Все новости
Беҙҙең әңгәмә
6 Августа 2019, 10:38

«Силсәүит эшен белгәндәр һирәк»

Ауыл советы хакимиәте башлыҡтары эшенең бик еңелдән түгеллеген, уларҙың ялы ла, байрамы ла булмауын ошо вазифала үҙе аҙмы-күпме хеҙмәт иткән кеше генә тулыһынса аңлайҙыр. Бөгөн беҙ һеҙҙең иғтибарға 16 йыл буйы Бахмут силсәүитен етәкләгән, ошо көндәрҙә 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән Нурия Нуриман ҡыҙы Шәрипова менән әңгәмә тәҡдим итмәксебеҙ.

Ауыл советы хакимиәте башлыҡтары эшенең бик еңелдән түгеллеген, уларҙың ялы ла, байрамы ла булмауын ошо вазифала үҙе аҙмы-күпме хеҙмәт иткән кеше генә тулыһынса аңлайҙыр. Бөгөн беҙ һеҙҙең иғтибарға 16 йыл буйы Бахмут силсәүитен етәкләгән, ошо көндәрҙә 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән Нурия Нуриман ҡыҙы Шәрипова менән әңгәмә тәҡдим итмәксебеҙ.

Ысын силсәүит ҡулынан былау ашау, сәк-сәк менән сәй эсеү һәр кемгә тәтемәй, ә беҙгә бындай бәхет тәтене. Нурия Шәрипова өйөндә бер рәхәтләнеп ултырҙыҡ. Эш өҫтәле артында булмағанға, ябай йорт мөхитендә әңгәмәләшкәнгәме, һөйләшеү ихлас килеп сыҡты кеүек (хәйер, Нурия апай менән быға тиклем дә әңгәмәләшеү асыҡтан-асыҡ була торғайны).

- Нурия Нуриман ҡыҙы, беҙ үҙебеҙ бер көн дә ауыл советы хакимиәте башлығы булып эшләп ҡарамаһаҡ та, һеҙҙең эштең бер ҙә генә еңел булмауын аңлайбыҙ.

- Эйе, эшебеҙ еңелдән түгел. Бына иптәшем дә, үҙем дә өйгә тик йоҡларға ғына ҡайтабыҙ. Раил «Ермолаево икмәге»ндә хәүефһеҙлек һағы начальнигы булып эшләй. Ул да минең кеүек иртә таңдан сығып китә. Үҙемдең дә берәй эште алдыма алһам, шуны аҙағына еткергәнсе туҡтамай торған холҡом бар шул. Иптәшем дә шуға гел әрләй.

- Иң тәүҙә ғаиләгеҙ менән танышып китәйек.

- Ғаиләбеҙҙә бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Ҡыҙым Әлиә уҡытыусы һөнәрен һайланы. Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбитенән белем бирә. Илшат улым — юрист, Көйөргәҙе районы хакимиәтендә административ комиссияның секретары булып эшләп йөрөй. Әлеге көндә 3 ейән-ейәнсәребеҙгә олатай-өләсәй булыу бәхетен татыйбыҙ.

- Силсәүит башлығы вазифаһын нисә йыл тартаһығыҙ? Уға тиклем ҡайҙарҙа эшләнегеҙ?

- Ауыл хакимиәтен етәкләгәнгә 16 йыл тулып, 17-се йылға китте. Уҡытыусы булырға хыялланһам да, уйламаған хәлдәр килеп сығып, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында ветеринар һөнәрен алырға тура килде. 2001 йылға тиклем Керәүлелә веттехник булып эшләгәндән һуң, Бахмут ауылына күсеп килдек. Ул саҡта тормош иптәшем участковый булып Бахмутта эшләй ине. Ҡышҡы бурандарҙа йөрөп эшләүе бик ауырға төштө. Шуға күрә күсеп килергә тура килде. Бында инде 2 йыл Калинин исемендәге АХК-ла зоотехник-селекционер булып эшләп алдым. Ул ваҡытта мал күп булды.

- Малдың яйлап ҡына кәмей барыуына халыҡ үҙе лә ғәйепле түгелме икән?

- Халыҡ үҙе лә аңламай ҡалғандыр, тип уйлайым. Ул ваҡытта мәғлүмәт бирмәнеләр бит. «Ергән МТС»ы килеп сыҡты шунан. Бик күп объекттар, шул иҫәптән, Бахмут клубы ла ошо «Ергән МТС»ы ҡарамағында ине. Оҙаҡ артынан йөрөгәс, клубты силсәүиткә күсерә алдыҡ. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, бик тиҙ арала унда ремонт эштәре башҡарыуға ла өлгәштек. Уның өсөн бер юлы бер нисә программала ҡатнашып, финанс мәсьәләһен хәл итергә тура килде. Әле бына буш торған бинаны - Үҙәк ремонт оҫтаханаһы менән бәйле проблеманы хәл итергә ине. Уны һатып, емереп ташламаһындар өсөн бар көстө һалырға тура киләсәк.

- Беҙҙә булғанды юҡ итергә беләләр инде. Бына Ермолаево спирт заводын ғына алһаҡ та...

- Эйе, спиртзавод булғанда Ермолаево халҡы яҡшы йәшәне. Бик күп йорттар төҙөлдө, ғаиләләр барлыҡҡа килде.

- Закон уйлаған кешеләр, был законды нисек үтәрбеҙ, тип уйламайҙар, күрәһең?

- Шулай шул. Элек берәй нәмә төҙөргә кәрәк булһа, тәүҙә нигеҙенә аҡса бүленә ине, аҙаҡ ул әҙер булғас, эште тикшерәләр ҙә, стенаһына аҡса бирәләр. Бар нәмәнең нисек эшләнгәнен, аҡсаның ҡайҙа киткәнен тикшереп кенә торалар ине. Ә хәҙер аукционда кем тендер ота, шуға шунда уҡ барлыҡ сумманы тотторалар. Аҙаҡ аҡсаның ҡайҙа киткәнен дә белмәй аптырашалар. Отчет буйынса барыһы ла эшләнгән, ә ысынбарлыҡта бер эш үтәлмәгән булып сыға. Тағы ла Бахмут клубындағы ремонтҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, тиҙ арала бик күп эшләргә өлгөрҙөк. Ауыл халҡына ла рәхмәтлемен. Йыуып, таҙартып өлгөрә алмай йөрөгәндә, ауыл халҡы биҙрәләрен, сепрәктәрен тотоп килеп, ҙур ярҙам күрһәттеләр. Матур итеп, дөрөҫ итеп мөрәжәғәт итһәң, халыҡ бер ҡасан да үтенесте кире ҡаҡмай ул, һәр ваҡыт ярҙам итергә генә тора. Бахмуттың юбилейын үткәргән саҡта ла, инициатива төркөмө төҙөгәйнек. Шул кешеләрҙең оло ярҙамы менән матур итеп байрам сараһы уҙғарҙыҡ. Миңә тиклем эшләгән силсәүит башлыҡтары ла көслө булды, яҡшы эшләне. Хәҙерге ялан-баҫыуҙарҙы күреп, уларҙың йөрәге өҙөләлер инде.

- Силсәүит башлығы булып эшләй башлағас та һеҙҙе халыҡ ҡабул иттеме һуң?

- Кешенең төрлөһө була. Башҡортто ҡуйҙылар, тип арттан һөйләгәндәр ҙә булды, әлбиттә. Колхоздан килгәс, силсәүит эшен белмәй ҙә инем, шулай ҙа бирешмәнем, баштан уҡ бик әүҙем эшләй башланым. Башҡорт булһам да, шөкөр, русса ла бик яҡшы беләм. Һәр ерҙә инициативалы, әүҙем кешеләр булырға тейеш. Тулы система эшләһә генә, бөтә проблеманы хәл итергә була. Беҙҙең бәләкәй генә ауылдағы проблема сылбыр буйлап, юғарыға барып етергә, уны еткереүсеһе булырға тейеш. Эш башлап ебәргән ваҡытта проблемалар беҙҙә лә етәрлек ине. Бер Яманһары ауылын ғына алып ҡарайыҡ. Унда газ юҡ ине, һыу йә свет менән һәр ваҡыт проблема килеп тыуҙы. Газ үткәргән саҡта, газ хеҙмәтенең бөтөн талаптары үтәлһен өсөн һәр йортҡа 4-5-әр тапҡыр кереп сығырға тура килде. Әле лә берәй байрам-фәлән үткәрергә булһа, айырым дәфтәр алып яҙып барам.

- Ауылдарҙа байрамдар үтеп тора, әлбиттә. Шулай ҙа ауылдар бөтөүгә табан бара. Йыл да райондан әллә күпме кеше ситкә сығып китә.

- Бөтә, әммә был проблеманы хәл итергә беҙҙең көс кенә етерлек түгел шул. Шулай ҙа ауылдар ҡасан да булһа, киренән тергеҙелер, тип уйлайым мин. Халыҡ кире ергә ҡайтасаҡ, ер тартасаҡ. Әле ҡарап торһаң, ҡала халҡы шау-шыуҙан, цивилизациянан ҡасып, ауылға ял итергә килә. Фермерлыҡ эше менән шөғөлләнергә теләк белдереүселәр ҙә күп булыр, тип уйлайым.

- Әле һеҙ отпускылаһығыҙ. Ялдарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?

- Отпускыла ла тик ятып булмай. Теге документымды әҙерләп тапшырыр кәрәк бит әле, тип һаман эш тураһында уйлап тик йөрөйһөң. Мин булмағанда, берәй проблема килеп тыумаһын инде, тип тә ҡайғыраһың. Беҙҙең эш шундай тынғыһыҙ инде. Эшемә бөтә күңелемде биргәнмен. Һәр нәмәне яҡын алам. Кешенең проблемаһы үҙемдеке кеүек. Өйгә ҡайтҡас, телевизор ҡарамайым. Иң тәүҙә гәзит уҡып, сәй эсеп, ял итеп алам. Китап уҡырға яратам. Бушыраҡ ваҡыттарҙа һәр саҡ ҡулымда китап. Атайым бала саҡтан китапҡа һөйөү тәрбиәләгән. Олоғайған һайын башҡортса китаптарҙы күберәк уҡырға ылыҡтыра. Фантастик китаптарҙы яратам. Бигерәк тә Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре оҡшай. Бик көслө яҙыусы, шул тиклем һәйбәт яҙа. Ғөмүмән әйткәндә, электән беҙҙең ғаилә уҡымышлы булды. Әтейем 7 класс ҡына бөтөп, һуғышҡа китһә лә, белемле булды, бик матур итеп һүрәт төшөрә ине, ағас эшенең оҫтаһы булды. Элек халыҡҡа политинформация үткәреп йөрөр ине, кешеләр кәңәш һорап уға килерҙәр ине. Беҙҙе Нуримандың балалары, тип кенә йөрөттөләр. Һуғыштан һыуыҡ тейҙереп ҡайтып, һаулығы булманы, шуға күрә 52 йәшендә генә мәрхүм булып ҡуйҙы ул. Шулай уҡ: «Һеҙ бит Һибәт батша балалары», - тиҙәр ине беҙҙе, сөнки билдәле ҡаһарман Һибәт Мәсәғүтов минең ҡарт олатайым булып сыға. Уның Калинин менән бергә эшләгән саҡта төшкән фотоһы һаман да һаҡлана. Ҡарт олатайым да уҡымышлы булған. Ул эш буйынса төрлө ерҙәрҙә йөрөгән, бик күп телдәр ҙә белгәндер, моғайын. Бына ошо ҡарт олатайым тураһында мәғлүмәт туплау эше менән шөғөлләнергә ваҡыт етмәй. 16 йыл буйы бер генә лә буш ваҡытым юҡ.

- Эшегеҙҙең нәтижәһен күрәһегеҙме?

- Донъяла яҡшы яҡҡа ла үҙгәрештәр булып тора. Беҙҙең эштә бына Президент аҡсаһы тигән нәмә ҙур ярҙам итә. Урамдарҙы яҡтыртыу өсөн ҡулланабыҙ уны. Бына башҡа бик күп программалар тураһында мәғлүмәт нишләптер беҙ әлегә тиклем килеп етмәгән булған. Урал аръяғы райондары был программаларҙа күптән ҡатнаша икән. Эшләй торған эштәр, тамамламаған пландарым байтаҡ әле. Ауыл советына янғын һүндереү машинаһы алырға кәрәк. Бының өсөн ППМИ программаһында ҡатнашасаҡбыҙ. Юғарыла әйткән буш бинаны һатып, был машинаға йылы бокс эшләргә иҫәп. Янғын машинаһы би кәрәкле нәмә. Мәлендә янғынды бер стакан һыу менән дә һүндереп була. Шуға күрә бындай осраҡта тиҙ ҡуҙғалыу, әҙер тороу зарур.

- Тиҙҙән һайлауҙар ҙа етә, ә депутат булырға теләүселәр бармы?

- Теләүселәр байтаҡ, әммә силсәүит эшен белгән кеше һирәк. Был эштең күренмәгән яҡтары байтаҡ бит. Күп кеше ауыл советы башлығы машинала ултырып ҡына тик йөрөй, тип уйлай. Әле бына Бахмутҡа килеп инһәң, таҙа, бар ер сабылған. Ә уның күпме хеҙмәт талап иткәнен күптәр белмәй. Өмәгә лә мин үҙем салғы тотоп иң беренсе сығам.

- Бер силсәүит башлығы ялыу яҙып ятыусыларға зарлана ине. «Шул кешегә әйт һуң, әйҙә үҙе силсәүит башлығы булып ҡараһын», - тигәйнем.

- Ундай яҙыусылар етәрлек. Кемдәрҙер эшһеҙлектән, нимә эшләргә белмәй, яҙа, кемдер аңламайынса яҙа. Берәй ергә асфальт һалдырһаң, беҙгә лә кәрәк, тип килеүселәр бар. «Һеҙ эшләргә бурыслыһығыҙ», - тиҙәр ҙә ҡуялар. Ә аҡсаны ҡайҙан табырға икәнен белмәйҙәр. Шулайтып гел эш, эш тип янып йөрөп, 16 йыл 16 көн кеүек үтеп тә киткән.

- Бахмутта эскелек проблемаһына нисек ҡарайһығыҙ?

- Ул проблема өҫтөндә эшләйбеҙ инде, ундай кешеләрҙе контролдә тотабыҙ. Эскән кеше үҙен уратып алған башҡа кешеләргә ҡарата яуапһыҙлыҡ тота. Эсә, үҙенә рәхәт, башҡаларҙы уйламай ҙа ул. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа эскелек норма һымаҡ булып киткән, күрәһең. Элек шарапты ҡойоп һата торғайнылар, хатта. Үҙем эсмәйем, эскән кешеләрҙе аңларға тырышып ҡарайым ҡайһы саҡ. Беҙ ашарға теләгән кеүек, улар ҙа эсергә теләйҙер инде, тип уйлап ҡуям. Әгәр ғаиләңде, балаларыңды уйлаһаң, һин эсергә тейеш түгелһең.

- Әле инвестор, инвестор, тип, аллаға табынған кеүек табыналар. Ул инвесторҙарға халыҡ кәрәкмәй бит, уларҙың маҡсаты — аҡса эшләү.

- Шулайыраҡ шул. Сит ил кешеләре килеп, мәҫәлән, ҡытайҙар, ерҙәрҙең уңдырышлығын бөтөрөп китә. Мин шундай инвесторҙарға 49 йылға түгел, хатта 1 йылға ла арендаға ер бирмәҫ инем. Үҙебеҙҙең ит һәм һөттө һата алмайбыҙ, әммә Американан килгән тауыҡ боттарын һатабыҙ. Бына Бахмут силсәүитендә ниндәйҙер бер градообразующее предприятие булдырһаҡ, тыныс күңел менән пенсияға китер инем. Шул саҡта халыҡҡа эш тә булыр ине, юлдар ҙа тәртиптә булыр ине.

- Нурия Нуриман ҡыҙы, һеҙ әле 60 йәште тултырҙығыҙ. Бер ирҙең 50-гә аяҡ баҫҡас, илап ултырғаны хәтерҙә. Һеҙ Путин ҡуйған пенсия йәшенә лә барып еттегеҙ, үҙегеҙҙә эске һынылыш һиҙмәйһегеҙме?

- Юҡ, мин үҙ ғүмеремдә күп ауыр осраҡтарҙы күрҙем, кешегә иҫәнлек кәрәк, туғандарының янда булыуы кәрәк. Нимәлер артынан баҫтырып-ҡыуып йөрөр йәштән үткәнмен. Улайға китһә, 20 йәштә лә ник тыуҙым йөрөгәндәр бар. Эш кешенең йәшендә түгел. Эшемә йәбешеп ятмайым, Аллаға шөкөр, ҡул ҡаушырып ултыра торған ғәҙәтем юҡ. Эшемдән китһәм дә шөғөлләнер эштәрем байтаҡ: китап уҡырға яратам, ҡул эштәренә оҫтамын, рәхәтләнеп баҡса үҫтерер, ҡош-ҡорт аҫрар инем, ейән-ейәнсәрҙәрҙе күберәк һөйөрмөн, уларҙы төрлө ергә йөрөтөрмөн. Алда силсәүит булараҡ эшләй торған күп пландарым бар, шуларҙың осона сыҡһам, күңелем бөтөн булыр ине.

- Беҙ һеҙҙе күптән беләбеҙ, бер ҡасан да һеҙҙең турала насар һүҙ ишеткәнебеҙ булманы.

- Насар һүҙҙәр ҙә булалыр инде. Ғәҙәттә, кеше ҡыҙып киткән саҡта төрлө насар һүҙҙәр ысҡындырып ебәрә. Тураһын әйтһендәр ул, әммә арттан, арттырып һөйләп йөрөгәндәрҙе яратмайым.

- Һеҙҙе әсәй, өләсәй булараҡ алып ҡараһаҡ, балаларығыҙ силсәүит башлығы булып эшләрен теләр инегеҙме?

- Юҡ, теләмәйем. Был эштең ауырлығын үҙем генә беләм.

- Бахмут халҡына бөгөн, һеҙҙең күҙлектән сығып ҡарағанда, нимә етмәй?

- Тәү сиратта эш урыны. МТС булды, уныһы ярыҡ ялғаш алдында ҡалдырҙы, бына арыу ғына хужалыҡ булып, халыҡ аҡсалы булһа, беҙгә бер ниндәй ауырлыҡ та ҡурҡыныс булмаҫ ине.

- Түрә бер урында оҙаҡ ултырһа, боҙола, тиҙәр. Америкала начальник итеп 5 йылдан артыҡ ултыртмайҙар. Кеше аҙа башлай, һеҙгә был ауырыу йоҡманымы?

- Үҙем турала түрәмен, тип бер ҙә генә уйлағаным юҡ. Ябай кеше һымаҡ тоям үҙемде. Әле күптәр эргәмә килеп, эштән китмә инде, һин китһәң, нишләрбеҙ, тиҙәр. Рәхмәт инде уларҙың йылы һүҙҙәренә.

- Нурия Нуриман ҡыҙы, ябай, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ һәм киләсәктә лә бергә эшләрбеҙ, тип ышанабыҙ!
Читайте нас: