Все новости
Беҙҙең әңгәмә
20 Сентября 2019, 13:21

Ауыл — ул үҙе бер донъя

8 сентябрь көнө көйөргәҙеләр Башҡортостан Республикаһы башлығын ғына һайлап ҡалманы, улар шулай уҡ ауыл советы депутаттарын да һайланы. «Юшатыр» гәзите «Түңәрәк өҫтәл»гә яңы һайланған депутаттарҙы саҡырып, әңгәмә ҡорҙо. Беҙҙең әңгәмәлә ауыл советы депутаттары — Альбина Шамил ҡыҙы Искәндәрова (Яҡуп ауылы), Әлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы Аҙнабаева (Илкәнәй ауылы), Гөлнур Әхмәт ҡыҙы Хөсәйенова (Ялсыҡай ауылы) һәм Фидан Роберт улы Булатов (Яҡшымбәт ауылы) ҡатнаштылар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Беҙ үҙебеҙҙең сираттағы «Түңәрәк өҫтәл»гә саҡырып күп кенә депутаттарға мөрәжәғәт итттек, әммә уларҙың күптәре һөйләшеүгә килергә риза булманы. Ҡурҡмайынса килгәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙҙең бында килеүегеҙ оло хөрмәткә эйә. Әле яңыраҡ ҡына тәүге тапҡыр депутат булып һайландығыҙ. Һеҙҙе ҡотларғамы, әллә ҡайғығыҙҙы уртаҡлашырғамы?

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Икеһе лә барҙыр инде.

Малик ИЛЬЯСОВ: Ҡотларға булалыр, моғайын, сөнки депутат булып үтеү өсөн барыбер көрәш булғандыр. Ә һеҙҙә агитация осоро нисегерәк барҙы?

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Беҙҙә агитация тигән нәмә булманы ла ул. Берәү ҙә мине һайлағыҙ, тип ҡысҡырып та йөрөмәне. Халыҡ кемде һайларға икәнен былай ҙа үҙе белеп тора.

Малик ИЛЬЯСОВ: Ауыл советы депутаты булырға тигән уй һеҙҙең үҙегеҙҙә тыуҙымы, әллә берәүһе килеп: «Бар инде, башҡа йүнле кеше юҡ бит», - тип әйттеме?

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Миңә ауыл кешеләре: «Беҙгә депутатлыҡҡа һинең кеүек йәш, дәртле кешеләр кәрәк. Һин былай ҙа гел йөрөйһөң, бөтәһен дә эшләйһең», - тинеләр. Элекке депутаттар ҙа, әйҙә, һин бар әле, - тип тәҡдим иттеләр. Шуға ла мин, еңһәм еңермен, еңмәһәм юҡ, тип, үҙемдең кандидатурамды күрһәттем.

Малик ИЛЬЯСОВ: Фидан, ә һин нисегерәк депутат булып киттең?

Фидан БУЛАТОВ: Ауылға ҡайтып эшләй башлауыма йыл ярымдан ашыу ваҡыт үтте. Халыҡ араһында күп йөрөргә тура килә. Минең, бигерәк тә, мәҙәниәт өлкәһен күтәрге килә. Халыҡ та минең кандидатураны хуплап ҡабул итте, йәштәр булһын, йәштәр ауылда ҡалһын, тинеләр. Беҙҙә ауыл халҡы ла, силсәүит тә һәр саҡ йәштәргә ныҡ ярҙам итә. Һайлау ваҡытында ла ставка йәштәргә ҡуйылды.

Малик ИЛЬЯСОВ: Альбина, һиңә килгәндә, ҡыҙыҡмы-ҡыҙғанысмы хәл булды. Һин ауылдағы сходта депутаттар һайлауына ҡарата баҫым бара тигәйнең. Ҡурҡманыңмы? Ас тамағым, тыныс ҡолағым, нимәгә кәрәк ул миңә депутатлыҡ, өйҙә ултырыуым яҡшыраҡ, тип уйламаныңмы?

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Юҡ, ундай ҡурҡыныслыҡ тыуманы. Минең тормош иптәшем фермер, үҙенә-үҙе эшләй. Үҙем балалар баҡсаһында эшләйем, районға ҡарайым. Шуға күрә кемдән ҡурҡырға миңә, ҡурҡманым.

Малик ИЛЬЯСОВ: Үҙегеҙ йәшәгән ерҙә иң тәү проблема ниндәй һәм уларҙы һеҙ - силсәүит депутаттары хәл итә алаһығыҙмы? Артабан нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Үҙегеҙҙең вәкәләттәрегеҙҙе беләһегеҙме?

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Әле яңы ғына һайландыҡ бит. Эш барышында нимә эшләргә кәрәклеген күҙ күрер инде. Иң тәүҙә беҙ ауыл кешеһенең мәнфәғәтен яҡларға тейешбеҙ. Һәр кеше, мәҫәлән, олораҡ кешеләр, туранан-тура силсәүиттең үҙенә бара алмай бит. Улар районға ла барып йөрөмәй. Беҙ үҙебеҙ ҙә ауылда йәшәгәс, халыҡ менән көн дә аралашабыҙ, уларҙың проблемаларын белеп, күреп, ишетеп йөрөйбөҙ.

Малик ИЛЬЯСОВ: Мәҫәлән, иртән көтөү ҡыуып китеп бараһығыҙ, ти. Бер әбей: «Балам, ярҙам ит әле, ағасым ҡороған, ауырға тора», - ти. Ағас йә кеше өҫтөнә ауырға, йә ҡыйығын емерергә мөмкин. Бындай хәл һәр ауылда тиерлек күҙәтелә. Һеҙ был һорау менән силсәүиткә сығаһығыҙмы? Бер уйлаһаң, ваҡ ҡына проблема кеүек, шулай ҙа әллә нисәмә йылдар буйы үҫеп ултырған ағасты бысыу өсөн кран да, электриктарҙың рөхсәте лә кәрәк.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Силсәүиткә әйтеп кенә ҡалмайбыҙ, ә яҙма рәүештә мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Телдән генә әйтеүҙән файҙа юҡ ул. Ошондай вағыраҡ проблемаларҙа ла халыҡҡа ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Мин һәр ваҡыт силсәүиткә берәй нәмә һорап барһам, ул «мин риза» тип яҙмайынса ҡайтып китмәйем. Нишләп йыл буйына бер нәмә лә эшләмәй ул, тип депутаттарға ла ауылда бәйләнергә генә торалар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Һеҙҙең барығыҙ ҙа беренсе тапҡыр депутат булып һайланды. Яңы килгән кеше инициативалыраҡ була, уның энергияһы ла ташып тора. Һәр ауылда тиерлек шундай хәл күҙәтелә: кемдер әллә нисә йылдар буйы депутат булып йөрөй, ә ауыл халҡы кем депутат икәнен дә белмәй. Ул депутат, ғәҙәттә, йә фельдшер, йә мәктәптә йәки клубта эшләгән кеше була.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Ундайҙар ҙа бар, әлбиттә.

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Беҙҙә депутаттар эшләй ул. Имен булмаған ғаиләләргә йөрөйҙәр. Эскән ата-әсәләрҙе кодировкаға алып барған осраҡтар ҙа булды. Кемдер өй алам ти, әммә документтар менән эшләй белмәй, шулар ҙа депутаттарға мөрәжәғәт итә, документ эшен эшләргә бергә йөрөйҙәр.

Малик ИЛЬЯСОВ: Шулай булғас, Ялсыҡайҙа хәлдәр яҡшы әле. Хәҙер капитализмға күскәс, ҡайһы берәүҙәр күршеһенең дә хәлен белмәй. Бер ауылда оло кеше үлеп ятҡан, уны аҙналар буйы берәү кереп ҡарамаған.

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Юҡ, беҙҙә улай түгел. Анау бабайҙың йә әбейҙең сығып йөрөгәне күренмәйсе, кереп сығыр кәрәк, тибеҙ.

Малик ИЛЬЯСОВ: Бына Яҡшымбәтте алған саҡта, бигерәк ҙур ауыл. Ундағы һәр кешенең хәлдәрен белеп тә бөтөрмәҫкә мөмкин.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Мин яҡшымбәттәргә, киреһенсә, еңелерәктер, тип уйлайымсы. Ауыл советы хакимиәте башлығы үҙҙәрендә. Көн дә күрәләр уны. Ауылда шулай уҡ старосталары бар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Старосталар тигәндән, ҡайһы ауылдың старосталары йүгереп йөрөй, ҡайһыларыныҡы бөтөнләй ҡыл да ҡыбырлатмай. Унан тыш ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар советы барлыҡҡа килде. Һуңғы ваҡытта тағы ла атайҙар советы килеп сыҡты. Ауылда халыҡ һаны кәмей, ә начальниктар күбәйә. «У семи нянек дитя без глазу» тигән рустарҙың әйтеме бар бит, хәҙер беҙҙә лә шуның һымаҡ килеп сыға түгелме?

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Мин дә шулай тип уйлайым.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Эшләгәне эшләй, әлбиттә. Беҙҙә хәҙер староста булмаһа ла Ҡорбанғәли ағай һаман ауыл халҡы өсөн йүгереп йөрөй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның ярҙамы күп тейҙе. Зыярат һәм мәсетте тәртиптә тота, ауыл йәмле булһын, тип тырыша гел.

Малик ИЛЬЯСОВ: Ана шулай итеп йүгереп, тырышып йөрөүсе кешеләрҙе күрә алмаусылар ҙа була.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Була инде, кешенең төрлөһө бар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Һеҙ тәүгә генә депутат булып һайланғас, ул күренешкә юлыҡҡанығыҙ юҡтыр әлегә. 2016 йылда В. Путин инициативаһы менән коррупцияға ҡаршы бер закон ҡабул ителде. Шул закон сиктәрендә ауыл депутаты ла үҙенең килемдәре хаҡында декларация бирә. Ауылда көтөүсе булып йөрөгән кеше депутат булды икән, ул да чиновниктар менән бер рәттән үҙенең килемен күрһәтергә тейеш. Яңылыш ҡына берәй премия-фәләнеңде онотоп ҡалдырһаң, бөттө баш. Практикала бер депутат менән шундай хәл булды.

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Эйе, шундай закон бар шул. Шуға күптәрҙең депутат булғылары килмәй.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Беҙҙә ҡурҡырлыҡ ундай байлыҡ юҡ.

Малик ИЛЬЯСОВ: Һеҙ барығыҙ ҙа ауылда йәшәйһегеҙ. Ауыл - ул үҙе бер донъя. Гөлнур, Ялсыҡайҙа иң беренсе урынға ниндәй проблеманы ҡуйыр инең?

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Эскелекте ҡуйыр инем. Башҡа бөтә бәләләр ҙә шул эскелектән килеп сыға.

Малик ИЛЬЯСОВ: Радий Хәбиров килгәс үк эскелеккә, ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш башланы. Һеҙҙә һаман да ундайҙар бөтмәнеме ни? Әле генә үҙегеҙ, ауыл халҡы дуҫ йәшәй, депутаттар эшләй, тинегеҙ.

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Араҡыһын да, көмөшкәһен дә һатыусылар һаман бар шул. Ауыл халҡы, ысынлап та, дуҫ йәшәй һәм шуға ла бер-береһен һатмай. Һәр кемдең йә туғаны, йә күршеһе, йә ҡоҙаһы тигәндәй. Мин үҙем бындай эш менән шөғөлләнеүселәрҙең исемлеген биргәнем бар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Шулай итеп, һин иң төп проблеманы эскелектә күрәһең. Емерек күпер, кәрәҙле бәйләнеш булмауы икенсе планға күсәме? Шулай уҡ сабынлыҡ ерҙәре менән дә проблема булды һеҙҙә. Бына һин депутат булараҡ нимә эшләр инең?

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Килеп тыуған һәр проблеманы ҡулдан килгәнсе хәл итергә тырышасаҡмын. Сходтарҙа барлыҡ һорауҙарҙы күтәрергә, шул уҡ спиртлы эсемлектәр һатыусылар менән дә көрәшергә тура киләсәк.

Малик ИЛЬЯСОВ: Фидан, ә һине Яҡшымбәттең ниндәй проблемалары борсой?

Фидан БУЛАТОВ: Беҙҙең төп проблема — юл инде. Асфальт юл кәрәк. Әлегә даими рәүештә грейдерҙар килеп торһа ла яҡшы булыр ине.

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Беҙҙең Таймаҫ юлы һеҙҙекенән дә аламараҡ әле.

Малик ИЛЬЯСОВ: Районда Таймаҫ һәм Яҡшымбәт юлдары менән проблема бик күп йылдар дауам итә. Бәлки, был мәсьәлә тиҙҙән хәл ителер, тип ышанайыҡ. Яҡшымбәттә колхоз бар, халыҡҡа эш бар. Шуға һеҙҙең проблема ла аҙыраҡтыр. Ә бына Ялсыҡайҙа эш тә юҡ, колхоз да юҡ.

Фидан БУЛАТОВ: Эйе, ул яҡтан эштәр яҡшы. Халыҡ эш менән тәьмин ителә. Ауыл советы хакимиәте лә барлыҡ мәсьәләне хәл итергә тырыша. Башҡа ауылдар менән сағыштырһаң, ысынлап та, беҙҙә әҙерәк. Һыу менән бәйле проблема бар ине, уныһы ла хәл ителде.

Малик ИЛЬЯСОВ: Шулай ҙа һеҙҙә тағы бер проблема бар — автозаправка. Был турала ла бер нисә йыл һөйләйҙәр. Кемдер эшләргә вәғәҙә лә иткәйне шикелле.

Фидан БУЛАТОВ: Силсәүит ҙур, машиналар күп, автозаправка кәрәк, әлбиттә. Был мәсьәлә лә хәл ителер, тип ышанабыҙ.

Малик ИЛЬЯСОВ: Яҡупта нисек һуң хәлдәр?

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Элегерәк буласаҡ депутаттарға наказ яҙа торғайныҡ. Шунан бирле беҙҙең Яҡупта иң төп проблема — клубтың юҡлығы икәне аңыма һеңеп ҡалған. Шулай уҡ юл мәсьәләһе, фельдшер булмауы ла борсой.

Малик ИЛЬЯСОВ: Фельдшер килеп йөрөй ҙә инде.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Фельдшер аҙнаһына ике тапҡыр килеп йөрөй ул, әммә ул ғына аҙ. Фельдшер пункты мәктәптә урынлашҡан. Беҙҙең мәктәптең баҫҡысын үҙегеҙ беләһегеҙ, бейек бит, шуға күрә әбей-бабайҙар менә алмайбыҙ, тип зарланалар. Элекке медпункттың урыны һәйбәт ине лә бит. Хәҙер шул бинаны клуб итһендәр, тип һорайбыҙ. Шунан һуң Мәктәп урамында ҡыш көнө йөрөрлөк түгел.

Малик ИЛЬЯСОВ: Ә тракторсы ҡайҙа ул? Яҡуп менән Абдулда ҡыш көнө юлды һәйбәт таҙарталар, тип маҡтайҙар бит.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Ҡыш көнө юл һәйбәт ул беҙҙә, сөнки минең тормош иптәшем тракторы менән таҙартып тора. Әммә ул урамда юл бөтөнләй юҡ, үҙҙәре һалған һуҡмаҡ ҡына. Ундағы юлды әҙерәк күтәртеп ҡырсын түшәргә кәрәк. Айырым клубыбыҙ булмағанға, иркенләп эшләргә мөмкинлек булмау сәбәпле, клуб мөдире лә эштән китә лә бара. Ул мәктәптең спортзалына көн дә килеп нимә эшләһен инде? Мин үҙем дә эшләп киттем унда, шуға был проблеманы бик яҡшы беләм. Ә эш хаҡы 2 мең дә юҡ. Етмәһә, аҙнаһына 2-3 тапҡыр районға саҡырталар. Ул ғына эш хаҡы юлыңа ла етмәй.

Малик ИЛЬЯСОВ: Шул уҡ эш хаҡы проблемаһын күтәреп сығып булмаймы?

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Күтәреп булалыр, нишләп булмаһын. Мәҙәниәт бүлеге хәл итергә тейештер. Айырым клубыбыҙ булһа, кеше эшләр ине. Бында бит, кешенең өйөнә барып сара үткәргән кеүек. Спортзалда көн дә Самат Усманович тренировкалар алып бара. Клуб мөдире көн дә барып уларҙың әйберҙәрен йыйып йөрөргә тейешме? Ултырғыстар юҡ, өҫтән кластарҙан ташый, кире алып менә. Клуб тип төҙөгәндәр бит инде, шунда ултырғыстар ҙа, аппаратура ла бирелергә тейеш булмағанмы икән? Шуға аптырайым. Берәй кәрәкмәгән ҡормалар бирегеҙ, тип тә йөрөгән инем мин. Ярай, аппаратура бар инде хәҙер.

Малик ИЛЬЯСОВ: Беҙгә ауыл сходтарында күп булырға тура килә. Ялсыҡайҙа сход булған саҡта: «Таймаҫты ғына ҡарайһығыҙ, Ялсыҡайҙы ҡарамайһығыҙ», - тип ҡысҡыралар. Шунан Таймаҫҡа барҙыҡ. Унда, киреһенсә: «Ялсыҡайҙы ғына ҡарайһығыҙ, Таймаҫты ҡарамайһығыҙ», - тиҙәр. Әйткәндәй, Таймаҫ силсәүите ялыуҙар буйынса Ермолаевонан һуң икенсе урында килә. Ҡотлоюлдарҙан да: «Үәт, таймаҫтар шәп йәшәй. Унда бесән күп, бай йәшәйҙәр», - тигәнде ишеткән бар. Күршенең тауығы ҡаҙҙай тигән һымаҡ был. Таймаҫтар киреһенсә, ҡайҙа колхоз бар, шулар яҡшы йәшәй тигән фекерҙә. Яҡшымбәт — ҙур силсәүит. Альбина, һиндә лә Яҡупты йә Абдулды ситләтәләр, Яҡшымбәткә иғтибар күберәк тигән тойғо юҡмы?

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Яҡшымбәттәр элек-электән сәмләнеп донъя көтәләр, һәр ваҡыт минеке яҡшыраҡ булһын, тип йәшәйҙәр. Бына мин: «Нишләп беҙгә юҡ һуң?» - тип һәр ваҡыт һорау биреп йөрөгәс, әйҙә һин депутат бул, тинеләр. Ошо дүрт йыл депутат булыуым осоронда алда үҙем әйткән 4 ҙур проблеманың йыл да берәрен хәл итһәм дә күңелем буласаҡ. Бынан башҡа вағыраҡ проблемаларҙы ла урап үтмәйәсәкмен, әлбиттә.

Малик ИЛЬЯСОВ: Ашаған белмәй, тураған белә шул. Кварталға һәр силсәүиткә 125 мең һум президент аҡсаһы бирәләр. Ермолаево силсәүитенә генә 250 мең һум бүленә. Яҡшымбәт тә ҙур силсәүит, уларға ла 250 мең һум артыҡ булмаҫ ине. Әллә күпме ауылға 125 меңде бүлеп һалыуы ҡыйынға төшә. Бына ошо һорауҙы ла күтәрергә булалыр?

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Була, әлбиттә. Бына мин үҙем Абдулдан. Абулдар сходта һәр ваҡыт төрлө һорау бирә, проблемаларын әйтә. Шулай итеп улар клубтарын да рәтләтеп алдылар, мәктәпкә лә ремонт эшләттеләр. Ә беҙҙә сход булһа, берәү өндәшмәй. Бына мин дә шуға гел әйтә киләм, нишләп абдулдарҙа бар ҙа, Яҡупта юҡ ул, тип.

Малик ИЛЬЯСОВ: Яҡшымбәттә, Ҡотлоюлда сход булды, берәү бер нәмә өндәшмәне, һорау ҙа бирмәне. Бында барыһы ла яҡшы, берәүгә бер нәмә кәрәкмәгән кеүек. Ә Абдулға барғайныҡ, унда һорауҙар яуҙыралар ғына. Альбина, һин әйтмешләй, ҡысҡырған һайын бирәләр.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Эйе, дөрөҫ. Беҙҙә тороп, берәй һорау бирһәң, был нимә һөйләй икән тип, әйләнеп ҡарайҙар. Сход бөттөмө, шыш-быш һөйләнә башлайҙар, беҙҙә клуб та юҡ, беҙҙе силсәүит ҡарамай тип. Үҙҙәре өндәшмәгәс, талап итмәгәс, нишләп уларҙы силсәүит ҡарарға тейеш ул. Өндәшмәгәс, быларҙың барыһы ла яҡшы, тип уйлайҙар ҙа ҡуялар инде.

Малик ИЛЬЯСОВ: Илкәнәйҙә ниндәй проблемалар бар?

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Илкәнәйҙә һыу проблемаһы. Торбалар иҫкергән, алыштырыр кәрәк. ППМИ программаһына кертеп, был проблеманы хәл итәбеҙ, тинеләр.

Малик ИЛЬЯСОВ: Илкәнәйҙең ҙур бер плюсы бар — һеҙ ҡалаға яҡын. Яҡуп, Яҡшымбәт һәм Ялсыҡайҙарҙыҡы һымаҡ һеҙҙе юл проблемаһы борсомай, тиерлек, әммә Илкәнәйгә ингән юлды ауыр машиналар бөтөрә. Шулай уҡ Йомағужа юлы — үҙе бер баш ауырыуы.

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Эйе, юлға бәйле проблема юҡ тиһәң дә, бар әле ул. Йөк машиналары өсөн весовой контроль кәрәк тә бит.

Малик ИЛЬЯСОВ: Илкәнәйҙә шулай ҙа перспектива бар. Ауыл бөтмәй. Гөлнур, ә бына Ялсыҡайҙа һуңғы йылдарҙа кеше кәмейме?

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Йылдан-йыл кәмеүгә табан бара. Мәктәпкә барырылыҡ бала ла ҡалмаясаҡ тиҙҙән. Шулай уҡ балалар баҡсаһына йөрөрлөк бала булмаясаҡ. Кемдәрҙер бишәр бала тапты. Шуларҙың ғына кесе балалары йөрөй әлегә. Эш юҡ, йәштәр китеп бөттөләр. Ауыл бөтә. Мәктәпте ябыу менән йәштәр ҙә ҡалманы ауылда. Мәктәпте яптырмайбыҙ тип ҡайҙа ғына яҙып ҡараманыҡ, барыбер шатырлатып ябып ҡуйҙылар. Халыҡтың һүҙен ишетмәнеләр ҙә.

Малик ИЛЬЯСОВ: Шул саҡта, бәлки, беҙҙең данлыҡлы яҡташтарыбыҙ ярҙам итә алыр ине?

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Шулай шул, данлыҡлы кешеләребеҙ юғарыла ултырғандарға сыҡһа, мәктәбебеҙ ҙә һаҡланып ҡалыр ине, хатта, күптән юллы ла булыр инек.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Беҙҙең яҡташыбыҙ Зиннур Закир улы Исхаҡов ул яҡтан шәп. Мәктәпкә лә, мәсеткә лә гел генә ярҙам итеп тора. «Юшатыр» гәзитен генә быйыл 25 кешегә яҙҙырҙы. Мең һумдан ғына һанаһаң да, 25 мең һумын сығарып һалды. Был ауыл халҡы өсөн ныҡ ҙур ярҙам. Зыяратҡа ла күп ярҙам итте.

Малик ИЛЬЯСОВ: Фидан, һеҙҙең Яҡшымбәт яҡтарында данлыҡлы кешеләр бигерәк күп. Артисы ла, профессоры ла, докторы ла, ҙур урында ултырғандары ла бар. Улар ярҙам итәме икән? Нисек уйлайһығыҙ?

Фидан БУЛАТОВ: Бик тә тырышһалар, үҙҙәренең тыуған ауылы өсөн барыһын да булдырырҙар ине, әлбиттә. Шул уҡ юлды ла эшләтә алырҙар ине.

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Беҙҙең Таймаҫ яҡтарында ла билдәле кешеләр байтаҡ. Улар ҙа күптән юл мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итһәләр, шәп булыр ине.

Малик ИЛЬЯСОВ: Илкәнәйгә әйләнеп ҡайтҡанда, һеҙҙә тиҙҙән һөт заводы булдырмаҡсылар. Шул килеп сыҡһа, тағы бер плюс буласаҡ.

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Килеп сыҡһа, бигерәк тә яҡшы булыр, кешегә эш булыр ине. Халыҡ һөт-ҡаймағын күтәреп баҙарға килеп йөрөмәҫ, шунда ғына тапшырыр ҙа ҡуйыр ине.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Кинйәғәли ағай Абдуллин, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик күп йылдар инде уҡыусыларға үҙенең премияһын бирә. Балаларға ҙур стимул бит ул. Улар спорт, уҡыу буйынса тырышалар. Әле ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙың да премия булдыра башлауы ҡыуаныслы. Бына беҙҙең мәктәп ялтлап тора, йыл да беренсе урын алып килә. Самат Усманович мәктәпте лә, балалар баҡсаһын да тигеҙ ҡарай.

Малик ИЛЬЯСОВ: Перспектива буйынса алып ҡараһаҡ, Илкәнәй бөтмәҫ тә ул, ә бына Гөлнур Ялсыҡайҙың килсәген күрмәйем, тине, дөрөҫ аңлаһам.

Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА: Шулай инде. Беҙҙә берәйһе эш урыны асты ниһә, эшләргә сығырға кеше лә юҡ ул. Халыҡ эшләмәй йәшәргә өйрәнде. Хатта, көтөүсе лә табып булмай. Көнөнә бер мең һум түләйҙәр, шуға ла риза түгелдәр. Беҙҙә көтөүлектәр иркен, рәхәтләнеп көтөргә була ла бит. Эшләгәндәр, тырыштар ҙа бар. Кемдәрҙер күп итеп мал тотоп, һөт ризыҡтарын һатырға йөрөй. Кемдәрҙер йөрөп эшләй.

Малик ИЛЬЯСОВ: Фидан, һин йәшһең әле, ауылдан ҡасырға уйламайһыңмы?

Фидан БУЛАТОВ: Юҡ, уйламайым. Ауылда минең өсөн перспективалар бар һымаҡ. Эшем дә бар. Беҙҙә мәҙәниәт өлкәһендә эш ҡайнап, гөрләп тора.

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Йәштәр хәҙер ауылда мал тотмай. Ғаиләһе, балалары булһа ла, мал тоторға уйламайҙар ҙа. Малдың файҙаһын күрмәйҙәр улар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Йәштәр хәҙер 15-20 мең түләгән эшкә лә бармайҙар. Улар икенсе заманда үҫкән кешеләр, үҙҙәренә хаҡ ҡуя беләләр. Бик дөрөҫ эшләйҙәр. Нишләп ҡол булып йөрөргә, мал ҡарап, бил бөгөп йөрөгәнсе, тиҙәрҙер?

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Бына беҙҙең ике малай ҙа ауылда йәшәмәйәсәкбеҙ, тиҙәр. Ҡалаға ынтылалар. Беҙ уларҙы шул тиклем екмәйбеҙ ҙә бит. Һөт эсмәйбеҙ, ҡаймаҡ ашамайбыҙ, тиҙәр ҙә ҡуялар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Бер яҡтан дөрөҫ уйлайҙарҙыр. Ауылда тракторсы булып эшләгән кеше, ғүмер буйы бер рәхәтлек күрмәй. Аҙаҡ бар һаулығын бөтөрөп, әллә күпме сирҙәр менән пенсияға сыға. Уның бер ҡәҙере юҡ. Ғүмерҙә лә ул санаторийға йә курортҡа бармаған.

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Эштән берәү ҙә үлмәгән бит әле. Эшләргә кәрәк. Йәштәр еңел генә эш эҙләй. Беҙ һеҙҙең һымаҡ ауылда яфаланып йәшәмәйбеҙ, тиҙәр. Беҙ бер ҙә генә яфаланмайбыҙсы. Таңғы биштән рәхәтләнеп торам, өс һыйырҙы һауам. Ҡаймағым да, майым да бар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Шулай ҙа һинең һүҙҙәрҙә лә дөрөҫлөк бар. Хәҙер бит элекке һымаҡ ауыр түгел, хатта, һыйыр һауыу аппараттарына тиклем бар.

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Эйе, тракторы ла бар. Бер нәмәһе лә ҡыйын түгелсе. Барыбер, кеше эшләп үҫергә тейеш.

Малик ИЛЬЯСОВ: Бәлки, хөкүмәт үҙе шулай өйрәткәндер? Бер депутат әйткәйне бит әле хеҙмәт биржаһы тураһында, эшләмәгән өсөн аҡса түләйҙәр, тип.

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Хөкүмәт шулай өйрәтә шул. Кешеләр хәҙер бар нәмәгә кемделер ғәйепләргә яраталар. Эшләйһең икән, тимәк һинең бар нәмәң дә буласаҡ.

Малик ИЛЬЯСОВ: Депутатлыҡ вәкәләттәренә кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Тиҙҙән һеҙ ауыл советы хакимиәте башлыҡтарын һайлаясаҡһығыҙ. Теге йә был яҡтан баҫым яһау осраҡтары юҡмы?

Әлфиә АҘНАБАЕВА: Беҙҙең Илкәнәйҙә силсәүит башлығы итеп күрергә теләгән кешебеҙ депутатлыҡҡа үтмәне. Шуға аптырашта ҡалдыҡ әҙерәк.

Малик ИЛЬЯСОВ: Шуны ла әйтке килә: хәҙер социаль селтәр ныҡ алға китте. Р. Хәбировтың «Инцидент» тигән программаһы эшләй, кемде нимә борсой, шул тура Хәбировҡа яҙа ала. Шуға силсәүиттәргә лә, иҫке ҡалып менән эшләүҙән арынып, интернетты контролгә алырға, һәр проблеманы үҙҙәренә үк сығарырға кәрәктер. Заманаһы шул, эшләгән эшеңде күрһәтә белеү, интернетты ҡуллана белеү зарур. Әтеү силсәүит башлыҡтары булған проблеманы йәшерергә тырыша. Киреһенсә, проблема барлығын белә икән, сығарып күрһәтһен. Шул саҡта халыҡ та аңлаясаҡ. Күргәндәр, беләләр, тиҙҙән мәсьәләне хәл итәсәктәр, тип тынысланасаҡ.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Аноним кешеләр дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте лә яҙып ебәрә ҡайһы берҙә. Шуға ла ныҡ иғтибар итергә кәрәк. Ғәйепһеҙ кешегә ғәйеп тағып ҡуйыусылар ҙа бар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Эйе, ундайҙар ҙа етәрлек. Әгәр кемгәлер ҡарата туранан-тура кәмһетеү, мыҫҡыл итеү юҡ икән, аноним булһа ла, хатты баҫырға тырышабыҙ. Беҙҙең һөйләшеүҙәргә, ғәҙәттә, шулай тура ҡарап һөйләй торған кешеләр генә килә. Аҫтыртын, ике йөҙлөләр килеп бармай ул. Кемдең кем икәне ошолай итеп һөйләшкән ваҡытта ла күренә. Эшләмәгән кеше йәки эшләргә йыйынмаған кешенең һөйләрлек нәмәһе лә булмай. Һеҙҙең ауыл өсөн янып-көйөп йөрөүегеҙҙе ишеттек, белдек. Ауыр заманда йәшәйбеҙ бит. Ауылда эсеп ятҡан кешене лә ғәйепләргә хоҡуғыбыҙ юҡ. Киреһенсә, барып, уның хәлен белеп, ярҙам итергә тырышырға тейешбеҙ.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Һеҙҙең гәзиттең файҙаһы ныҡ ҙур ул. Проблеманы яҙһаң, шул уҡ силсәүиттәр күреп ҡалалар ҙа, шунда уҡ хәл итәләр. Һеҙгә рәхмәт инде.

Малик ИЛЬЯСОВ: маҡтанып әйтке килмәй, шулай ҙа гәзиттең файҙаһы күп тейҙе ул. Йомағужала клуб юҡ ине бит. 2009 йылдарҙа был турала яҙҙы ла яҙҙылар. Ул саҡта Фәнир Малбаев мәҙәниәт бүлеген етәкләй ине. Ул: «Һеҙҙең арҡала ғына унда клуб булды», - тип әйтте. Беҙҙең өсөн БАМ төҙөгән кеүек булды ул күренеш. Унан тыш әллә күпме ваҡ проблемалар ҙа хәл ителде.

Фидан БУЛАТОВ: Хәҙер ҡайһы кеше сығып, ҡапҡа алдындағы үләнде лә сапмай, силсәүиттән көтөп ултырыусылар бар.

Малик ИЛЬЯСОВ: Бөгөнгө ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн, беҙҙең саҡырыуҙы кире ҡаҡмай килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Депутатлыҡ эшендә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла тик уңыштар ғына юлдаш булһын.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА: Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт тиһегеҙ, үҙегеҙгә саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең саҡырыу минең өсөн ҙур мәртәбә булды. Хатта, «Поле чудес»ҡа китеп барған һымаҡ хис итеп, әллә кем булып киттем инде. Әнейем дә бигерәк шатланды, буш ҡул бармайҙар инде тип үҙе бауырһаҡ бешереп бирҙе күстәнәскә.

Редакциянан:Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең дә фекерҙәрегеҙҙе, депутаттарға наказдарығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ!

Розалия НАЗАРОВА яҙып алды
Читайте нас: