Все новости
Беҙҙең әңгәмә
25 Января 2019, 12:18

ТАМАШАСЫЛАРЫН ҺӨЙГӘС, ҮҘҘӘРЕ ЛӘ ҺӨЙКӨМЛӨ

Үҙенсәлекле моңдары менән күп һанлы тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерованы яратып тыңлайбыҙ. Улар 28 ғинуарҙа ҡалабыҙҙың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында йыр-моң һөйөүселәргә «Гел бергә» тип исемләнгән бай программалы концерт тәҡдим итә. Ошо айҡанлы, беҙ Фәдис Рәхимйән улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Үҙенсәлекле моңдары менән күп һанлы тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерованы яратып тыңлайбыҙ. Улар 28 ғинуарҙа ҡалабыҙҙың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында йыр-моң һөйөүселәргә «Гел бергә» тип исемләнгән бай программалы концерт тәҡдим итә. Ошо айҡанлы, беҙ Фәдис Рәхимйән улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


- Фәдис Рәхимйән улы, Башҡортостандан сыҡҡан күп йырсылар, был осраҡта уларҙың таланттары тураһында түгел һүҙем, Татарстанға китә. Һеҙгә лә саҡырыу булғандыр бит, ни өсөн ғүмер буйы Башҡортостанға тоғролоҡ һаҡлайһығыҙ?

- Әлеге ваҡыт булһа, бәлки, китер ҙә инем, тип уйлаған саҡтар ҙа бар. Хәҙер атай-әсәй иҫән түгел. Мине тотоп торған нәмә юҡ һымаҡ. Икенсе яҡтан уйлағанда, ситкә киттең дә бик яҡшы шарттарҙа йәшәүе рәхәттер ҙә, бәлки, әммә радио йәки телевизорҙан ҡурай тауышын ишетеп ҡалһам, йөрәгем өҙөлөп төшмәҫме лә, һағыныуымдан һарғайып үлмәҫменме, тип уйлайым. Тыуған еремдә рәхәт миңә, кемдәрҙер ситкә китеп йәшәй икән, үҙҙәре белә инде. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ еремдә олтан булам, тип тик йөрөйөм.

- Һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа үҙегеҙҙең мишәр улы икәнегеҙҙе йәшермәйһегеҙ. Мишәр булыуығыҙ менән ғорурлыҡ кисерәһегеҙме?

- Һәр кем үҙенең сығышы менән ғорурланырға тейештер, тип уйлайым. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең милләтен йәшерергә тырыша, әллә кемгәлер ярамһаҡланырға, яраҡлашырға тырышалар. Ә миндә ундай нәмә юҡ, нисек бармын, шуның менән ғорурланамын. Бына мишәрҙәр менән башҡорттар ныҡ яҡындар бит, уларҙың күңелдәре лә яҡын. Хатта һөйләшкәндә оҡшаш яҡтар күп, холоҡ-фиғел бер үк.

- Гөлназ ҡыҙығыҙ үҙаллы сәхнә тормошо менән йәшәй. Йәш булһа ла, тамашасы уны ярата. Уның ижадына ниндәй баһа бирер инегеҙ?

- Гөлназдың кем булыры бала саҡтан уҡ билдәле ине инде. Беҙ уға был һөнәрҙе һайлама, икенсе һөнәр буйынса кит, тип бер ваҡытта ла сик ҡуйманыҡ. Киреһенсә, һәр саҡ уның һәләтен күтәрергә, талантын үҫтерергә тырыштыҡ.

Үҙең үҫтергән балаңа ниндәй баһа бирәһең инде? Гөлназ беҙҙең ғорурлығыбыҙ ул. Йыш ҡына концерттарҙа беҙгә: ”Һеҙ үпкәләмәгеҙ инде, әммә, беҙ Гөлназды нығыраҡ яратабыҙ”, - тип әйткәндәре бар. Беҙ был һүҙҙәрҙе ишетеү менән тағы ла нығыраҡ ғорурланып китәбеҙ. Беҙ уға именлек һәм уңыштар ғына теләйбеҙ. Ғөмүмән, артабанғы йәш быуын беҙҙән көслөрәк булырға тейеш. Беҙҙең шундай Гөлназ кеүек алмашыбыҙ бар икән, беҙ бәхетле.

- Хәҙер ғорурлығығыҙ булған Кәрим улығыҙ ҙа тамашасы алдына сыға башланы. Уның киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?

- Оҙаҡ йылдар артист булараҡ, шуны әйтер инем: артист тормошо бөгөн бар, иртәгә булмаҫҡа ла мөмкин. Аҙыраҡ ҡыбырламайыраҡ торһаң, тамашасылар онотоуҙары ла ихтимал. Мин дә мин, тип йыш йөрөһәң дә, бер нәмә лә килеп сыҡмауы бар. Шуға улыбыҙ Кәримдең берәй етди генә һөнәр һайлауын теләйбеҙ, ләкин алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр бит. Өйҙә микрофон тотоп йырлап тик йөрөй, беҙҙе йырлата ла, бейетә лә, көлдөрә ул малай. Кем булһа ла булһын, тик иленә лайыҡлы кеше булып үҫһен. Иманлы булһын, тип теләйбеҙ.

- Тамашасы һеҙҙе Лилиә менән шул тиклем бәхетле парҙар тип өйрәнгән. Бәхет шишмәһенең сере нимәлә?

- Ғаилә - ул үҙе бер бәләкәй дәүләт. Тормош булғас төрлө хәлдәр ҙә була. Иң мөһиме бер-береңде аңлау һәм сабырлыҡ кәрәк. Икеңә лә бергә ҡабынып китергә ярамай. Мин үҙем сабыр кеше, етмәһә, Лилиә менән йәш айырмабыҙ ҙа ҙур ғына. Шуға ла мин ир-егеттәргә ҡатынды йәшерәкте алығыҙ, тип кәңәш бирәм. Йәшерәк ҡатының булһа, уға бәләкәй туғаныңа ҡараған кеүек мөнәсәбәт тә була. Үҙеңде уның алдында аҡыллыраҡ, зирәгерәк итеп хис итәһең. Ҡай саҡта уның ҡылығына көлөп кенә ҡарайһың, кәрәк саҡта кәңәш тә бирәһең.

- Эштә лә, ғаиләлә лә гел бергәһегеҙ, ялҡытып китмәйме?

- Юҡ, бер ҙә ялҡытмай. Әгәр уйың бер булһа, бер-береңә ялҡытмайһың икән ул.

- Киләсәккә пландарығыҙ?

- Мин хәҙер ир уртаһына еткән кеше. Шулай булғас, иртән торһам да, кис ятһам да иҫәнлек, именлек теләйем. Пландың иң мөһиме - улыбыҙ Кәримде кеше итергә, дәртләнеп эшләргә һәм тамашасыларыбыҙға яңынан-яңы йырҙар бүләк итергә.

- Күмертау һәм Көйөргәҙе халҡына әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр бит?

- Халыҡ төрлө яҡта төрлөсә. Һәр яҡтың үҙенә генә хас холоҡтары, үҙенсәлектәре, йәшәү рәүештәре була. Ә Күмертау һәм Көйөргәҙе халҡы беҙҙе һәр ваҡыт үҙ итеп ҡабул итә, рәхмәт уларға.

Беҙ тамашасыларыбыҙҙы ысын күңелдән яратабыҙ. Быны концерт һайын беҙҙе күрергә, тыңларға килгән дуҫтарыбыҙға әйтмәй ҡалмайбыҙ. Бер шулай Күмертауҙа концерт барғанда ла: “Беҙ һеҙҙе яратабыҙ”, - тип әйттек. Аҙаҡ гримеркала йөрөгәндә бер инәй килеп керҙе лә (ҡыҙғанысҡа ҡаршы исемен онотҡанмын): “Лилиә, Фәдис, беҙ һеҙҙе беләһегеҙме ни өсөн яратабыҙ? Беҙ һеҙҙе һеҙ беҙҙе яратҡан өсөн яратабыҙ. Һеҙҙең тамашасыларығыҙҙы яратыуығыҙ сәхнәнән һиҙелеп тора, һеҙ шундай алсаҡһығыҙ”, - тине. Ошо һүҙҙәр күңелгә һеңеп ҡалған, һәм шуны әйтер инем: ысынлап та, беҙ һеҙҙе яратабыҙ, дуҫтар!

Ә “Гел бергә” тип әҙерләгән программабыҙ бик бай йөкмәткеле буласаҡ. Беҙҙең менән бергә үҙҙәре лә айырым концерттар менән йөрөрлөк лайыҡлы артистар ҙа килә. Улар Гөлназ Асаева, Хәлит Фәттәхов, Рифат Шәрәфетдинов, Азат Биксурин, бейеүселәребеҙ Зарина Солтангилдина менән Рөстәм Ғәндәлипов һәм Татарстан ҡунағыбыҙ Нияз Сабиров та ҡатнашасаҡ. Барығыҙҙы ла концертыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.

- Фәдис Рәхимйән улы, һеҙгә әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: