙан беләһең? Кеше ике аҙна эсендә үлеп тә китеүе ихтимал. Ә беҙҙең халыҡ аяғынан тәгәрәмәйсә табипҡа күренмәй.

Татьяна Исҡужина: - Күптән түгел минең дә тешем һыҙланы. Ермолаевоға шылтыратһам, теш һура торған табип эштән китте, тиҙәр. Күмертауға шылтыратһам, сәғәт 1-гә хәтлем генә ҡабул итәләр. Төштән һуң түләүле, тиҙәр. Ошо эшһеҙлек заманында мин бер ҡайҙа ла эшләмәйем, аҡсам юҡ икән, ул саҡта нишләргә? Әгәр яңғыҙ әсә булһаң, аҡсаң булмаһа, ят та үл, әсәй, килеп сыға.

Рәмилә Бәширова: Был осраҡта ла күп балалы әсәйҙәргә ташламалар юҡ бит. Хәҙер мәғарифте лә, һаулыҡ һаҡлауҙы ла комерсияға әйләндереп бөттөләр.

Гөлнара Сәлихова: Табиптарға операция яһаған өсөн дә бит ҡулдарына аҡса бирәләр. Беҙ ауыл балалары бар нәмәгә лә ышанабыҙ, бер нәмә лә белмәйбеҙ. Миҫал өсөн, уҙемдең беренсе балам менән шулай булды ла инде. Әгәр белһәм , шунда бала табырға кредит булһа ла алып килер инем.

Малик Ильясов: Һуңғы ваҡытта ғаилә институты статусы төштө түгелме? Элек өйҙә ғауға булһа ла етәкселәр ғаилә менән һөйләшеп хәл итә торғайны. Элек шуның арҡаһында айырылышыуҙар ҙа бик булмаған бит.

Татьяна Исҡужина: Ундай замандарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Хәҙер телевизорҙа ла теләһә нимә күрһәтәләр. Балаларға ғын атүгел, ә ата-әсәләргә лә бер ниндәй тәрбиә бирерлек тапшырыуҙар юҡ. Кем айырылышҡан, балаһын ташлап киткән кеүек тапшырыуҙар күрһәткәнсе, матур донъя көткән ғаиләләр тураһында тапшырыуҙар йышыраҡ булһын ине.

Малик Ильясов: Беҙ ауылда икенсе тәрбиә менән үҫтек. Ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү тигән һымаҡ хөрмәт тигән нәмәне белеп. Хәҙерге балаларҙы шулай тәрбиәләү өсөн нимә эшләргә һуң?

Татьяна Исҡужина: Борондан килгән йолаларға таянып, тәрбиә алымдарын тергеҙер кәрәк. Хәҙер интернетта барыһын да ҡарарға була. Мультфильм йә кино ҡарар алдынан ул нимәгә өйрәтә, нимә тәрбиәләүе хаҡында анализдарын өйрәнеп тә була.

Малик Ильясов: Йәшәү минимумы тураһында әйткәндә, беҙгә матур йәшәү өсөн иң мөһиме сифатлы кейенеү, тәмле ашау, йылы торлаҡ булһа, ҡәнәғәт булыр инек, тиҙәр күптәр. Ләкин ул аҡса быларҙың береһенә лә етмәй бит. Күптәр осто-осҡа ялғап көн күрә.

Татьяна Исҡужина: Яңғыҙ әсәләрҙең күбеһе шулай йәшәй: торлаҡ юҡ, ашарҙарына етмәй, кейем-һалым алырға аҡса юҡ. Шуға ла ата-әсәләрендә йәшәйҙәр, йә булмаһа, Себергә китеп эшләйҙәр ҙә инде.

Малик Ильясов: Һеҙҙең ҡарамаҡҡа әсәйҙәрҙең иң ҙур проблемаһы? Әгәр һеҙ илдең Президенты булһағыҙ, ниндәй закондар ҡабул итер инегеҙ?

Татьяна Исҡужина: Иң тәү сиратта мәғариф менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһен барыһына ла ҡулайлы яһар инем. Ошо ике өлкәнән беҙҙең балаларыбыҙ киләсәге тора. Түләүле хеҙмәттәрҙе бөтөртөр инем.

Малик Ильясов: Хөрмәтле әсәйҙәр, матур әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙе яҡынлашып килгән Әсәләр көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Тормошоғоҙҙа ауырлыҡтар осрамаһын, балаларығыҙ, тормош иптәшегеҙ үҙегеҙҙе һөйөндөрөп кенә торһондар.
Читайте нас: