Все новости
Беҙҙең әңгәмә
9 Апреля 2019, 13:48

«Байыҡ» йондоҙо Айгөл!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында (БСТ-ла) барған «Байыҡ» Республика башҡорт бейеүе бәйгеһенең яңы миҙгелендә Яҡшымбәт ауылы ҡыҙы Айгөл Сәлтәшева (Иҫәнбирҙина) ҡатнаша. 2008-2017 йылғаса конкурста Гран-при алған еңеүселәр араһында иң-иңдәрен билдәләү быйыл бәйгенең шартына инә. Был республикабыҙҙа 2020 йылда үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһы менән бәйле. Айгөл 2017 йылда Гран-приға лайыҡ булғайны. Һәм ойоштороусылар тарафынан быйыл да үҙ көсөн һынарға саҡырылды.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында (БСТ-ла) барған «Байыҡ» Республика башҡорт бейеүе бәйгеһенең яңы миҙгелендә Яҡшымбәт ауылы ҡыҙы Айгөл Сәлтәшева (Иҫәнбирҙина) ҡатнаша.

2008-2017 йылғаса конкурста Гран-при алған еңеүселәр араһында иң-иңдәрен билдәләү быйыл бәйгенең шартына инә. Был республикабыҙҙа 2020 йылда үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһы менән бәйле. Айгөл 2017 йылда Гран-приға лайыҡ булғайны. Һәм ойоштороусылар тарафынан быйыл да үҙ көсөн һынарға саҡырылды.

- Айгөл, бейеүгә оҫталығың, мөхәббәтең ҡайҙан килә?

- Бейеүгә мине әйҙәүсе, минең мотиватор, тип әйтәйем, Гөлназ һеңлем. Уға һоҡланып, үҙем бейей башланым. Ауылда уҡығанда «Йондоҙсоҡтар» ансамблендә бейей торғайным. Етәксебеҙ Гөлшат Хәйбуллина бейеү серҙәрен асты миңә. Артабан, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға ингәс, «Дәрүиш» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләндем. Унда Рим Асҡаров етәкселегендә бейеүгә профессиональ яҡтан төшөндөм.

- «Байыҡ»та ҡатнашып арыманыңмы, ялҡманыңмы?

- Нисек кенә ҡыҙыҡ яңғырамаһа ла, мин «Байыҡ» конкурсының символы ситек өсөн барҙым(көлә). 2017 йылда ҡатнашҡанда бик ныҡ тулҡынланған инем. Еңеремә ышанманым да. Быйыл, конкурсҡа ҡатнашырға саҡырыу алғас та, һис икеләнмәнем. Талаптар тик икенсе. Үткән йылдарҙа иң ҙур баһаға лайыҡ булған бейеүселәр менән көс һынашыу анһат түгел. Шуға финалға үтергә тигән маҡсат ҡуйҙым үҙемә.

- Ҡайҙан илһам алаһың? Кем һине ҡанатландыра? Икенсе берәү һинең урыныңда булһа, бер еңдем бит, етәр, тип әйтер ине.

- Иң тәүҙә минең артта тороусы әтей-әнәйем Гөлнара һәм Шәүрәт Сәлтәшевтар, бер туғандарым - Румил, Гөлназ, тормош иптәшем Азат, улыбыҙ Данил. Икенсенән, мине бейеү нескәлектәренә өйрәткән Гөлшат апай Хәйбуллина. Ул да минең теләкте хупланы һәм дәртләндереп ебәрҙе.

- Белеүебеҙсә, яңы бейеү менән сығыш яһаның?

- Эйе. Бейеүсе Азамат Кәримовҡа мөрәжәғәт иттек. Һәм «Ҡыҙҙар Байығы» тигән бейеү һалдыҡ. Әйткәндәй, 2017 йылда ла уның бейеүҙәрен башҡарғайным. Шулай яйлап репертуарым да арта(көлә). Был конкурсҡа әҙерлек ваҡытында ауылдаштарымдан алып район кимәлендә ярҙам ҡулы һуҙҙылар, барыһына ла рәхмәт әйткем килә. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, тап һеҙҙең ярҙам менән икенсе турға үттем.

- Урал аръяғы бейеүселәре «Байыҡ»та шишмә быуырлыҡ. Ә ни өсөн беҙҙекеләр аҙ? Ғөмүмән, был ярыш кәрәкме ул?

- Ысынлап та, беҙҙең район бейеүселәре конкурста ҡатнашырға баҙнат итмәйҙәр. Жюри уҫал, тип әйтеүселәр бар, кемдер, һайлап алыу турына барҙыҡ - үтмәнек, ти. Был кәртәләрҙе үтә белергә, ҡаушап ҡалмай, алға табан атларға кәрәк, тип әйтер инем. Минеңсә, бындай бәйгеләр үткәрелеүе – яҡшы күренеш. Беренсенән – үҙең сынығаһың, икенсенән – ҙур тәжрибә, өсөнсөнән – артабан мөмкинлектәр, юлдар асыла.

- Икенсе турға үтеүең менән ҡотлайбыҙ. Алдағы турҙа ла жюриҙың тик 10 баһаларын алып, Гала-концертҡа барып етеүеңә ышанабыҙ.

- Рәхмәт ҙур. Тырышасаҡмын. Әлбиттә, «Юшатыр»ҙар һеҙгә рәхмәт, минең бәләкәй генә ҡаҙаныштарымды ҡала, район халҡына еткергәнегеҙгә.

Донъя мәшәҡәттәре баҫмаһын, йырлап-бейеп йәшәйек, дуҫтар. Һәм Айгөл Сәлтәшева (Иҫәнбирҙинаның) сығышын 13 апрель, 20 сәғәт 30 минутта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға онотмағыҙ.
Читайте нас: