Все новости
Беҙҙең әңгәмә
7 Марта 2019, 14:09

Ҡатын-ҡыҙға ни етмәй?

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап түңәрәк өҫтәл үткәрҙек. Гүзәл заттар ниндәй булырға тейеш, уларға нимә етмәй, уларҙың тормоштағы роле нисек булырға тейеш ошо проблемалар хаҡында ир-егеттәр менән һөйләшеү булды. Әңгәмәлә Күмертауҙан хаҡлы ялдағы Илшат Рыҫҡолов, 3-сө БРГИ-ның хеҙмәт һәм география уҡытыусыһы Илдар Таипов, Шәбағыш ауылынан Булат Урманбәтов, Абдулдан Айҙар Хөснөтдинов һәм РПЛИ-ның 11-се класс уҡыусыһы Айнур Хөсәйенов ҡатнашты.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап түңәрәк өҫтәл үткәрҙек. Гүзәл заттар ниндәй булырға тейеш, уларға нимә етмәй, уларҙың тормоштағы роле нисек булырға тейеш ошо проблемалар хаҡында ир-егеттәр менән һөйләшеү булды. Әңгәмәлә Күмертауҙан хаҡлы ялдағы Илшат Рыҫҡолов, 3-сө БРГИ-ның хеҙмәт һәм география уҡытыусыһы Илдар Таипов, Шәбағыш ауылынан Булат Урманбәтов, Абдулдан Айҙар Хөснөтдинов һәм РПЛИ-ның 11-се класс уҡыусыһы Айнур Хөсәйенов ҡатнашты.

Малик Ильясов: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡтарына ҡарап һоҡланмаған ир-ат юҡтыр. Беҙҙең донъябыҙ биҙәге булған гүзәл заттарыбыҙға арналып бихисап шиғырҙар яҙылған, әйтемдәр ҙә, мәҡәлдәр ҙә бик күп. Беҙ ҙә бөгөнгө әңгәмәбеҙҙе ирҙе ир иткән дә, ирҙе хур иткән дә ҡатын, тигән мәҡәлдән башлап ебәрәйек.

Илшат Рыҫҡолов: Ысынлап та, был мәҡәлдә хаҡ әйтелгән. Бына бер дуҫ иптәшемдең ҡатыны мәрхүм булды. Дуҫым йыш ҡына шылтыратып: “Сәй эсергә эргәңдә ҡатының булмаһа, ҡыйын икән. Элек ҡатыным менән әйткеләшеп алһаҡ та, күңелле булған икән”, - тип бошона. Шулай булғас, ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлап та, донъя тотҡаһы була инде.

Малик Ильясов: Йәш егет булһынмы, оло йәштәге ағай булһынмы, барыһына ла үҙ эргәһендә терәк булған ҡатын кәрәк. Булат ағай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы оҙаҡ йылдар йәшәгән хәләл ефетеңде юғалттың. Аҙаҡ яңғыҙлыҡтан ҡасып, ҡатын-ҡыҙҙар - донъя биҙәге, тигән кеүек һин дә ошо биҙәкте эҙләнеңме?

Булат Урманбәтов: Яңғыҙ ҡалғас, ауыр, әлбиттә. Урамға ла сыҡмай, баштағы төрлө уйҙар менән өйҙә ултырҙым. Ләкин үткән менән генә йәшәп булмай. Әммә аулаҡ, димләү кеүек алып барылған эштәрҙе мин кәмһетеү һымаҡ тойҙом, шулай ҙа үҙемә тигәне килеп сыҡты бит. Ҡатын-ҡыҙ ир-ат янында күңел йылыһы табып йәшәргә тейеш.

Айҙар Хөснөтдинов: Мин дә шулай уйлайым, кешене димләү дөрөҫ түгел ул. Һинең томошоңдо сит кеше хәл итмәһен. Һәр ир үҙ гүзәлен үҙе табып, мөхәббәттә генә йәшәргә тейеш.

Малик Ильясов: Булат ағай, тәүге ҡатын менән оҙаҡ йылдар ғүмер иткәндән һуң, икенсе ҡатынға өйрәнеп китеүе ауыр түгелме?

Булат Урманбәтов: Мин дә үҙемде оло кешемен, тип уйлай торғайным. Йәш кәләш алғас, дәртләнеп яңынан тормош көтөп киттем. Ә ҡатын-ҡыҙға беҙҙең яҡтан иң мөһиме күңел йылыһы һәм ихтирамлылыҡ кәрәк. Бар көсөңдө, иғтибарыңды, һөйөүеңде ҡатыныңа бирһәң, шул тиклем күңелгә рәхәт һәм тыныс. Ә ҡатын-ҡыҙҙы алдайым, хәйләләйем, тип уйлау ул ирҙәр өсөн мәғәнәһеҙлек. Гүзәл заттар улар беҙгә ҡарағанда күпкә нескәлерәктәр ҙә, аҡыллыраҡтар ҙа, уларҙы алдау түгел, ә күтәрергә генә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ бер яҡлап та мохтаж булырға тейеш түгел. Һин спиртлы эсемлектәр менән дуҫ булып, эшләмәй йөрөһәң, ҡатын-ҡыҙ һинән һыуыныуы ла ихтимал.

Малик Ильясов: Һеҙ, ҡатын-ҡыҙға тәү сиратта наҙ кәрәк, иғтибар кәрәк тинегеҙ. Илдар Хөрмәтович, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Илдар Таипов: Мин бөгөнгө һөйләшеүгә килер алдынан төрлө йәштәге гүзәл заттар менән аралаштым, уларҙың фекерҙәрен белдем. Өлкән кластарҙа уҡыусы ҡыҙҙар имтихандарҙы яҡшы тапшырып, киләсәктә лайыҡлы эш хаҡы булған эш табыу, тиҙәр. Ә инде 24-30-ҙы үткән яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы, тол ҡатындарҙы эш хаҡы түбән булыуы, балаларға түңәрәктәр түләүлелеге, төрлө ташламалар юҡлығы, үҙҙәренең парҙарын таба алмауҙары борсой. Үҙҙәренә һәйбәт ир табырға хыяллана улар.

Малик Ильясов: Һәйбәт ир тигән төшөнсәгә нимә һалына һуң?

Илдар Таипов: Миллиардер, миллионер ҙа кәрәкмәй, тиҙәр. Иң мөһиме ашарға, кейенерҙәренә етеп, арҡалары ныҡ булыуын теләйҙәр. Ҡырҡ йәште үтеп, иллегә еткән ханымдарҙы балаларының үҙ урындарын табыуҙары, яҡшы эш урындары булмауы, шулай уҡ олоғая килә медицина хаҡтары ҡиммәт булыуҙары ла борсой.

Иң мөһиме йәштәрҙе ишле итергә кәрәк. Ҡыҙҙар 24 йәшкә тиклем кейәүгә сығып ҡалырға тейеш, тип уйлайым. Хәҙер бит баҙар системаһы башланды. Ҡыҙҙар тәүҙә машина, фатир алабыҙ, тиҙәр. Үҙем өсөн генә бер бала табам да етә, тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Элек-электән мосолман ғаиләләрендә балалар күп булған. Бала сәскә һымаҡ, ә сәскә күп булырға тейеш.

Малик Ильясов: Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙа үҙе баш, үҙе түш булыу кеүек ҡылыҡтарҙы йыш күрергә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙе һанға һуҡмауҙы беҙҙең мосолман халҡы араһында ла күҙәтергә мөмкин.

Илдар Таипов: Был проблема булмаһын өсөн, ир-егеттәрҙе, малайҙарҙы хөрмәт итеү тәрбиәһен балалар баҡсаһынан, мәктәптән үк башларға кәрәк. Мин бер-ике тапҡыр дәрес башланыр алдынан класҡа тәүҙә егеттәрҙе, ә аҙаҡ ҡыҙҙарҙы кереттем. Был күренешкә ҡыҙҙар хатта аптырап ҡалдылар. Мин уларға Кавказ республикаһында ир-егеттәргә ҡарата ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡараштары хаҡында һөйләнем. Унда бит ашарға ултырғанда ла иң тәүҙә ирҙәрҙе ултырталар, беҙҙә лә ундағы кеүек ирҙәрҙе хөрмәт итергә өйрәтергә, был эште ғаиләнән башларға кәрәк.

Малик Ильясов: Һеҙҙең менән тулыһынса килешәбеҙ, әммә ашарыңа булмаған саҡта тәрбиә бит икенсе планға күсә. Эш, аҡса юҡлыҡ арҡаһында ирҙәр генә түгел, хатта гүзәл заттарыбыҙ ҙа ситкә оҙон аҡса артынан китә башланылар бит.

Илшат Рыҫҡолов: Шуныһы ауыр шул. Хәҙер никахҡа ҡарағанда айырылышыу күп. Ситкә эшкә китеп балаларыңды, ҡатыныңды оҙаҡ күрмәү ҙә ошо айырылышыуға алып бара инде.

Илдар Таипов: Беҙҙең халыҡ араһында нишләп ситкә китеүселәр күп? Сөнки беҙҙә берҙәмлек юҡ. Беҙ эш, аҡса юҡлыҡ темаһына күстек, был дөрөҫ. Шулай ҙа, ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы - ғаиләлә тәрбиәсе роле булырға тейеш. Өс-дүрт бала табып, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләп өйҙә ултырһын.

Малик Ильясов: Һинеңсә ҡатын-ҡыҙ эшләмәҫкә, ә ир-ат ҡына аҡса табырға тейеш. Ғаилә башлығының эш хаҡы 10-15 мең генә булһа, нисек йәшәргә?

Илдар Таипов: Аҡса аҙлыҡҡа ирҙәр ғәйепле түгел, ә бөтөн система. Шулай ҙа беҙҙә ялҡаулыҡ көслө. Ауылда йәшәгән ирҙәр күпләп мал тотһон, тырышһын. Бында инде системаны ғәйепләп булмай.

Ә бала табыу буйынса шуны әйтер инем. Һуңғы ваҡытта, ауыр заманда күп бала табыу кәрәкмәй, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Аллаһы Тәғәлә, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тип әйткән. Иң мөһиме, матур ғаиләләр күбәйһен өсөн, ныҡлы тәрбиә кәрәк.

Малик Ильясов: Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итер кәрәк, уларға ҡарата ихтирам, наҙ йәлләмәйек, тибеҙ. Ә уйлап ҡараһаң, гүзәл заттар, ирҙәрҙән донъя буйынса һигеҙ процентҡа, ә Рәсәйҙә 16 процентҡа күберәк. Бәлки, киреһенсә ирҙәрҙең ҡәҙерен ҡатын-ҡыҙҙар белмәйҙер? Ирҙәр әҙ, улар араһында ғаиләләренә ҡарата яуаплы, ышаныслы булғандары тағы ла аҙыраҡ, етмәһә, гейҙар ҙа юҡ түгел.

Айҙар Хөснөтдинов: Ирҙәр былай ҙа аҙ, уларҙың йәшәү ғүмерҙәре лә ҡыҫҡараҡ. Пенсия йәшен дә арттырҙылар.

Малик Ильясов: Ир-заттар әҙ, тинек. Әгәр, элекке һымаҡ бер иргә кәмендә дүрт ҡатын алырға тура килһә, хәҙерге ирҙәрҙең кеҫә яғынан да, һаулыҡ яғынан да көстәре етмәйәсәк. Етмәһә, уларҙың яурынында яуаплылыҡ күберәк ята. Аҡсаны күберәк табырға, балалары һораған уйынсыҡтарҙы, тәмлекәстәрҙе лә алырға кәрәк. Әгәр ҡулынан килмәһә, ир борсола башлай, нервылары ҡаҡшап, эсеп китеп, айырылышып, аҙаҡ бөтөнләй һынып ҡуйыуы ла ихтимал.

Илшат Рыҫҡолов: Ир-егеттәр ныҡ булһын өсөн, мунсала сабынырға тейештәр. Сабыныу - ул организмға ныҡ файҙалы. Һау кешенән һау бала тыуғанын да оноторға ярамай.

Булат Урманбәтов: Ир кешенең билдән түбәнерәк мускулдары һәр саҡ хәрәкәттә булырға тейеш, тиҙәр. Мин дә һәр ваҡыт велосипедта йөрөйөм. Элек бер башҡорт ағайының 90 йәшендә улы тыуған. Сөнки ул һәр саҡ эйәрҙә йөрөгән.

Айҙар Хөснөтдинов: Мин, киреһенсә, велосипедта йөрөү ир-егеттәргә ярамай, тип ишеткәнем бар.

Булат Урманбәтов: Яңғылышаһыңдыр, тип уйлайым. Сөнки хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр.

Илдар Таипов: Бер һүҙ менән әйткәндә, ир-заттар һау булһа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һау була. Элек-электән ҡатын-ҡыҙ көслө затҡа ҡарата ҡаршы һүҙ әйтергә тейеш булмаған. Ә хәҙер берәй нәмә әйтһәң, улар 40 яуап ҡайтара. Элек йәштәр өйләнешкәс тә ғаиләлә ирҙәр хужа булған. Ул дөрөҫ әйтһә лә, дөрөҫ әйтмәһә лә, ҡатын-ҡыҙ тыйнаҡ булырға тейеш.

Айнур Хөсәйенов: Булған аҡсаны ла дөрөҫ ҡуллана белергә тейештер гүзәл заттар, тип уйлайым.

Айҙар Хөснөтдинов: Ҡатын-ҡыҙға аҡсаңды алып ҡайтып биреү хөрмәт итеү була. Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы, тиҙәр бит, аҡсаны ла тота белергә, өй йылыһын да һүндермәҫкә тейештәрҙер.

Илшат Рыҫҡолов: Аҡыллы ҡатын балалары янында атай абруйын төшөрөргә тейеш түгел.

Малик Ильясов: Айнур, йәш кеше булараҡ әйт әле, бөгөнгө ҡыҙҙар ниндәй, уларҙы нимә ҡыҙыҡһындыра?

Айнур Хөсәйенов: Төрлө ҡыҙҙар була. Кемдәрҙелер аҡса ҡыҙыҡһындырһа, кемдәрҙер егеттәрҙең ихтирамына нығыраҡ баҫым яһай. Байлыҡҡа ҡыҙыҡҡан ҡыҙҙар шунда уҡ беленә, уларҙың һөйләшеүҙәре лә икенсе төрлөрәк. Әммә уларҙы ғәйепләп булмай, заманаһы шулай. Ҡыҙҙар үҙҙәренең киләсәктәре хаҡында алдан уйланалар. Әгәр ҡыҙ булһам, мин дә хәллерәк егеттәргә генә ҡарар инем.

Ә инде гүзәл заттарҙа миңә нимә оҡшамай? Уларҙың ныҡ биҙәнеүҙәре, буяуҙы күп ҡулланыуҙары оҡшамай. Үҙҙәренең тәбиғи матурлыҡтары күпкә матурыраҡ икәнлеген аңлаһындар ине.

Малик Ильясов: Айҙар, һин - районыбыҙҙа һәм ҡалала билдәле музыканттарҙың береһе. Элек гармун тотоп урамға сыҡһаң, бар ҡыҙҙар һинеке булған. Хәҙерге ҡыҙҙарҙы ла гармун менән үҙеңә ылыҡтырып буламы икән?

Айҙар Хөснөтдинов: Юҡтыр, хәҙер гармунсы, тиһәләр, урамда йөрөгән егеттәр күҙ алдына баҫа кеүек. Шулай ҙа кистәрен күңелгә моң тулып китһә, тупһаға сығып, ауылға гармун тауышы ишетелһен әле, тип уйнап алам.

Илшат Рыҫҡолов: Йәш саҡта миңә лә гармун алып бирҙеләр. Ҡыҙҙар, бер урынға йыйылып, гармунда уйнатырға мине саҡыра торғайнылар. Ысынлап та, ул заманда гармунлы егеттең баһаһы ҙур булды.

Малик Ильясов: Хәҙерге ҡыҙҙар тормошто алдан күреүсәндәр. Улар алдағы тормоштарын уйлайҙар. Ә бит үҙ урынын тапмаған ҡатындар күп. Шул арҡала сит яҡтарға сығып китеүселәр ҙә байтаҡ.

Айҙар Хөснөтдинов: Ҡыҙҙар дөрөҫ уйлай. Ғаилә ҡорғанда фатир булыу мөһим. Мөхәббәт булған хәлдә лә, ҡуртымға алған өйҙә йәшәү ауыр. Өйләнәләр ҙә, торлаҡ алам, тип ҡатынын ташлап Себергә китәләр. Нимә булһа ла, үҙеңдең икенсе яртыңды ташлап ситкә китергә кәрәкмәй. Мөхәббәт булһа, улар бергә донъя йыясаҡтар. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай.

Илшат Рыҫҡолов: Ситтә эшләгәндәр бер-береһенән айырым йәшәйҙәр. Сәйҙе лә бит, яһап ҡуйып 15 минут үткәндән һуң, һыуығанды эске килмәй. Ҡатындар менән ирҙәр ҙә шулай бер-береһенән һыуына. Балаларҙы әсәйҙәр тәрбиәләйҙәр, ирҙәре ситтә, ә бала, бит атайҙан ҡурҡып, уны ихтирам итеп йәшәргә тейеш.

Малик Ильясов: Бөгөнгө көндә ябай ауыл малайы нисек яҡшы ир һәм атай булып үҫеп китергә тейеш?

Айнур Хөсәйенов: Ҙур ҡалаға ынтылырға кәрәк. Үҙеңде шул ҙур ҡалала ғына үҫтереп була. Мин бизнес менән шөғөлләнгән ағайҙар менән танышып, уларҙың эштәре хаҡында һөйләштек. Был йүнәлеш мине ҡыҙыҡһындырҙы. Аралашҡан дуҫтарым да һыра эсеп, тәмәке тартып йөрөмәйҙәр, ә юғары кимәлдәгеләр.

Илшат Рыҫҡолов: Дөрөҫ уйлайһың, әйтәләр бит кем икәнен белгең килһә, дуҫына ҡара, тип.

Малик Ильясов: Айнур, киләсәктә өйләнергә уйлайһыңдыр бит, буласаҡ кәләшеңде нисек күҙ алдына килтерәһең?

Айнур Хөсәйенов: Уҡып, аҙыраҡ аяҡҡа баҫҡас 25-26 йәшемдә өйләнермен, тип ниәтләйем. Буласаҡ кәләшем мине хөрмәт итеп, яратып ҡына эргәмдә йөрөр, тип уйлайым.

Илдар Таипов: Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ дингә ышанған ғаиләләр нығыраҡ була. Ирҙәр ҙә шуны аңларға тейеш, Аллаға ышанып дингә яйлап баҫырға кәрәк. Хатта мәктәптәргә барып мулла ағайҙарыбыҙ уҡыусылар менән ғаилә темаһына һөйләшеүҙәр үткәрһә, шәп булыр ине.

Малик Ильясов: Әңгәмәбеҙҙә бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ни етмәй һорауына яуап табырға тырыштыҡ. Һөйләшеүгә йомғаҡ яһап ошо хаҡта ла әйтеп үтһәк?

Илдар Таипов: Гүзәл заттарыбыҙға ир-егеттәр тарафынан ысын мөхәббәт етмәй.

Айҙар Хөснөтдинов: Мөхәббәт тә ике яҡлы булырға тейеш.

Илшат Рыҫҡолов: Ҡатын-ҡыҙҙарға ихтирамлыҡ, иғтибар етмәй.

Булат Урманбәтов: Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙар машинала ла йөрөйҙәр, етәксе урындарҙа ла эшләйҙәр. Шуларға ҡараһам, ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас булған мөләйемлек, наҙлылыҡ етмәй, тип уйлайым. Ә гүзәл заттарҙа был нескәлектәр булмаһа, уларға ылығып булмай. Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар шуға ла яңғыҙҙар.

Айнур Хөсәйенов: Минеңсә, ҡатын-ҡыҙға барыһы ла етергә тейеш.

Малик Ильясов: 8 Март байрамында һәр кем үҙенең һөйгәненә ҡулынан килгәнсә бүләк әҙерләйҙер. Һеҙҙеңсә, ҡатын-ҡыҙға ниндәй бүләк нығыраҡ оҡшай?

Илшат Рыҫҡолов: Мин үҙем сәскә яратам, шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарға һәр саҡ сәскә бүләк итәм. Уларға һис шикһеҙ сәскә бүләк итергә кәрәк.

Илдар Таипов: Матур һүҙҙәр әйтеп, наҙлап, торт алып ғаиләң менән бергә сәй эсеү, өй эштәрендә ярҙам итеү ҙә үҙе бер ҡыуаныс.

Айҙар Хөснөтдинов: Бүләкһеҙ булмай. Бүләк ул иғтибарлыҡ бит.

Малик Ильясов: Егеттәр, һеҙгә түңәрәк өҫтәлгә килеп ихлас һөйләшеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ә инде гәзит уҡыусы барлыҡ гүзәл заттарыбыҙҙы ла яҙҙың тәүге байрамы булған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Иҫәнлектә, именлектә, бәхетле мул тормошта артабан да беҙҙе һоҡландырып, ирҙәрҙе ысын ир итеп, донъябыҙ тотҡаһы булып йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: