Все новости
Беҙҙең әңгәмә
4 Октября 2019, 11:43

Матур апай

Үҙенең барлыҡ ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР-ҙың Мәғариф отличнигы, Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия-интернаты директоры һәм бер үк ваҡытта Матур апай (уны районыбыҙҙа шулай тип йөрөтәләр) Гүзәл Усманова ошо көндәрҙә атын туғарырға булды. Хәйер, ул пенсияға сыҡҡас та ун йыл эшләне, хәҙер, үҙе әйтмешләй, ҡамытын һалмаҡсы. Ошо уңайҙан беҙ Гүзәл Фәтих ҡыҙының эшләгән йылдарына йомғаҡ яһарға булдыҡ. Гүзәл Усманованың эше, ысынлап та, оло хөрмәткә лайыҡ. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 48 йыл, шуның 41 йылын Матур апайыбыҙ уҡытыусылыҡ менән бәйләгән. Һуңғы 16 йылын уға директор вазифаһын башҡарырға тура килә. Уның һәр эште намыҫлы башҡарыуына иҫәпһеҙ-һанһыҙ Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдары дәлил.

- Гүзәл Фәтиховна, эштән китеү тураһындағы ҡарарығыҙ потенциалығыҙ ҡорғаҡһыуға ишарамы, әллә беҙгә әйтмәй генә юғарыраҡ эшләйһе хыялдарығыҙ бармы?

- Әгәр ҙә миңә йәшәртә торған йылдар бүләк итһәләр, тағы ла башҡараһы эштәрем күп булыр ине. Ләкин һәр нәмәнең башы булған кеүек, аҙағы ла булырға тейеш. Күп эшләнем, етер инде, йәштәр үксәгә баҫып килә, улар эшләһен хәҙер.

- Вағыраҡ мәктәптәрҙә, бәлки, директор булып эшләү еңелерәктер, ә Таймаҫ гимназияһы ул, ни тиһәң дә, ҙур белем усағы. Райондың бик күп белем усаҡтарына база һымаҡ.

- Үҙемә килгәндә, минең хыялым ябай уҡытыусы булып ҡына эшләү ине. 2004 йылда директор вазифаһын тәҡдим иткәстәр, үҙ ауылымдағы мәктәптең киләсәгенә битараф ҡала алманым. Эшләй башлағас, мәктәпкә гимназия статусы алыу өсөн беҙгә хатта Мәскәүгә барып сығыш яһап, үҙ тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашып ҡайтырға ла тура килде. Алға ҡуйылған маҡсаттарҙың барыһын да лайыҡлы үтәнек. Уҡытыусылар менән республика күләмендә асыҡ дәрестәр үткәрҙек, төрлө йыйынтыҡтар сығарҙыҡ, ғилми эштәребеҙ күп. Заманында гимназия исемен лайыҡлы яуланыҡ. Уҡытыусыларыбыҙҙың эштәрен үҙ ваҡытында ғәҙел баһалап, юғары исемдәр ҙә алырға булышлыҡ иттем. Беҙҙә уҡытыусылар көслө, берәү ҙә илке-һалҡы йөрөмәй, һәр кем үҙ эшен намыҫ менән башҡара.

- Һуңғы ваҡытта ауыл еренә йәштәр ҡайтмай, уҡытыусылар етмәй, тип йыш ишетергә тура килә. Ошо проблема Таймаҫ мәктәбендә лә күҙәтеләме?

- Беҙ әлегә белгестәргә мохтажлыҡ кисергәнебеҙ юҡ, әммә йәштәр юҡлығы барыбер һиҙелә. Ни тиһәң дә, уҡытыусылар ҡартая, олоғайһаң, дәрт тигән нәмә һүнә. Дәртле йәштәргә ҡарап, беҙ ҙә янып йәшәргә тейешбеҙ, ә улар булмаһа, кемгә ҡарап янаһың. Тағы бер нәмә борсой - ауыл һүнеп бара. Элек беҙ мәктәптә лә эшләнек, өйҙә лә өлгөрҙөк, унан тыш кистәрен концерттар ҙа ҡуйып йөрөй торғайныҡ. Ул беҙҙең өсөн бер ни ҙә булманы, киреһенсә, күңел күтәрелеп кенә китә ине. Хәҙер күптәр үҙ-үҙҙәренә йомолған.

- Хәҙер ҡағыҙ эше лә баҫа уҡытыусыларҙы.

- Эйе, был система насарҙыр, тип уйлайым. Рәхәтләнеп йөҙөп йөрөп эшләп, балаларға ныҡлы белем бирер урынға, отчет менән ултырабыҙ. Беҙ шул ҡағыҙ эше менән уҡыусыларға белем алырға аяҡ салабыҙ түгелме, тип уйлап та ҡуям.

- Ошо ябай уҡытыусының зарҙарын, әйткән һүҙҙәрен ниңә өҫтә ултырғандар ишетмәйҙәр икән?

- Шул өҫтә ултырғандарҙан һәр кем тәүҙә үҙҙәре ябай уҡытыусы булып эшләп ҡараһын ине. Беҙгә нисек эшләргә тура килгәнде үҙҙәренең йөрәктәре аша үткәрһендәр ине. Отчет менән эшләргә ҡамасаулайҙар, етмәһә, яҡшы һөҙөмтәләр таптыралар. Шуға ла беҙҙең система аҡһай, тиһәк тә яҙыҡ түгелдер, бәлки.

- Директорҙар иңендә уҡытыу эштәре генә түгел хужалыҡ яғынан да талаптар күп бит хәҙер.

- Эйе, был яҡтан да тикшереүҙәр, иҫкәртеүҙәр етерлек. Гимназиябыҙға күптән түгел матур итеп реконструкция эшләп ҡуйҙыҡ, тикшереүсе органдарҙың талаптарын теүәл үтәйбеҙ, шулай булһа ла штраф түләүҙән баш сыҡмай. Булған етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү өсөн ҡағыҙ эше күп, етмәһә, сығымдар ҙа байтаҡ талап ителә. Мәктәптең аҡсаһы ҡайҙан булһын һәр күренгән етешһеҙлекте үҙ ваҡытында бөтөрөргә?

-Артҡа күҙ һалһағыҙ, ниндәйҙер эшләп бөтөрөлмәгән эш ҡалған һымаҡ тойолмаймы?

- Үҙем артымдан кешегә эш ҡалдырып китергә яратмайым, ләкин осона сыға алмаған эштәрем ҡала. Әгәр ҡулымдан килһә, бар етешһеҙлектәрҙе лә бөтөрөр инем. Был ғына проблема түгел бит, әле беҙгә ҡараған филиалдарыбыҙ ҙа бар. Бығаса беҙҙә Ульяновка менән Лена ауылдарының ғына балалары уҡый ине, аҙаҡ Түкән, Ялсыҡайҙың да уҡыусыларын өҫтәнеләр. Мәктәпкә реконструкция үткәргән ваҡытта һәр класс 12 уҡыусыға ғына иҫәпләнеп эшләнгән, сөнки киләсәктә был һандан да артмаясаҡ тип күҙәтеү булған. Ә филиалдарҙан балалар беҙгә килә тип берәү ҙә әйтмәне. Беҙ үҙ ваҡытында шул филиал мәктәптәргә газ үткәрҙек, торбаларҙы алыштырҙыҡ, йылытыу ҡаҙандары ултырттыҡ. Хәҙер һорау тыуа – ошо эштәр кәрәк булғанмы ул? Ярай автобустарыбыҙ йылыла ултыра, 2008 йылда гаражға газ үткәрттем. Хәҙер ҡыҙҙыралар ҙа ултырып сығалар ҙа китәләр, уңайлы, шәп булды. Филиалдарға ла янғын сигнализациялары ҡуйҙырттыҡ, тик хәҙер уларҙың барыһы ла ябылды. Әлеге ваҡытта Түкән, Марьевкала ла мәктәптәрҙе яптыҡ, шунда киткән аҡсаларҙы йәлләйем.

- Был мәктәптәрҙе яптырмаҫ өсөн һеҙҙең ҡулығыҙҙан килә инеме?

- Юҡ, ҡайҙан килһен?

- Ялсыҡайҙар ҙа үпкәләйҙәр, Таймаҫ беҙҙе йотоп бөттө, тиҙәр.

- Ярай Түкәндә, Марьевкала балалр һаны аҙ, ә Ялсыҡай мәктәбен япмаһалар ҙа була ине, ата-әсәләр ҙә быға ҡаршы булды. Әле ошо ауылдан беҙгә 30-лап бала йөрөп уҡый. Хужалар килеп, мәктәпте япты ла китте, ә проблемаһы ҡалды. Ул саҡта декрет ялынан сыҡҡан уҡытыусылар ҙа күп булды. Ул уҡытыусыларҙы ҡайҙа ҡуйып бөтөргә, тигән һорау киҫкен торҙо. Әле Свобода мәктәбендә 12 бала уҡып йөрөй, күп уҡыусылары беҙгә килде. Хужалар кире ҡайтарығыҙ, тиҙәр, тип ата-әсәләргә әйтеп тә ҡараныҡ, тик беҙҙән китергә риза түгелдәр.

- Ошо проблемаларығыҙҙы буласаҡ яңы директорға ҡалдырып китәсәкһегеҙме?

- Беҙҙә бит үҙ урыныңа кеше әҙерләү тигән нәмә бар. Буласаҡ директор менән һөйләшеүҙәр булды, барыһын да аңлаттым. Директор булып эшләгән кешенең эше ныҡ күп тә, яуаплы ла, шуға ла күпселек ваҡыты эштә үтәсәк.

- Гүзәл Фәтиховна, һеҙ тәү сиратта ҡатын-ҡыҙ, әсәй. Яуаплы эш башҡарҙығыҙ. Һеҙ нисек бар ергә лә өлгөрҙөгөҙ һуң?

- Беренсенән, ваҡытты дөрөҫ бүлеү мотлаҡ, икенсенән, көнөм һәр ваҡыт эштә үткәс, беҙ мал-тыуарҙы бөтөрҙөк, ҡош-ҡорт ҡына аҫрайбыҙ.

- Мал бөтөү тигәндән, ғөмүмән, ауылда мал бөтә, йәшәү стиле лә үҙгәрә бит.

- Эйе, ауылда күптәр мал тотмай. Беҙҙең урамды ғына алғанда, барыһы ла тиерлек пенсия йәшендәгеләр. Мал тотоуҙан файҙа юҡ, аҙығын әҙерләү өсөн күпме аҡса сыға, аҙаҡ ул малды һуйһаң, итен ҡайҙа ҡуяһың? Көс сарыф итеп аҫыраған малыңды ярты хаҡҡа биреп китке лә килмәй. Мал аҫырағыҙ, баҡса сәсегеҙ, тиҙәр, кеше помидор ашап ҡына ла йәшәй алмай.

- Хәҙер мал-тыуар ғына түгел, әҙәм балаларының иҫәбе лә кәмей. Халыҡ та бөтһә - мәктәп тә юҡ. Башҡа ауылдарҙағы мәктәптәр һымаҡ Таймаҫ гимназияһы ла ябылыр, тип уйламайһығыҙмы?

- Юҡ, нишләптер бөтөр тип уйлағаным юҡ, шулай ҙа киләһе йылда уҡырға килеүсе балалар һаны аҙыраҡ буласаҡ. Әле беҙҙең мәктәптә 82 Таймаҫ балаһы уҡый, ә 50-нән артығы ситтән килгән балалар. Ҡайһы саҡта миңә беҙ ярҙан төшөп барған кеүек тойола, төшөп барабыҙ, төшөп барабыҙ, инде төшөп бөттөк тиһәм, һаман төшөп барабыҙ кеүек.

- Элекке ваҡыттар менән сағыштырғанда уҡытыусы исемен йөрөткәндәрҙең мәртәбәһе лә төшкән кеүек түгелме? Элек директорҙы урамда күрһәң, әллә ҡайҙа ҡурҡып ҡаса торғайныҡ, хәҙер һанға һуҡмау һиҙелә һымаҡ.

- Ул хәтлемен һиҙмәйем. Быға балалар ғәйепле түгел, ә ата-әсәләрҙең үҙҙәренән тора. Урындағы ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа икенсе, ә бына ситтән килгәндәрҙә аҙыраҡ бындай мөнәсәбәттәр һиҙелә кеүек. Был юҫыҡта ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын үҙҙәре боҙа, минеңсә.

- Шәхси тормошоғоҙ тураһында ла һорашып китәйек.

- Быйыл беҙҙең юбилейҙар йылы булды. Тормош иптәшем Фәрит менән йәшәүебеҙгә 45 йыл, үҙемә 65 йәш тулды. Фәрит милицияла эшләне, уның да эше ябайҙан түгел ине. Беҙ бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек. Мин эштә булһам, донъяны ул ҡараны, ул эштә саҡта - мин. Мин уға ышанып йәшәнем һәм таянып эшләнем.

- Улығыҙ Фәнил дә атаһы юлын һайланы, һеҙ быға ҡаршы төшмәнегеҙме?

- Мин ҡаршы төшкәнмендер, ә атаһы - юҡ. Атаһы менән икеһенең стажын бергә ҡушһаң, 40 йылдан ашыу ошо бер участокта эшләнеләр.

- Һеҙ өләсәй ҙә бит.

- Аллаға шөкөр, өләсәй генә түгел, ә ҡарт өләсәй ҙә мин хәҙер. Рәмилә ҡыҙымдың ҡыҙының улы бар. Ейәнсәрем Филүзә Татарстанда йәшәй, Өфөлә Ислам университетында уҡып йөрөй. Фәнил улымдың улы Инсаф нефть университеты студенты. Актив тормош алып бара. Кесе улдары Камил Өфөлә кадет мәктәбендә уҡыны, быйыл хатта яңы килгән уҡыусыларҙы үҙе өйрәтеп йөрөнө. Хәҙер үҙен сержант итмәкселәр. Ейәндәрем дин юлындалар, намаҙ уҡыйҙар. Белеүегеҙсә, мин үҙем дә хажға барып ҡайттым. Минеңсә, мәсеткә йөрөү мотлаҡ түгел, күңелең менән диндә икән, шул етәлер. Ир-аттар йөрөһөн мәсеткә, ә ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә булырға тейеш.

- Пенсияға сығыу - ул һыныу осоро, тиҙәр. Һеҙ һәр саҡ әүҙем булдығыҙ, үҙ ғүмерегеҙҙе мәктәпкә, балаларға белем биреүгә арнанығыҙ, хәҙер мәктәпһеҙ тормошто нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

- Был һорауҙы күп кеше бирҙе. 17 йәшемдән эшләй башланым, өйҙә эшһеҙ бер ҙә ултырып ҡарағаным юҡ. Шулай ҙа ҡыйын булыр тип уйламайым, Аллаға шөкөр, урамымда бөтәһе менән дә ҡатышам. Күп китаптар уҡыйым, бәйләм бәйләргә бала саҡтан яраттым, Зәк-Ишмәттә килен булып төшкәс хатта балаҫ та һуға торғайным. Был тормоштоң ҡайғыһын да, шатлығын да күрһәм дә, үҙемде барыбер бәхетле тип һанайым.

- Һеҙ - тормошта барыһын да күргән оло тәжрибәле кешеһегеҙ. Һеҙҙе беҙ көслө гүзәл зат булараҡ беләбеҙ, артабан да тормошта юғалып ҡалмаҫһығыҙ, ә үҙегеҙҙең хаҡлы ялығыҙҙа лайыҡлы ял итергә яҙһын һеҙгә.

Малик ИЛЬЯСОВ әңгәмәләште

Айгөл ХАЛИҠОВА яҙып алды
Читайте нас: