Район мәғариф бүлеге етәксеһе Ирина Ибраһимова менән йыш осрашырға, уҡытыу-тәрбиә эштәре хаҡында әңгәмәләшергә тура килә. Был юлы беҙ күп балалы Ирина Ринат ҡыҙы менән Әсә көнөнә бәйле осрашып әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Ирина Ринат ҡыҙы, бала табыу демографияны үҫтереү бик яҡшы, әлбиттә, тик бөгөнгө заманда йәштәр бер йә ике бала менән генә сикләнә. Ә һеҙ еңел булмаған был заманда нисек өс балаға ғүмер бүләк итергә йөръәт иттегеҙ?
- Әсәйем Лина 11 балалы, атайым Ринат 8 балалы ғаиләлә үҫкәндәр. Авзыйымдар ҙа күп балалы ғаилә иҫәпләнәләр. Уларҙың береһенеке – 7, икенсеһенеке 5 бала. Ғөмүмән, беҙҙең барыбыҙҙа ла балалар күп. Йәш саҡта бер бала етә, тип уйлайһың. Тормош ҡороп йәшәй башлағас, фекерем үҙгәрҙе. Был турала мин һәр саҡ йәш ғаиләләргә һөйләп йөрөйөм. Тәүге балалар ҡапыл ғына үҫә лә китә, бәлки, йәшлегең менән һиҙмәй ҙә ҡалаһыңдыр, ә бәләкәсе йыуанысың булып йөрөй. Әле минең өс балам бар. Ике бала тапҡас (бер ул һәм бер ҡыҙ), етәр, тип уйлағайным. Аҙаҡ апаруҡ ҡына ваҡыт үткәс, иптәшем менән тағы бер бәләкәскә ғүмер бүләк итергә булдыҡ. Хәҙер ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, ул беҙҙең өсөн ҙур йыуаныс. Хатта үкенеп тә ҡуябыҙ, тағы бер бала алып ҡайтырға булған, тип.
- Хәҙер бит уҡытҡан өсөн дә, балалар баҡсаһына ла түләргә кәрәк, кейем-һалым ҡыйбат, аҙаҡ сығарылыш кисәләренә лә аҡса күп талап ителә, ошондай ауыр ваҡытта ул балаларҙы нисек аяҡҡа баҫтырмаҡ кәрәк? Әллә ошо сәбәпле балалар кәмейме икән?
- Тормош ауыр, әлбиттә, әммә һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Балалар кәмеүе лә ныҡ күҙәтелә. Бының сәбәбен мин халыҡтың ситкә күсеп китеүҙәрендәлер, аҡсаһыҙлыҡталыр, иртәгәге көнгә ышаныс булмауындалыр, тип кенә аңлата алам.
- Һуңғы ваҡытта ҡайһы бер чиновниктарҙың баланы үҙегеҙ өсөн табаһығыҙ, аҡсағыҙ әҙ икән, тимәк, әҙ эшләйһегеҙ, тигәндәре лә ишетелеп ҡала. Ә һеҙҙеңсә бала табыу үҙе бер батырлыҡ түгелме ни?
- Ни тиһәләр ҙә, һүҙ юҡ, хөкүмәт ярҙам итә. Әсәлек капиталы алдыҡ, өсөнсө балаға ер участкаһы ла бирҙеләр. Балалар баҡсаһына 70 процент ташлама яһанылар. Өсөнсө балабыҙ тыуғас, ошондай һиҙелерлек ярҙамдарҙы күп тойҙоҡ.
- Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгән ҡатындарға бала табыуы ауырыраҡ, ауылдарҙа эш юҡ бит, халыҡ аҡсаһыҙлыҡтан интегә. Ҡатын-ҡыҙҙар күп бала тапһын өсөн, ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
- Бала күберәк булған һайын, ғаиләлә бер-берең менән аңлашыусанлыҡ арта, яуаплылыҡ та көсәйә. Эштән арып ҡайтҡан сағыңда ла балаларыңа ҡараһаң, бар мәшәҡәттәрең, ығы-зығылар онотола. Бына бәләкәй малайымды беҙ антидепрессант тибеҙ. Бәләкәсем үҫеп китһә, нишләрмен, тип борсола башланым. Ярай, Алла бирһә, ейән-ейәнсәрҙәрем булһа, тәрбиәләшермен, тип үҙемде йыуатам хәҙер. Өлкән улыбыҙ Ильнар Башҡорт Дәүләт университетында белем ала, ҡыҙыбыҙ Илина 10-сы класта уҡый, ә бәләкәс улыбыҙ Иршадыбыҙ, балалар баҡсаһына йөрөй. Минеңсә, ғаиләлә балалар күп булырға тейеш. Улар бит беҙҙең йыуаныс та, ҡыуаныс та.
- Һеҙгә мәғариф өлкәһендәге барлыҡ проблемалар ҙа яҡшы таныш. Мәктәптә белем биреү генә түгел, ә тәрбиә яғы ла мөһим. Һәр белем усағында психолог та, социаль педагог та бар бит. Мәктәптәрҙә ата-әсәләрҙән аҡса йыйыу мәсьәләһе лә көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Тимәк, мәғарифкә аҡса етмәй, ә бюджеттың яртыһы ошо өлкәгә бүленә.
- Һәр кем үҙ урынында, үҙ эшен белеп эшләргә тейеш. Хеҙмәт хаҡын түләү фондына аҡса күп китә. Закон буйынса районда әллә күпме мәктәпте ябып бөтөргә булыр ине – сөнки бер уҡытыусыға шунса бала булырға тейеш, тигән талап бар. Ләкин район етәкселеге аҙ балалы мәктәптәрҙе лә тырышып тотоп килә. Кеше ошоно аңлап етмәй, ялыу яҙырға ҡарап ҡына тора. 11 йыллыҡ мәктәп кәрәк, тиеүселәр ҙә етерлек. Беҙ ҙә риза 11 йыллыҡ мәктәп булдырырға, әммә уҡыусылар һаны етмәй. Ҡалаға китеүселәр ҙә булманы түгел, йәнәһе, сит ерҙә белем нығыраҡ бирәләр. Аллаға шөкөр, районыбыҙҙа ла уҡытыусылар яҡшы, мәктәп директорҙары көслө. Хәҙер бит төрлө яҡлап тикшереү органдары күп, беҙ федераль талаптарҙан ситләшеп, уҡыусыларға сифатһыҙ белем бирә алмайбыҙ.
- Күп бала әсәһе булараҡ, әйтегеҙ әле: әсәләрҙе борсоған төп проблема нимәлә?
- Хәҙер балаларҙы ғына түгел, ә ата-әсәләрҙе лә борсоған ЕГЭ, ОГУ-лыр тип уйлайым. Бигерәк тә, ата-әсәләр ныҡ борсола. Был йәһәттән районыбыҙҙың белем усаҡтарында бар яҡлап та тәрбиә эше лә, имтихандарға әҙерлек тә алып барыла.
- Тәрбиә тигәндәй, һеҙҙә өс бала үҫә. Уларға олатай-өләсәй йоғонтоһо бармы, хәҙер бит ололар тәрбиәһе бер аҙ онотолғандай һымаҡ.
- Беҙҙә олатай-өләсәй йоғонтоһо ҙур. Әсәйем минең ғүмер буйы уҡытыусы булған, ҙур тәжрибәле мөғәллимәнең тәрбиәһе балаларыбыҙға ныҡ ыңғай йоғонто яһай. Тормош иптәшем Илдарҙың да әсәһенә - ҡәйнәмә лә Яҡшымбәткә ҡайтып йөрөйбөҙ. Беҙҙең ғаиләләге балаларға ике яҡлап та олатай-өләсәй йоғонтоһо ҙур. Улар беҙҙе өйрәтһәләр ҙә, кәңәш бирһәләр ҙә, уларҙың хаҡлы һүҙҙәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалабыҙ, көндәлек эшебеҙҙә ҡулланабыҙ.
- Эшегеҙ еңелдән түгел, яуаплылыҡ көслө. Эштә етәксе булырға ла, өйҙә хужабикә лә, балаларға яҡшы әсәй, иреңә нәзәкәтле ҡатын да булырға нисек өлгөрәһегеҙ?
- Ныҡлы терәгем, мине аңлаған тормош иптәшем Илдарға рәхмәтлемен. Шулай уҡ әсәйем менән атайым эргәлә, һәр саҡ уларҙың ярҙамын тоям. Ҡәйнәм Таңһылыу ҙа һәр саҡ теләктәшлек күрһәтеп, кәңәштәрен биреп тора. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ ашарға бешереп, өй эштәре менән булышып өйҙә генә ултырырға тейеш. Ләкин, миңә килгәндә, яҙмышым шулай ҡушҡан икән, эшемдә лә һынатмай тырышып эшләргә, өйҙә лә өлгөрөргә тырышам. Ҡабатлап үтәм, балаларымды күреп, улар менән бергә шатланһам, барлыҡ арыуҙар ҙа, борсолоуҙар ҙа бөтә. Балаларым - йәшәү мәғәнәһе.
- Һеҙгә ҡарап күп балалы әсәй, тип әйтерлек тә түгел, һәр саҡ матурһығыҙ, һөйкөмлөһегеҙ. Бының сере нимәлә?
- Нисек бармын, шулаймын инде. Матурлыҡ салондарына йөрөгәнем юҡ. Ураҙа тотам, дингә ышанам. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡтарының сере - әсә булыуҙа.
Алла бирһә, киләсәктә тырышып эшләргә лә, матур тормошта йәшәргә лә дәрт тә бар, пландар ҙа ҙур.
- Ирина Ринат ҡыҙы, йылы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һәр саҡ шулай алсаҡ, тырыш һәм маҡсатығыҙға ирешеүсән булып ҡалығыҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ әңгәмәләште