Все новости
Беҙҙең әңгәмә
11 Января 2019, 11:35

«БӨТӨНЛӘЙГӘ КИТМӘНЕК»

Тормош ауырлыҡтарына ҡарамай һәр беребеҙ үҙенсә тырышып-тырмашып донъя көтә. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, түҙеп, кемдер тыуған еренә ерегеп йәшәп ята, ҡайһылары яҡшы тормош һәм эш эҙләп, Себер йә Рәсәйҙең башҡа эре ҡалаларына юллана.

Тормош ауырлыҡтарына ҡарамай һәр беребеҙ үҙенсә тырышып-тырмашып донъя көтә. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, түҙеп, кемдер тыуған еренә ерегеп йәшәп ята, ҡайһылары яҡшы тормош һәм эш эҙләп, Себер йә Рәсәйҙең башҡа эре ҡалаларына юллана. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ араһында сит илдәргә сығып киткәндәре лә бихисап. «Юшатыр» гәзите ундайҙар тураһында ла яҙып тора. Әйткәндәй, беҙгә: «Ниндәй маҡсат менән тыуған ерҙәрен ташлап, сит яҡтарға сығып киткәндәрҙе маҡтап яҙаһығыҙ? Беҙгә ниндәй өгөт-нәсихәттәр бирергә уйлайһығыҙ? Үҙебеҙҙең илдең тоғро улдары бөткәнме ни?» - тип әйтеүселәр ҙә булғылай. Тыуған илебеҙҙә уңыштар ҡаҙанған яҡташтарыбыҙҙы ла онотҡаныбыҙ юҡ, улар хаҡында ла бик күп яҙабыҙ. «Бөтәгеҙ ҙә шулай итеп сит илдәргә сығып китегеҙ», - тип тә өгөтләмәйбеҙ берәүҙе лә. Маҡсатыбыҙ — сит илдә лә ниндәйҙер уңышҡа ирешкән яҡташтарыбыҙҙың тормошон яҡтыртыу, ундағы тормоштоң кире һәм яҡшы яҡтарын сағылдырып, уҡыусыларыбыҙға еткереү.

Шулай итеп, бөгөн һеҙгә Америка Ҡушма Штаттарында көн итеүсе яҡташыбыҙ Рәфис Ҡунаҡҡолов менән Ватсап аша аралашҡан әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итмәксебеҙ. Ул беҙгә АҠШ-тағы тормош-көнкүреш тураһында, үҙенең шөғөлө, ғаиләһе һәм башҡа беҙҙең ҡарашҡа бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән бүлеште.


- Әссәләмәғәләйкүм рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ (Аллаһ Тәғәлә Сәләмәтлек һәм Бәрәкәт бирһен!). Мин Рәфис Рикзә улы Ҡунаҡҡолов буламын. 55 йәштәмен. Көйөргәҙе районында Ялсыҡай ауылында 6 бала араһында 3-сө бала булып тыуып үҫтем. Апай, ағайым, ике ир туғаным һәм төпсөк һылыуыбыҙ менән бәхетле үтте бала сағыбыҙ. Әльхәмдүлиллә Мосолманмын, ҡатыным Мәүлиҙә Әҡсән ҡыҙы һәм балаларым, кейәүем, киленем барыбыҙ ҙа Намаҙҙабыҙ. Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, Харамдарҙан тыйылырға тырышабыҙ. Совет әрмеһендә 1981-1984 йылдарҙа хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Күмертау ҡалаһына йәшәргә күстек. Кәләшем дә Ялсыҡайҙан, күрше ҡыҙы, ҙур ғаиләлә 7 бала араһында бергә уйнап, ата-әсәйҙәрҙе һәм бер-беребеҙҙе яҡшы белеп үҫтек. Бер класта уҡыныҡ. Беҙҙең ата-әсәйҙәр ҙә бик татыу күршеләр булды. Ғаиләм менән ауылда ҡалырға ҙур теләк бар ине. Ағас алып ҡайтып, атайым, ағай, туғандарым менән бергә бура бурап, ауылда йорт һалырға ниәтләгәйнем. Әммә ул саҡтағы силсәүит башлығы өй һалырға ер бирмәне. Тегендә барып, бында барып ҡараным. Ахырҙа, ҡалаға сығып киттем дә, Күмертауҙа ҙур итеп өй һалып сыҡтыҡ. Аллаһ Сөбхәнә Тәғәлә беҙҙең бәхетебеҙгә ике бала бүләк итте. Ҡыҙыбыҙ Рәғинә, улыбыҙ Рәмил тыуҙы. Күмертауҙа 1985 йылдан алып 2015-кә тиклем йәшәнек. Ҡатыным ғүмере буйына шифаханала эшләне, әле пенсияла. Ә миңә күп эш алыштырырға тура килде, ғаилә башлығы булғас, етерлек тәьмин итер өсөн тырышырға тура килә инде. Аллаға Шөкөр, атайым менән әсәйем һәм оләсәйем беҙҙе, 6 балаһын, яҡшы, егәрле, тәртипле, кешелекле, кеселекле итеп, мөхәббәттә тәрбиәләп үҫтерҙе. Беҙ һәр ваҡыт уларҙы хәтерләйбеҙ. Оләсәйем, атайым, әсәйем, Рәис ағайым, Гөлсәсәк апайым, Зөфәр туғаным Әхирәткә күстеләр.

Әлеге көндә АҠШ-тың Пенсильвания штатында ҡатыным, ҡыҙым, улым, кейәү, киленебеҙ, 2 ейән, 2 ейәнсәребеҙ менән донъя көтөп ятабыҙ. Бында Америкала тормош арыу. Ялҡауланмаһаң, һәр ерҙә лә матур итеп донъя көтөп, балалар тәрбиәләргә була. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Ҡыҙым менән кейәүемдең үҙ эштәре бар. Улар аҙыҡ трагы менән ҡоймаҡ бешереп һаталар. Бында уны Фудтрак, тип әйтәбеҙ. Беҙ уны, хатта, Башҡортостан флагы менән биҙәп алдыҡ. Беҙҙәге автобус һымаҡ машинаны ашханаға әйләндереп эшләп алабыҙ. Уның эсендә ашханаға кәрәк булған барлыҡ әйберҙәре бар. Рәмил улым үҙе айырым эш асты. Мин күбеһенсә улым менән эшләйем. Уның ғаиләһе менән беҙ бергә торабыҙ. Улым хәләл аҙыҡ менән һатыу итә. Үҙебеҙсә әйткәндә инде, былау, шаурма бешерәбеҙ. Тик бында уларҙың исемдәре инглиз телендә икенсе төрлө яңғырай. Американдар был аҙыҡтарҙы бик яратып ашай. Саҡырған ерҙәр ҙә күбәйә генә бара, бер юлы барыһына ла өлгөрөргә кәрәк. Шуға күрә йылдан-йыл эшебеҙҙе киңәйтергә тура килә, Фудтракты күбәйтәбеҙ. Әле өсәүҙе астыҡ. Машинабыҙ менән бер генә урында тороп ашатмайбыҙ, беҙҙе ҡаланың төрлө Бизнес биналарына саҡыралар. Шулай уҡ төрлө байрамдар ваҡытында ла һыйлайбыҙ. Бында беҙҙәге кеүек ҡала, ауыл байрамдары күп үтә. Аҙна һайын ниндәйҙер байрам сараһы ойоштороп торалар. Рәғинә ҡыҙыбыҙҙың ғаиләһенә лә ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итәбеҙ.

Беҙҙең йәшәгән ҡалабыҙ — Питтсбург. Яйлап ҡына үҙ-ара аралашҡан таныштарыбыҙ, милләттәштәребеҙ күбәйә, Аллаға шөкөр. Йыл һайын яңы ғаиләләр күсеп килә. Балаларыбыҙ ҙа күбәйә. Үҙ-ара ҡунаҡтарға саҡырышып торабыҙ. Төрлө саралар үткәрәбеҙ. Шулай итеп башҡорт һәм татар туғандарыбыҙ күмәгәйә генә бара. Мосолман байрамдарында бергә йыйылышабыҙ. Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәрен тәбиғәттә, парктарҙа ойошторабыҙ. Унан башҡа төрлө ял саралары үткәреп, балалар, ғаиләләр менән осрашып торабыҙ. Үҙ илебеҙҙән ситтә йәшәһәк тә, нисек тә туған телебеҙҙе онотмаҫ өсөн, балаларыбыҙға үҙ телебеҙҙе һәм йолаларыбыҙҙы, Динебеҙҙе өйрәтәбеҙ. Мәсеттәргә йомаларға, дәрестәргә йөрөйбөҙ. Балаларыбыҙ беҙҙең менән намаҙҙар уҡыштыралар. Ҡыҙым һәм Илмир кейәүемдең улы Әмиребеҙ менән Әминә ейәнсәребеҙ Мосолман мәктәбендә уҡыйҙар. Унда төрлө фәндәрҙән башҡа Ислам йолаларын, Ҡөрьән Кәримде өйрәтәләр. Мәктәптә иртәнге намаҙҙан алып һәр намаҙ ваҡытында уҡыла. Ҡыҙҙар яулыҡта, оҙон күлдәктә йөрөй. Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылырға өйрәтелә. Балаларыбыҙ инглиз, ғәрәп, башҡорт, татар, урыҫ телдәрен белә. Шулай итеп, бында ла беҙ тулы ғүмер үткәрәбеҙ.

Йәй көндәре эштәребеҙ күбәйә, ял итеүҙәр әҙерәк эләгә. Ҡыштарын ял итеп ҡалырға тырышабыҙ. Йылы яҡтарға, Океанға йөрөйбөҙ. Башҡа штаттарҙы күреп ҡайтабыҙ. Тыуған илебеҙ Башҡортостанды, Көйөргәҙе районындағы яңылыҡтарҙы ҡарап барабыҙ. «Юшатыр» гәзитендә нимәләр сыҡҡанын да күҙәтәбеҙ. Яҡташтарыбыҙ, туғандарыбыҙ, иптәштәребеҙ менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Бер-беребеҙгә фотолар ебәреп, телефон аша һөйләшеп торабыҙ. Рәхмәт барыһына ла. Әлбиттә, тыуған яҡтар һағындыра. Аллаһ Тәғәлә насип итһә, иҫәнлек булһа, тыуған яҡтарға ҡайтып, туғандар менән күрешербеҙ. Беҙ бында бөтөнләйгә китмәнек. Киткәнебеҙгә хәҙер 4 йыл булып китте, ахыры. 2015 йылдың апрелендә киткән инек. Әле бында балалар беҙгә ҡайтып, китеп йөрөр өсөн документ эшләй. Был процесс барған саҡта илде ташлап сыҡһаң, кире керетмәйәсәктәр. Закон шундай. Шуға күрә әлегә тыуған илебеҙгә ҡайтмайыраҡ торорға тура килә. Ғаиләбеҙ менән беҙ бер-беребеҙгә ныҡ өйрәнгәнбеҙ. Балаларҙы, ейәндәрҙе бер-ике көн күрмәһәк, һағынышабыҙ. Бындағы тормош менән Рәсәйҙәге тормош, әлбиттә, ныҡ айырыла. Закондар бында ябай кешегә лә, президентҡа ла бер үк. Ябай халыҡты социаль яҡтан бик ныҡ ҡарайҙар. Эшһеҙлек юҡ, тип әйтһәм дә була. Киреһенсә, эшләргә кеше етмәй. Йәй булһа, беҙгә эшселәр табыуы проблема инде. Шуға эшһеҙ ятҡан яҡташтарҙы, туғандарҙы эшкә саҡырам. Тик әле, килергә сыҡтым, ҡаршы алығыҙ, тигән бер кеше лә юҡ. Тыуған яҡтарҙа эшһеҙ йонсоғандарын беләбеҙ. Шуға ла туғандарыбыҙға ярҙам итеп торабыҙ, ундағы ауыр ваҡытты аңлайбыҙ.

Күршебеҙҙә американдар йәшәй. Әльхәмдүлиллә, улар менән бик матур мөнәсәбәттәрҙә йәшәйбеҙ. Бындағы тормоштоң бик ҡыҙыҡ яҡтары ла бар. Мәҫәлән, ишек алдына боландар килеп керә. Быйыл берәүһе беҙҙең ишек алдында ғына быҙаулап ятҡан. Ҡырағай күркәләр ҙә килеп керә ул. Төрлө йәнлектәр йөрөп ята. Тейендәр ҙә тулып йөрөй. Уларҙың оялары инде бында. Һыу ҡондоҙҙары, янут һәм башҡалар ҙа күренгеләй. Ҡыр ҡаҙҙары ҡала эсендә көтөүе менән йөрөй. Уларға бер кеше теймәй. Уйлап ҡуям: беҙҙә булһа, был ҡаҙҙарҙы һуйып ашап бөтөрҙәр инеме икән?.. Хатта, баш ҡалала — Вашингтонда ошо ҡыр ҡаҙҙары көтөүе менән йөрөй. Бында халыҡ нисек йәшәй, тиһегеҙме? Әлбиттә, яҡшы. Эшләгәне, тырышы бик бай, матур донъя көтә. Эшләгән кеше кәмендә 2000-2500 доллар хеҙмәт хаҡы ала. Кем тырышып эшләй, егәрле, уларҙың иһә эш хаҡы күпкә артыҡ. Ә ялҡауҙарына инде дәүләт пособие түләй. Уларҙың торлағына айырым, ашау-эсеүҙәренә айырым, балаларына айырым һәм тағы ла йәшәү өсөн байтаҡ аҡса биреп торалар. Күптәре, быуын-быуындары менән шулай йәшәй. Пенсионерҙар тағын да яҡшыраҡ йәшәй. Уларҙың кейгән кейемдәре лә, йөрөгән машиналары ла иң ҡиммәтлеһе. Беҙҙеңсә әйткәндә, крутой спорт машиналарында ғына елдерәләр. Төрлө ерҙәргә сәйәхәткә йөрөйҙәр, күбеһе йылы яҡҡа, Флорида штатына, күсеп китә. Бында халыҡ һәр ваҡыт йылмайып ҡына йөрөй, бер-береһенә сәләм биреп үтә. Күҙгә-күҙ осрашып, сәләм бирмәһәң, бик насар, тупаҫлыҡ һанала. Бер-береһенә ишек асып үткәреп, юлдағы машиналар бер-береһенә юл биреп тора. Барыһын да һөйләп бөтөрлөк тә түгел. Рәсәйҙәге тормош менән сағыштырһаң, әкиәт кеүек инде. Бында йәшәгән халыҡты сәйәсәт бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Бер ерҙә лә, бер ҡасан да политика тураһында һүҙ ҡуҙғатҡан американды күргәнем юҡ. Һәр кеше тик үҙенең йәшәйеше менән генә мауыға. Кешеләр йорттары алдында сәскә үҫтерергә ярата. Үләндәрен дә матур итеп сабып торалар. Беҙҙе Рәсәйҙән икәнде, башҡорт, мосолман икәнде беләләр. Берәү ҙә йәберләгәне, хатта, насар итеп ҡарағаны юҡ, Аллаға шөкөр. Урамда беҙҙең мосолман ҡатындары, шулай уҡ минең ҡыҙым, ҡатыным, киленем оҙон күлдәктә, баштарына яулыҡ бәйләп, Аллаһ ҡушҡанса йөрөй. Бер кеше ҡырын ҡарамай. Халыҡ бик яғымлы, ҡаш төйөрөп йөрөгән кешене күрмәҫһең. Беҙ мәсеткә йөрөйбөҙ. Унда ҡайһы илдән генә юҡтар! Һанап бөтөрөрлөк түгел, әммә бер-беребеҙгә бер туған итеп ҡарайбыҙ, һағынышып барабыҙ. Телгә килгәндә инде, инглиз телендә үҙебеҙгә кәрәкте аңлата, әйтә беләбеҙ. Эштә тик инглиз телендә генә аралашырға тура килә. Мәктәп йылдарында сит телде белмәнек, яҡшылап өйрәнмәнек тә. Был беҙҙең ҙур хатабыҙ булған. Хәҙер оло йәштә булғас, сит телде өйрәнеүе, әлбиттә, ауырыраҡ. Шулай ҙа ҡасандыр өйрәнгәндәр яйлап ҡына иҫкә төшә бара. Шулай итеп аҙмы-күпме булһа ла телде өйрәндек. Хәҙер ҡатын менән үҙебеҙ айырым сығып та йөрөй алабыҙ. Эштә лә айырым эшләй алабыҙ. Бында шулай уҡ теләгән һәр кешегә тел өйрәнеү өсөн дәүләт программаһы буйынса бушлай уҡыуҙар ойошторола.

Бик мөһим мәғлүмәтте әйтергә онота яҙҙым. Бында килгәне бирле, 4 йыл эсендә, бер иҫерек кешене күргәнебеҙ юҡ. Аҙыҡ-түлек кибеттәрендә спиртлы эсемлек бөтөнләй һатылмай. Уның һатылған ерен дә беҙ күргәнебеҙ юҡ. Әлбиттә, барҙыр инде, киске барҙар, харам аҙыҡ һатылған ерҙәр. Тик беҙ уларҙы белмәйбеҙ ҙә, ундай ерҙәргә йөрөмәйбеҙ ҙә.
Читайте нас: