Роман Барановский Ермолаево ауыл хакимиәтендә бик күп тә эшләмәй, башлыҡ вазифаһын тартыуына өс йыл ғына. Шулай ҙа был ваҡыт эсендә урындағы проблемаларҙы, кешеләрҙе белеп өйрәнеп бөтөргә өлгөргән. Беҙ “Куюргаза” гәзите менән берлектә Роман Александровичҡа керҙек, хәлдәрен һораштыҡ, ниндәй эштәр башҡарылғанын белештек, проблемалар тураһында ла һөйләштек.
- Роман Александрович, өс йыл Ермолаево ауыл советын етәкләйһегеҙ. Ауыл, уның кешеләре тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Ермолаевола тыуҙым, уҡыным, йәшәйем һәм тағы күп йылдар ошо ерҙә хеҙмәт итеп йәшәргә планлаштырам. Шулай булғас, ауыл да, уның проблемалары ла минең өсөн яҡшы таныш.
- Ниндәй эштәр башҡарылды һәм киләсәккә пландарығыҙ ҙа барҙыр?
- 2018 йыл беҙҙең ауыл советы өсөн бигерәк тә уңышлы йыл булды. Күп төҙөлөш эштәре башҡарыла, юлдар ремонтланды. Былтыр республикабыҙҙың 100 йыллығына таҙартыу ҡоролмаһы, бассейн да төҙөлә башланы.
- Роман Александрович, нисек уйлайһығыҙ бассейн беҙгә кәрәкме? Бына, мәҫәлән, Стәрлебаш районында бассейн үҙ-үҙен аҡламай, тиҙәр.
- Кәрәктер, тип уйлайым, сөнки заманаһы шул бит. Миәкәләге, Стәрлебаштағы бассейндарҙы барып күрҙем, хәлдәрен белештем. Миәкәлә барыһы ла яҡшы, халыҡ күп йөрөй, килем дә яҡшы. Аралашҡан кешеләр бассейныбыҙ уңайлы, кәрәк, тип шатланалар. Стәрлебашҡа килгәндә хәл, әлбиттә, ауырыраҡ. Унда халыҡ, ысынлап та, ниңәлер йөрөмәй икән, шуға бассейн үҙ-үҙен аҡлай алмай. Беҙҙә барыһы ла яҡшы булыр, тип уйлайбыҙ.
Шулай уҡ “Йәшлек” мәҙәниәт йорто менән сәнғәт мәктәбе лә ремонтланасаҡ. Мәҙәниәт усағына 86 млн һумлыҡ ремонт эштәре башҡарыласаҡ, уның подрядсылары Күмертауҙан. Сәнғәт мәктәбен эшләр өсөн подрядсы булып Өфөнән бер ойошма отто. Бында инде 20 млн һум сарыф ителәсәк.
- Юлдар тураһында ла әйтеп китһәгеҙ?
- Ермолаевоның Төньяҡ биҫтәһендәге урамдарын күтәреү өсөн 2 млн 313 мең һум сарыф ителде. Шулай уҡ Тыныслыҡ проспектына 5282069,47 һумлыҡ, Завод урамына 2599354,91 һумлыҡ, Чкалов урамына 4884340,57 һумлыҡ ремонт яһалды юлдарға. Завод урамына ҡырсынташ түшәү өсөн 576031,16 һум тотонолдо. Завод урамының Совет урамына ҡушылған урынындағы йәйәүлеләр үткәлеүен асфальтләүгә 1000047,64 һум китте, Йәшел урамындағы юлды ремонтлауға йәнә 397739,06 һум тотонолдо. Ватутин урамындағы 2-се һанлы йорт биләмәһен ремонтлауға 373165,56 һум аҡса сарыф иттек. Тағы ла Ермолаевоның Әлмөхәмәтов, Урал алды, Пушкин, Урман, 1-се Май, Төньяҡ, Яр, Йылға аръяғы урамдарына ремонт эшләнелде, Айсыуаҡ ауылының Совхоз, Ломоносов, Тереғолов, Бикбай урамдары ла ҡаралды.
Ҡалаға ҡараған май заводы менән хеҙмәттәшлек иткән предприятиеларҙың транспорттары район юлдарын боҙоуҙары хаҡындағы проблеманы беләһегеҙ. Айсыуаҡ аша үткәндәге 2-се һанлы мәктәп ҡаршыһындағы күперҙе авария хәленә ҡалдырҙылар. Бында әле яңы күпер һалына. Смета хаҡы 12 млн һумдан ашыу булған был күперҙе Ырымбурҙағы “Уралмост” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөй.
- Май заводына урау юл һалынасаҡ, тип тә әйткәйнеләр, был ҡасан була?
- Был мәсьәлә хаҡында ваҡытлыса республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировҡа ике тапҡыр хат яҙҙыҡ. Комиссия килеп ҡараны, танышты. Хәҙер был юлды республика ҡарамағына бирергә документтар әҙерләйбеҙ. Уралка ауылы яғынан килеп, Ермолаевоның 2-се мәктәбе яғына боролоп, күпер аша үтеп Мичурин, Тимер юл, Заслонов урамдары ла инәсәк. Ольховканан Ермолаевоға теймәйенсә генә үткән 16 км оҙонлоғондағы урау юлдың проект документтарын әҙерләү өсөн генә 20 млн һум аҡса кәрәгәсәк. Берәй ҡасан, бәлки, был юл һалыныр.
Тағы быйыл беҙ уңайлы мөхит федераль программаһында ла ҡатнаштыҡ. Был проект сиктәрендә Ермолаево үҙәген матурланыҡ. Обелиск янына асфальт түшәлде, һуғыш яланында вафат булғандар исемлегенең гранит таҡтаташы яңыртылды, “Техника” магазины менән ауыл советы хакимиәте араһына ҡойма ҡуйҙыҡ, эскәмйәләр ултырттыҡ. Урамдарҙы яҡтыртыу ҙа ошо программа ярҙамында эшләнде. Был барлыҡ эштәргә яҡынса 800 мең тирәһе аҡса китте. Шулай уҡ Калинин урамының 6,8,10,12,14,24 йорттары алдары ла рәткә килтерелде. Унда ла асфальт түшәлде, урамдар яҡтыртылды, эскәмйәләр ҡуйылды, бордюр ҙа эшләнде.
- Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса ни әйтерһегеҙ?
- Былтыр был программала ҡатнашып республика буйынса 1-се урынды алдыҡ. Был программа ярҙамында Шотт паркында балалар майҙансығы эшләттек. Хаҡы 1млн 450 мең һум булды. Программаға ярашлы халыҡ аҡса йыйырға тейеш. Ләкин кешеләр ныҡ һүлпән, быйыл ППМИ буйынса Ермолаевоның Совет урамына бордюр һалырға тип өндәшкәс, халыҡ аҡса йыйыуҙан баш тартты. Үткән йыл 200-шәр һумды тартып-һуҙып саҡ йыйғайныҡ. Программала ҡатнаша алмаһаҡ та, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов беҙҙең тәҡдимде күтәреп алды, уға рәхмәт, ярҙам итте. Юл фондынан аҡса бүленеп, бордюрҙар һалынды.
- Райондың башҡа ауылдары менән сағыштырғанда 200 һум бик аҙ күренә, сөнки бүтән ауылдар ошо программаға ярашлы 1 мең 500 һум йыйғандарын да беләһегеҙ. Ҡайһы бер ауылдарҙа хатта 3 мең йыйғандары ла бар.
- Эйе, уңайлы булған программа халыҡ өсөн икәнлеген аңлап етмәйҙәр, ахыры. Быйыл ППМИ буйынса Молокан ауылын ҡатнаштырырға булдыҡ. Унда элекке ауыл советы хакимиәте бинаһына ремонт яһап, тәртипкә килтереп клуб эшләргә һөйләшелде. Бының өсөн 1 млн 450 мең һум аҡса кәрәгәсәк. Һәр йорттан 500-әр һум килеп сыҡты, халыҡ та риза булды, тәҡдимде берҙәм күтәреп алды.
- Һеҙҙең ауыл советына Ермолаевонан тыш Молокан, Санйын, Ҡунаҡбай ауылдары ла инә. Һәр саҡ район үҙәге булған Ермолаевоны ғына ҡарайһығыҙ, тип үпкәләгәндәр ҙә осрайҙыр?
- Юҡ, иғтибарҙы һәр ауылға ла бер тигеҙ бүлергә тырышабыҙ. Былтыр Санйында яңы һыу үткәргес, скважина ҡуйҙыҡ. Быйыл Ҡунаҡбайҙа һыу селтәрен алмаштырҙыҡ, яңы насос та ҡуйылды, юл да рәтләнде.
- Әлеге ваҡытта тормош ауыр, тиһәк тә, хата булмаҫ, әгәр етәрлек күләмдә аҡсағыҙ булып, берәй эш башҡарырға хәлегеҙҙән килһә, тәү сиратта ниндәй проблеманы хәл итер инегеҙ?
- Күп ерҙә һыу менән тәьмин итеү - ҙур проблема, был мәсьәлә беҙҙә лә бар, шуны хәл итер инем. Төньяҡ-Көнсығыш биҫтәһенә 5 скважина ҡуйырға проект әҙерләнек. Быйыл аҡса аҙ бүлгәндәр, ә инфраструктураға 4 млн 500 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ.
- Етәкләгән ауыл советы биләмәһендә һеҙҙе иң борсоғаны нимә?
- Күп кешеләрҙе спирт-араҡы заводының ябылыуы борсой. Был һорау мине лә уйландыра. Күпме кеше эшһеҙ ҡалды, унан килгән һалымдар ҙа юҡ булды, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заводты яңынан асыу беҙҙән генә тормай шул.
- Өс йыл Ермолаево ауыл советында башлыҡ булып эшләйһегеҙ. Был вазифала эшләй башлағас һеҙҙе иң аптыратҡаны нимә булды?
- Халыҡтың үҙ яҙмышына, бер-береһенә булған мөнәсәбәте хайран ҡалдырҙы мине. Элек бергә аралашып йөрөгән кешеләрем бында эшкә килгәс ныҡ үҙгәрҙе. Ундай хәлде көтмәгәнлектән ныҡ аптырап ҡалдым.
- Республикалағы ваҡытлыса яңы башлыҡ килеүгә ҡарашығыҙ нисек, ниндәйҙер үҙгәрештәр көтәһегеҙме?
- Әлбиттә, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күп булыр, тип өмөтләнәм. Ыңғай эштәр башланды ла инде. Күп ерҙәрҙә проблема булып торған юл мәсьәләләре лә хәл ителер, тип көтәм.
- Хәҙер Башлыҡҡа күп ялыуҙар яҙалар, ә һеҙҙең ауыл советына ҡағылышлы һорауҙар булдымы Хәбировҡа?
- Әлегә юҡ. Беҙ халыҡтан килгән һорауҙарҙы шунда уҡ урында хәл итергә тырышабыҙ, бәлки, шуғалыр ҙа һорауҙар артабан китмәйҙер.
- Ермолаево район үҙәге булараҡ, бында йәштәр өсөн ял итеү урындары кәрәктер тип уйламайһығыҙмы?
- Ермолаевола йәштәр өсөн физкультура-һауыҡтырыу комплексы бар. Кис күңел асыу, бейеү өсөн “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда дискотека ойоштороп ҡаранылар, ниңәлер йәштәр унда йөрөмәне. Беҙ һәр саҡ йәштәргә, һорауҙарығыҙ, тәҡдимдәрегеҙ булһа, килегеҙ, әйтегеҙ, ә беҙ ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ, тибеҙ. Йыл да үткәрелгән йәштәр форумында ла йәштәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү уҙғарыла, тик ниңәлер улар араһынан үҙҙәренең тәҡдимдәре менән береһе лә килгәне юҡ.
- Берәй 10 йылдан һуң Ермолаевоны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
- Быйыл 10 ай эсендә беҙҙең ауыл биләмәһендә 73 сабый тыуған һәм 34 никах теркәлгән. Ун йылдан ошо һандар яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип өмөтләнәм. Сөнки яңы ғаиләләр теркәлһә, күберәк сабыйҙар тыуһа, киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ.
Һуңғы ваҡытта барыһын да халыҡтың ситкә китеүе борсой. Быйыл 1 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем арауыҡта ғына беҙҙең биләмәнән барлығы 38 кеше иҫәптән төшөп, ситкә киткән. Бының төп сәбәбе эшһеҙлектер. Шулай ҙа ҡул һелтәп, бошоноп ултырырға ярамай. Беҙҙә уңышлы эшҡыуарҙар ҙа етерлек. Киләсәктә яңы эш урындары булдырырға тырышабыҙ, йәш ғаиләләр өсөн төрлө программалар эшләй, эштәребеҙҙе көйләү өсөн юл картаһы ла эшләнек. Коммуналь хужалыҡты ғына алып ҡараһаҡ та, унда күпме өҫтәмә эш урыны булдырырға мөмкин. Иғлан ителгән аукциондарҙа ҡатнашып отһондар ҙа үҙебеҙҙекеләр эшләһендәр, ошо эштәрҙе ситкә бирмәйек. Мәҫәлән, техника ремонтларға ла, сварка эше менән шөғөлләнергә лә, урамдарҙы таҙартыуҙы ла ике яҡлы килешеү төҙөп эшләп булалыр, тип уйлайым. Һәр ерҙә лә етеҙлек һәм тырышлыҡ кәрәк.
- Роман Александрович, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә!