Все новости
Беҙҙең әңгәмә
22 Февраля 2019, 14:33

«Бер нәмә лә еңел бирелмәне...»

27 февралдә Күмертауҙың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында Татарстандың атҡаҙанған артисы, Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айгөл Һағынбаеваның концерты буласаҡ. Ошо уңайҙан тиҙ арала Башҡортостан һәм Татарстан тамашасыһы һөйөүен яулап алырға өлгөргән, Учалы районы һылыуы, моңло тауышлы йырсы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

27 февралдә Күмертауҙың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында Татарстандың атҡаҙанған артисы, Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айгөл Һағынбаеваның концерты буласаҡ. Ошо уңайҙан тиҙ арала Башҡортостан һәм Татарстан тамашасыһы һөйөүен яулап алырға өлгөргән, Учалы районы һылыуы, моңло тауышлы йырсы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Айгөл Рәүил ҡыҙы, һуңғы йылдарҙа айырым концерттар менән сығыш яһағанығыҙ күренмәй. Тамашасыларығыҙ һеҙҙе юғалтҡандыр инде. Күмертау, Көйөргәҙе халҡын ниндәй тамаша менән әсир итмәксеһегеҙ?

- Эйе, һуңғы йылдарҙа гастролдәргә сығып йөрөмәнем, 6 йыл буйына балалар тәрбиәләп өйҙә ултырырға тура килде миңә. Яратҡан тамашасыларыбыҙға театрлаштырылған өр-яңы тамаша тәҡдим итмәксебеҙ. Әйткәндәй, был турҙағы концертыбыҙҙың иң тәүгеһе һеҙҙең ҡалала үтәсәк. Концертта халыҡ йырҙары ла, ҡурай моңдары ла, дәртле йыр-бейеүҙәр ҙә буласаҡ. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы, оҫта баянсы Хәлит Фәтихов, йырсы Дияна Ишниязова, «Ҡаруан» төркөмө ҡатнашасаҡ. Күмертауҙа бик күптән булғаным юҡ, шулай ҙа бындағы тамашасыларҙың артистарҙы ихлас ҡабул итеүҙәре хәтеремә һеңеп ҡалған. Минең бер еҙнәйем ошо ҡаланан. Шуға күрә Күмертау, Көйөргәҙе халҡының ҡунаҡсыл, алсаҡ булыуҙарын яҡшы беләм мин.

- Билдәле артистарҙың шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр. Беҙҙең гәзит уҡыусыларҙы ла, тамашасыларығыҙҙы ла һеҙҙең ғаилә тормошо ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр, тип уйлайым.

- Ғаиләбеҙҙә 2 ҡыҙ үҫә. Әмилә ҡыҙыбыҙға — 11, кескәй Ғәйшәгә 5 йәш. Тормош иптәшем бөтөнләй икенсе һөнәр эйәһе булһа ла, йырҙар ижад итеү менән етди мауыға. Репертуарымдағы бик күп йырҙар уныҡы. Минең ижадыма ҡарата ла ныҡ талапсан. Һәр йырымды еренә еткереп башҡарыуымды талап итеүсе лә ул. «Был йыр эсендә ныҡлап йәшәмәйһең», - тип ҡайһы бер йырҙарҙы ҡабат-ҡабат яҙҙырта. Күберәк баян, ҡурай көйҙәренә ҡушылып йырлағанымды ярата, халыҡ йырҙарын өҫтөн ҡуя. Үҙем дә халыҡ йырҙарын яратып башҡарам. Оло ҡыҙым ҡайһы саҡ: «Әсәй, һин бит йәштәр өсөн дискотека йырҙарын бер ҙә йырламайһың», - тип әйтеп ҡуя.

- Ә ҡыҙҙарығыҙ үҙҙәре йырлайҙармы?

- Ике ҡыҙымдың да йыр-моңға һәләте, тауыштары бар, әммә сәхнәгә сығып сығыш яһағандары юҡ әлегә. Кесе ҡыҙым бейергә ярата. Бер ҡыҙыҡ ваҡиға иҫкә төштө. Ниндәйҙер концертта сығыш яһарға бәләкәй ҡыҙым менән бергә барырға тура килде. Унда матур башҡорт костюмдарында балалар сығыш яһарға әҙерләнә ине. Минең ҡыҙым: «Әсәй, уларҙың, моғайын, артыҡ костюмдары барҙыр. Әйҙә һорап алайыҡ та, мин дә улар менән бергә сығып бейейем», - тип аптыратҡайны. Сәхнәгә сығып бейергә дәрте бар шул баламдың.

- Ҡыҙҙарығыҙҙың һеҙҙең юлды һайлауын теләр инегеҙме?

- Һәр кем үҙ юлын үҙе һайларға тейеш, тип уйлайым. Теләйһеңме-теләмәйһеңме риза булаһың инде. Бына үҙемдән генә алайыҡ. Тәүҙә ата-әсәйем минең артист булыу хыялыма ҡаршы килмәнеләр, киреһенсә, минең теләгемде күтәреп алдылар, музыка мәктәбенә уҡырға бирҙеләр. Инде үҫеп етеп, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тыуғас, атайым кинәт кенә минең сәнғәт юлынан китеүемә ҡаршы булды ла ҡуйҙы. Әммә мин үҙ һүҙемдән ҡайтманым, бер кемде лә тыңламаным, хыялыма табан барҙым. Шуға күрә юлымда осраған кәртәләргә, ауырлыҡтарға ҡарамай, маҡсатыма ирешергә ынтылдым, сөнки мин үҙемде аҡларға тейеш инем. Икенсе һөнәр һайлаһам, үкенер инем, әммә минең юлымда осраған ҡыйынлыҡтар булмаҫ ине, бәлки, тип тә уйлап ҡуям ҡайһы саҡ. Кесе ҡыҙым әле табип булырға хыяллана. Олоһо буласаҡ һөнәре хаҡында уйланып ҡына йөрөй.

- Үҙегеҙ нисә йәштән йырлай башланығыҙ?

- Өләсәйем бер ваҡиғаны гел иҫләп көлә ине. Өс йәш тирәһе булғанда әсәйемдәр мине өләсәйемдә ҡалдырып ҡайҙалыр киткәндәр. Шунда телевизорҙан Фәриҙә апай Ҡудашеваның йырлағанын күреп ҡалғанмын да: «Өләсәй, телевизорҙың ишеге ҡайҙан асыла ул? Шунда инеп йырлағым килә», - тип илағанмын. Минең өсөн ҙур сәхнәгә сығыу Учалы ҡалаһынан башланды. 6-сы класта музыка мәктәбендә уҡығанда сәхнәгә сыға башланыҡ. Миәс, Златоуст, Екатеринбург ҡалаларына конкурстарға йөрөнөк.

- Белеүемсә, һеҙ сәнғәт буйынса белемде Ҡазанда алғанһығыҙ? Ул тарафтарға нисек барып юлыҡтығыҙ?

- Минең турала:«Ул Башҡортостанды һатып, Ҡазанға китте бит», - тип әйтеүселәр бар. Ни өсөн Ҡазанға китергә тура килде һуң миңә? Башҡортостанда: «Тауышың юҡ һинең», - тип мине сәнғәт институтына уҡырға алманылар, ә Ҡазанда шунда уҡ алдылар. Унда уҡый башлау менән Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов үҙенең концертында сығыш яһарға саҡырҙы. Шул концертта тәүгә башҡарған «Бер ҡайтырмын тыуған яғыма» тигән йырым менән Башҡортостанда ла, Татарстанда ла танылыу алдым. Тәүге аҡса эшләү сығанағым да шул йыр булды. Телгә килгәндә инде, башҡорт һәм татар теленең икеһендә лә йырлайым. Башҡорт теле — минең туған телем булһа, татар теле — миңә һөнәри белем биргән тел. Ҡазанға килгән саҡта татарса бер һүҙ белмәй инем. Имтихандарҙы тик башҡорт телендә бирҙем. «Был ҡыҙ татарса өйрәнә алмаҫ ул. Нисек уҡыр икән?» - тип шикләнеүселәр булды. Әммә мин бирешмәнем, уларҙың шул һүҙҙәренә сәмләнеп, 2 ай эсендә татар телен үҙләштерҙем. Ғөмүмән әйткәндә, миңә бер нәмә лә еңел генә бирелмәне. Ижад юлымда ла, ғаилә тормошомда ла төрлө ҡаршылыҡтар осрап ҡына торҙо. Аллаға шөкөр, Аллаһы Тәғәлә миңә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәр ваҡыт көс бирә.

- Ҡазандан ҡайтҡанға үкенмәйһегеҙме?

- Юҡ, үкенеү тойғоһо кисермәйем. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, тыуған яҡ үҙенә тарта. Ижад кешеләре бөгөн бында, иртәгә тегендә тигәндәй, төрлө ергә йөрөп тора. Ҡазанға һаман саҡырып торалар, Аллаға шөкөр. Унда ла концерт менән 8 йыл барғаным юҡ ине, Алла бирһә, тиҙҙән айырым концерт программаһы алып барасаҡмын. 6 йыл буйы концерт, гастролдәр менән йөрөмәгәс, әллә нисек ҡыҙыҡ булып тора әле ул. Тулҡынландырған кеүек. Икенсе ҡыҙыма ауырға ҡалып, гастролдәрҙе ҡапыл ғына туҡтатҡас та шулай ҡыйын булып торғайны. Аҙаҡ өйҙә ултырырға ла өйрәнеп кителде.

- Һеҙҙең сәхнә костюмдарығыҙ ҡайһы бер артистарҙыҡы кеүек асыҡ-ярыҡ, ҡыҫҡа түгел. Стилегеҙ өҫтөндә кем эшләй?

- Тәүге йылдарҙа мин дә асыҡ күлдәктәрҙә сығыш яһай торғайным. Йәш саҡ, кейемдәрең ябығыраҡ булһын, асыҡ ярамай, тип әйтеүсе кеше лә булманы. Шул саҡтарҙа сәхнәгә сыҡҡандан һуң ныҡ ауырый торғайным. Иҫемде юғалтып йығылған саҡтарым да булғыланы. Уларҙың барыһы ла күҙ тейеүҙән икән. Әле кейемдәрем мөмкин тиклем ябыҡ булһын, тип тырышам. Быға минең намаҙға баҫыуым да тәьҫир итте. Намаҙға баҫыуыма 6 йыл инде. Тегеүселәрем дә мине белеп бөткән, аңлап торалар. Күлдәктәрҙе магазиндан һатып алырға яратмайым.

- Телевизорҙан матур кейенгән артистарҙың йырлауын күреп: «Үҫкәс, мин дә шундай артист буласаҡмын», - тип хыялланмаған бала юҡтыр, моғайын. Әртист булырға теләгән йәштәргә нимә әйтер инегеҙ?

- Әгәр теләгегеҙ менән һәләтегеҙ тура килһә, һис шикһеҙ, маҡсатығыҙға табан барығыҙ, тиер инем. Мин үҙем бала саҡтан бер нәмәгә ҡарамай үҙ маҡсатыма табан ынтылдым. Үрҙә әйттем инде, ҡыйынлыҡтарҙы ла күп кисерергә тура килде. Йырсы булыуыма үкенмәйем. Шулай ҙа бер үкенгән әйберем бар: йырсыға уҡыған саҡта, парралель рәүештә берәй етди һөнәр алырға ла кәрәк булғандыр, тип уйлайым хәҙер. Артист кешегә һәр ваҡыт гастролдәргә сығып китергә тура килә. Ғаилә, балаларҙы ҡалдырып китеүе бигерәк ҡыйын. Өләсәйҙәр ҙә, бала ҡараусылар ҙа, нисек кенә яҡшы булмаһындар, балаға әсәйҙе алыштыра алмайҙар шул. Берәй ваҡыт килер, йырлай ҙа алмай китермен, шул ваҡытта нишләрмен икән, тип уйланып ҡуям. Уҡыу өсөн ҡасан да һуң түгел, тиҙәр ҙә ул, шулай ҙа һөнәрҙе йәшерәк саҡта алыу яҡшыраҡтыр, тигән уйҙамын.

- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айгөл Рәүил ҡыҙы! Халыҡ йырҙарын, ысын йыр-моңдо һөйөүсе тамашасыларығыҙ 27 февраль көнө зал тултырып килер, тип ышанабыҙ. Уңыштар һеҙгә!

- Артист халҡының еңел булмаған хеҙмәтен аңлап торғанығыҙ, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡанығыҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәт, «Юшатыр» гәзите. Мин һүҙем һуңында үҙемдең администраторым хаҡында ла әйтеп үткем килә. Ришат ағай Төхвәтуллин артистарҙың концерты булһын, тамашасы йыйылһын, тип күп эш башҡара, әммә ул гел сәхнә артында ҡала, еңел булмаған эше лә күренмәй. Беҙ уның менән күптән бергә эшләйбеҙ. Ришат ағайға ҙур рәхмәтлемен. Уның менән эшләүе рәхәт. Бигерәк тә тырыш, эшһөйәр кеше. Әгәр ул минең менән эшләргә риза булмаһа, был гастролдәргә лә сыҡмаҫ инем.
Читайте нас: