Все новости
Беҙҙең әңгәмә
19 Июля 2019, 11:23

Тик ятҡан таш аҫтына

Көйөргәҙе районы башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһына конкурста еңгәс тә Римма Ғөбәйҙуллина менән әңгәмәләшергә теләк ҙур ине. Электән таныш кеше, РПЛИ уҡыу йортон етәкләгән сағында уның менән әллә күпме материал эшләнде, тик әлеге эше бөтөнләй икенсе тармаҡ һымаҡ бит (социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫар - әйтеүе генә анһат), шуға Римма Айрат ҡыҙының кәйефен белергә ине. Осрашырға бына әле генә форсат тейҙе.

Көйөргәҙе районы башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһына конкурста еңгәс тә Римма Ғөбәйҙуллина менән әңгәмәләшергә теләк ҙур ине. Электән таныш кеше, РПЛИ уҡыу йортон етәкләгән сағында уның менән әллә күпме материал эшләнде, тик әлеге эше бөтөнләй икенсе тармаҡ һымаҡ бит (социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫар - әйтеүе генә анһат), шуға Римма Айрат ҡыҙының кәйефен белергә ине. Осрашырға бына әле генә форсат тейҙе.

- Римма Айрат ҡыҙы, әлеге һеҙ килгән өлкә иң ауырҙарҙан һанала, һеҙҙең өҫтә барыһы ла: мәҙәниәт, спорт, мәғариф, йәштәр. Бөгөнгө заманда был тармаҡтарҙың ҡайһыһын алып ҡараһаң да, ҙур йөк булып ята. Һеҙ тәү көн эшкә килгәндә, ҡапыл ғына нимәгәлер аптырап ҡалманығыҙмы? Көтөлмәгән, һеҙ алдан күҙалламаған сарамы, күренешме осраманымы?

- Юҡ. Ҡайҙа килгәнемде, мине бында нимә көткәнен белеп килдем.

- Алдығыҙҙа ятҡан ҡалын дәфтәр яртылаш тула яҙған да баһа, быны яңы башланығыҙмы, әллә элекке эшегеҙҙән эйәреп килдеме?

- Бына тәүге битендә мин эш башлаған көн тора, үҙ-үҙемә уңыштар теләп яҙып та ҡуйғанмын. Һеҙ әйткәнсә, эш бихисап, береһенә тотонаһың, икенсеһе, өсөнсөһө сиратта көтөп тора. Бик тынғыһыҙ һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы эш. Мин шулай эшләргә өйрәнгәнмен, тик ятҡан таштың аҫтына һыу үтмәй.

- Әлеге мәлдә һеҙҙең өлкәгә ҡараған иң ауыр тема нимә тип уйлайһығыҙ?

- Эскелек. Проблемалар быуа быуырлыҡ, шулай ҙа эскелекте иң тәүге планға ҡуйыр инем. Күп проблемалар шул эскелек менән бәйле: ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала һәм башҡа, һәм башҡа.

- Эскәндәр ваҡытынан алда теге донъяға китеп бара, шулай булғас, уларҙың һаны кәмергә тейештер ҙә.

- Юҡ шул. Был афәт, ҡыҙғанысҡа, тиҙ генә артҡа сигенергә уйламай. Бына әле районда «Айныҡ йәй» акцияһы бара. Был сара ла эскелеккә ҡаршы көрәштең бер ысулы. Көҙгәрәк ошо темаға фәнни-ғәмәли конференция үткәрергә уйлайбыҙ. Кеше күптән аңларға тейеш: айныҡ тормош алып бармаһаң, донъяла ниндәйҙер яҡшылыҡҡа өлгәшәм, тип хыялланырға ла ярамай.

- Эшләй башлауығыҙға яңы ғына, шулай ҙа район халҡы араһынан мөрәжәғәттәр ҙә байтаҡ булып киткәндер?

- Бына күреп тораһығыҙ, һеҙҙең менән һөйләшкән арала ла бер нисә тапҡыр йә тегендә, йә бында шылтыратырға тура килә, барыһы ла халыҡтың ниндәйҙер үтенес-һорауын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында. Шуны ла әйтер инем: әле бар районды йөрөп сыҡтым, тимәйем, шулай ҙа булған ерҙәрҙә нимәһе күҙгә ташланды? Ҡарға балаһы һымаҡ ауыҙ асып ултырабыҙ кеүек. Кемдер, нимәлер әҙерләп килтереп ҡаптырмаҫмы? Бындай алым (алма беш, ауыҙыма төш) менән эшләүҙе күптән оноторға ваҡыт – заманы икенсе. Республика, ил күләмендә күпме программа, гранттар бар, ә беҙ уларҙа бөтөнләй ҡатнашмағанбыҙ йәки аҙ ҡатнашҡанбыҙ. Йәки тағы бер күренеш. Ауыл мәктәбендә ҡар көрәүсе юҡ, ишек алдын һепереүсе юҡ, фәлән штат юҡ, төгәне юҡ, тип беҙгә ялбаралар. Минең баштан үткән хәл был, РПЛИ-ла булған тиһегеҙме улар? Һеҙ – директор, хужа – юлын табығыҙ, проблеманы хәл итегеҙ.

- Етәксе кешенән күп нәмә тора тимәксеһегеҙ инде?

- Әлбиттә, шулай.

- Беҙҙең районда, районда ғына түгел, ә бар ерҙә, кадрҙар мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора. Бына, ярар, һеҙ үҙ эшегеҙҙе белеп, аңлап килгәнһегеҙ, ә бит була шундай саҡ: кеше булмағанлыҡтан, килтереп ҡуялар кемеһендер, ә ул әлепте таяҡ тип тә белмәй.

- Был бәлә, ысынлап та, күп ерҙә күҙәтелә. Кадрҙар тәрбиәләү, йәштәрҙе үҫтереү - шулай уҡ беҙҙең иңдә ята.

- Был эштә учреждениелар хужалары ғәйеплеме, әллә район хакимиәте уларҙы ваҡытында эткеләп-төрткөләп тормағанға шулаймы?

- Эткәнде көтөп ултырған хужа ниндәй хужа була ул? Йәшәгең, тере ҡалғың килһә, шәберәк ҡыбырла – бына бөгөнгө көн девизы. Быныһы ярар, элементар эштәрҙе лә эшләр өсөн кемдер өҫтән килеп ҡушырға тейешме ни? Ҡайһы бер учреждение-ойошма ҡапҡаһы төбөнә үтәһең, ябай ғына нимәне - ишек алдарын да тәртипкә килтермәгәндәр. Һуң эшләгән ереңде аҙыраҡ әҙәмсә итеп эшләп ҡуйырға булмаймы ни – түтәлдәр яһа, сәскә ултырт, сүп-сарҙы таҙарт. Театр бәлтә элгестән башлана тигәндәге һымаҡ, бар эш тә беҙҙең үҙебеҙҙең тирә-яҡты тәртиптә тотоуҙан башланырға тейеш. Бына кешеләрҙең мөрәжәғәте хаҡында һоранығыҙ. Шуны ла әйтеп ҡуяйым әле: ялыумы-мөрәжәғәтме яҙыр, әйтер булһағыҙ, тәү сиратта яныңдағы власҡа әйтегеҙ. Аҫтан башлағыҙ. Әле бер ауылға барҙыҡ, фәлән проблеманы теге йылда яҙғайныҡ, бер файҙа юҡ, тиҙәр. Әле яҙығыҙ, тием. Етәкселек алмашынды, етмәһә. Халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу аҙҙыр беҙҙә тием. Власть – халыҡ диалогы, әүҙемерәк, асығыраҡ булырға тейеш. Халыҡ үҙҙәренең тәҡдимдәрен әйтһен, ниндәй ярҙам күрһәтә алыуын белдерһен.

- РПЛИ һағындырмаймы?

- Мин күп ерҙәрҙә эшләнем. Һәр ерҙә ниндәй ҙә булһа эҙең ҡала, йылы хистәр, хәтирәләр. Әле ҡайһы берҙә уҡыусыларымдың ата-әсәләре осрағанда ла, шылтыратып та әйтәләр: хәҙер РПЛИ һеҙһеҙ нимә эшләр инде? Мин уларға: нимә эшләһен, артабан тағы ла һәйбәтерәк итеп йәшәйәсәк, эшләйәсәк тием. Донъя бер урында тормай, ул алға барырға, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Бар үҙгәрештәр өсөн тәү сиратта беҙ үҙебеҙ яуаплы.

- Римма Айрат ҡыҙы, юҡ ваҡытығыҙҙы бар итеп, беҙҙең менән һөйләшергә әмәл тапҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең бер ҡасан да һөмһөрөгөҙ ҡойолоп йөрөгәнен күргән булманы, эшегеҙҙә лә барыһы ла оптимистик рухта барһын. Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: