9 йылға яҡын район хакимиәтенең социаль өлкәһен етәкләгән Люциә Хәмитова ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһының педагогия колледжы директоры вазифаһына тәҡдим ителде. «Юшатыр» гәзите редакцияһы Люциә Тәлғәт ҡыҙы менән осрашып, уның хәлдәрен белеште.
- Тормош шулай ҡоролған, ығы-зығы, һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығабыҙ, йүгерешәбеҙ. «Ҡайҙа шулай ашығабыҙ һуң?» - тип уйлап ҡуйған саҡтар ҙа була. Эш, донъя, тип ысын күңелдән ултырып һөйләшергә лә ваҡыт юҡ.
- Кемделер мәңгелеккә юғалтҡас ҡына шуны аңлай башлайһың. Быйылғы йыл минең өсөн еңелдән булманы. Әсәйем мәрхүм булды. Ошо юғалтыуҙы бер нимә менән дә тиңләрлек түгел.
- Һеҙҙең өсөн ҡыйын йыл булыуын аңлайбыҙ. Һеҙҙе күптән беләбеҙ, һеҙ беҙгә яҡын кешеһегеҙ. Шуға күрә һеҙҙең яҙмыш ниндәйҙер кимәлдә беҙҙе лә борсомай ҡалмай.
- Вазифанан китеүҙе мин бер генә лә ҡыйын хәл, тип иҫәпләмәйем. «Вазифа — ул ғүмерлеккә бирелгән орден түгел», - тип мин һәр ваҡыт әйтә килдем. Биләгән вазифаһынан ҡасан да булһа барыбер китәсәгенә һәр бер кеше һәр саҡ әҙер булырға тейеш. Хатта, королдәр һәм императорҙар ҙа үҙ урындарынан китә. Мин район хакимиәте башлығы булып 9 йылға яҡын эшләнем һәм был эштән китеүемде тормоштоң бер ғәҙәти хәле тип ҡабул иттем. Минең тормошомдағы иң ҡыйын хәл — ул әсәйемде юғалтыу. Был турала мин тыныс ҡына һөйләй ҙә алмайым. Ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа юҡ түгел тормошомда — улым институт тамамланы. Әлеге көндә Күмертауҙа эшкә төшөп, үҙенең эшенән ҙур ҡәнәғәтлек таба. Ырымбурға шәхси нефть компанияһына социаль мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары итеп эшкә саҡырһалар ҙа, Күмертауҙа ҡалырға булдым. Улымды ташлап китмәҫкә ҡарар иттем, уның янында булырға бурыслымын, тип уйлайым. Ырымбур ҡалаһы менән мине күп нәмә бәйләй, әлбиттә. Мин унда медучилищела уҡыным, шунда тәүге хеҙмәт юлымды башланым.
- Һеҙҙең менән күп тапҡырҙар һөйләшкән булды. Хәтерләйһегеҙме икән, һеҙ әсәйегеҙ хаҡында шулай уҡ күҙ йәштәре аша һөйләгән инегеҙ. Ул саҡта минең: «Һеҙ шундай көслө ҡатын, бер нигә ҡарамай һәр саҡ алға табан ынтылаһығыҙ», - тигәнгә һеҙ: «Мин — иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ. Шуға күрә минең көсһөҙ яҡтарым да бар. Бик ҡыйын ваҡыттарымды еңеп сығырға әсәйем ярҙам итә», - тигәйнегеҙ. Әсәйегеҙгә нисә йәш ине?
- Ысынлап та, мин ябай ҡатын-ҡыҙ. Ситтән шундай көслө, уҫал булып күренһәм дә. Әсәйемә 76 йәш ине. Уға әле йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Оло юғалтыу булды ул минең өсөн.
- Һеҙ райондың социаль өлкәһен 9 йылға яҡын етәкләнегеҙ. Уға тиклем мәғариф бүлегендә лә оҙаҡ йылдар эшләнегеҙ. Район һеҙгә бик яҡын. Кире артҡа әйләнеп ҡарап, нимәнелер былай түгел, ә тегеләй эшләргә кәрәк булған икән, тигән тойғо ҡалманымы күңелегеҙҙә?
- Район миңә ныҡ яҡын. Мин тыуып-үҫкән район бит ул. Ундай тойғолар һәр кемдә булалыр ул. Ҡайҙалыр, бәлки яңылышлыҡтар ҙа булғандыр, әммә мин һәр ваҡыт тырышып, бар көсөмдө һалып эшләнем. Минең менән эшләгән кешеләр быны белә, алдарға бирмәҫ. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, мин үҙемде 100%-ҡа эшкә бирҙем.
- Социаль өлкә — иң ауыр өлкә. Имен булмаған ғаиләләр менән эшләү өсөн дә йөрәк кәрәк. Унан тыш та уйлап ҡараһаң, беҙ бит минусҡа китәбеҙ. Район халҡы йыл һайын 300 кешегә кәмей бара. Кешеләр ситкә китә. Социаль объекттарҙы алып ҡараһаң да шул уҡ хәл.
- Әле был һеҙ күтәргән һорауҙарҙың барыһы ла дәүләт масштабында хәл ителә торғандар. Муниципалитет кимәлендә генә был мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкин түгел, әммә, шул уҡ ваҡытта муиципалитет — дәүләттең бер тамсыһы булып тора. Беҙ бөтә яҡлап, үҙебеҙҙең көс еткән бар нәмәне хәл итергә тырыштыҡ. «Балыҡ тәрәнде, ә кеше уңайлыны эҙләй», - тигән һымаҡ һәр кеше үҙенә яҡшы урын эҙләй, ҡайҙа яҡшы түләйҙәр, шунда ынтыла. Шуға күрә күсеп китеүселәр һаны арта. Хеҙмәт йәшендәге кешеләр күсеп китә. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, күҙ алдыбыҙҙа спирт заводы ябылды, 400-гә яҡын кеше эшһеҙ ҡалды. Һәр береһенең балалары, кредиттары бар. Уларға бит ҡайҙалыр эшләргә кәрәк. Спирт заводын ябыу ҙа муниципалитеттан торманы бит, юғары кимәлдә хәл ителде барыһы ла. Эшһеҙ ҡалғандарҙың барыһына ла ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырыштым. Был йәһәттән минең намыҫым таҙа.
- Мине гел ошо һорау борсой: эшһеҙ ҡалған 400 кеше, уларҙың балалары, туғандары менән бергә мең ярымлап кеше йыйылып китә, нишләп улар митингыға сыҡманы?
- Мин уны әйтә алмайым. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан барыһын да эшләнек. Төрлө ерҙәргә хаттар яҙҙыҡ, кемгә генә сығып ҡараманыҡ, ярҙам итә алмаҫмы тип Раил Әбдрәшитовҡа ла мөрәжәғәт иттек, .
- Эшләгән саҡта бар көсөмдө һалдым тиһегеҙ. Ул саҡта һеҙҙең үҙегеҙҙең команда булды, тип уйлайһығыҙмы? Һеҙҙең менән бер саҡ әңгәмәләшкәндә, беҙ ҙә әйтә биреп ҡуйғайныҡ — кеше власта саҡта янында ялағай, ике йөҙлөләр күп була, һеҙ ошо хәлде үҙегеҙҙә тойҙоғоҙ түгелме?
- Эйе, команда булды. Ҡалайтаһың, тормош шулай ҡоролғандыр инде, береһен дә хөкөм итмәйем, бөтәһенә лә Аллаһ баһа бирер.
- Асыҡтан һөйләшһәк, шулай ҙа үкенесле түгелме ни, әле генә яныңда өлтөрәп йөрөгән кеше, артын бора ла ҡуя, иртәгә икенсеһе килһен, уның алдында олтораҡ була, өсөнсөһө килһен, сират уға етә.
- Кешегә йәшәргә кәрәк, яраҡлашалар инде. Мин һуңғы ваҡытта «Победа» каналын ҡарарға әүәҫләнеп алдым. 14 йәш булғанда, мин медучилищеға уҡырға индем. Шунда анкета тултырғанда: «Һеҙ Тыуған илегеҙ өсөн нимә эшләр инегеҙ?» - тигән һорау бар ине. «Мин Тыуған илем өсөн ғүмеремде бирер инем», - тип яҙҙым. Бына шундай Совет илендә сыныҡҡан, патриотик рухтағы Совет тәрбиәһен алған кешемен мин. Шул каналдан маршал Жуков тураһында ҡарайым. Ул илебеҙгә еңеү килтерер өсөн бар тырышлығын һалып һуғышҡан кеше. Хатта, ошо кешегә лә аяҡ салыусылар табылған. Жуков ундайҙарға: «Алла ғәфү итер», - тигән. Шуның кеүек мин дә ике йөҙлөләр хаҡында: «Алла үҙе ғәфү итер», - тием дә ҡуям. Нимә эшләйһең инде, донъя шулай ҡоролған, һәр кеше үҙенә яҡшы яҡты эҙләй.
- Бер яҡтан ҡараһаң, был тормоштоң дөрөҫлөгө бит.
- Миңә килгәндә инде, мин бер ҡасан да улай ике йөҙлө булманым. Минең принциптар ҙа, әхлаҡи намыҫ кодекстары ла икенсе. Тормошҡа яраҡлашыусы ике йөҙлө кешеләр ҙә була, ҡыҙғанысҡа. Алла ғәфү итһен уларҙы. Минең район хакимиәте башлығы вазифаһынан китеүем дә, тирә-яғымдағы кешеләргә баһа бирергә ҙур ярҙам итте. Шуның өсөн мин яҙмышыма рәхмәтлемен. Кемдең кем икәнлеген белдем. Жуковтың Жуковын да нимә тип кенә һөйләмәйҙәр.
- Бәлки, яңы хаким килгәс, элекке команданың барыһы ла китергә тейештер, ҡуштандарға таянып, кем эшләһә лә, эше бик барып сыҡмауы ихтимал. Башҡа илдәрҙәге кеүек. Сөнки бер хужаға хеҙмәт иткән кешенең икенсе хужаға хеҙмәт итеүе дөрөҫ түгел һымаҡ. Яңы кадрҙар килергә тейеш. Берәй етәксе китә икән, уның тураһында насар итеп һөйләй башлайҙар, өҫтөнә бысраҡ өйәләр. Ҡасандыр уның эргәһендә яҡын дуҫ булып йөрөгәне лә шулай итә. Эштән киткән етәксенең яҡшы яҡтары ла, яҡшы эштәре лә бар бит, уныһын нишләптер онота ла ҡуялар. Шуға күрә, минеңсә, етәксе менән бергә барыһы ла китергә тейештер.
- Китмәйҙәр шул. Һәр кемдең ғаиләһе бар. Барыһы ла эшләргә, ғаиләһен тәьмин итергә тырыша.
- Педколледжҡа әйләнеп ҡайтҡанда, электән балағыҙҙы педҡа ебәрмәгеҙ, эш таба алмай бит, тип әйтеүҙәрен ишетәбеҙ. Ауылдарҙы алып ҡараһаң, бер ауылда әллә нисәмә физкультура уҡытыусыһы. Уларҙың барыһына ла эш еткереп булмай.
- Әле генә мин бер нәмә лә әйтә алмайым. Эшкә килеүемә бер ай ҙа юҡ бит. Завучтар төҙөгән отчеттар буйынса, педколледжда уҡығандарҙың 60%-ы үҙҙәренең һөнәре буйынса эшкә урынлашҡан. Бында Ғафури, Баймаҡ райондарынан, Ырымбур өлкәһенән уҡырға киләләр. Балалар уҡырға теләй икән, улар барыбер киләсәктәр, ебәрмәгеҙ тигәнгә лә ҡарап тормаясаҡтар. Радий Хәбиров педагогтарға ла ярҙам итергә кәрәк, тип белдерҙе. Ауылға ҡайтҡан уҡытыусыларға 300-500 мең һум аҡса бирергә уйлайҙар әле. Йәшерен-батырыны юҡ, кемдәр башҡа ергә уҡырға керә алмай, ғәҙәттә, шулар педҡа бара. Шунан һуң иң яҡшы уҡыусыларҙан һаналмаған кешеләр, ҡыҙғанысҡа, мәктәпкә эшкә бара, ә кемдәр яҡшы уҡыған, улар ҡайҙалыр икенсе эшкә урынлаша. Мәктәпкә эшкә барғансы, ҙур ҡалаларҙа магазинда һатыусы булам, ти күптәр. Бына шундай хәл күҙәтелә. Уҡытыусы баланың рухын тәрбиәләй. Беҙ бөтәбеҙ ҙә, беҙҙе яҡшы уҡытыусы уҡытыуын, яҡшы табип дауалауын теләйбеҙ ҙә ул. Ҡыҙғанысҡа, бөгөн педагогтарҙың күбеһе үҙҙәренең һөнәрен юғары кимәлдә белеүселәр түгел. Дәүләт сәйәсәте үҙгәрмәйенсә, муниципалитет кимәлендә генә бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай. Минең фекерем был.
- Әле яңыраҡ бер уҡытыусы менән әңгәмәләшкәйнек. Ул: «Кемдәр мәктәптә бер көн дә эшләп ҡарамағандар, шулар етәкселекккә киләләр ҙә өйрәтә башлайҙар», - тигәйне. Был һүҙҙәр күп кешегә оҡшаманы. Русса әйтмешләй: «На воре шапка горит». Кемдәргә был һүҙҙәр ҡағыла, шулар үпкәләй, ғәҙәттә.
- Эйе кешеләрҙең барыһын ла ярап булмай.
- Хоккейҙы ғына алып ҡараһаҡ, Панарин, Ежов Рәсәйҙе Канада һәм АҠШ менән сағыштырып, үҙҙәренең негатив фекерен белдерҙеләр. Улар үҙҙәренең күргәндәренән, сағыштырыуынан алып, шәхси фекерен белдерәләр бит, ә кешеләр уларға ябырылдылар. Беҙҙә барыһы ла бер рәткә теҙелеп кенә йөрөргә, бөтәһе лә бер төрлө уйларға тейеш. Партия нисек ҡуша, шулай тигәндәй.
- Шәхсән мин Панарин һәм Ежов кеүектәрҙе ғәйепләйем, сөнки һине ошо Тыуған илең үҫтергән, тәрбиәләгән, ә һин хәҙер уны яманлайһың. Ә улар үҙҙәре нимә эшләгән һуң шул Тыуған иле өсөн? Үҙҙәре аҡса эшләйбеҙ тип, Тыуған иленән сығып киткәндәр.
- Улар Тыуған илдең абруйын күтәрәләр бит.
- Белмәйем инде, ниндәй кимәлдә күтәрәләрҙер. Минеңсә, улар күберәген аҡса эшләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Мин уларҙы ғәйепләйем, сөнки мин үҙем Совет тәрбиәһе алған кешемен. Әгәр һин Америкала Рәсәйҙән яҡшыраҡ, тип уйлайһың икән, нишләп уны бар ғәмәлгә ҡысҡырып йөрөргә. Һин бит ошо Рәсәйҙән сыҡҡанһың, һине Рәсәй шул кимәлгә күтәргән. Был минең шәхси фекерем.
- Йырсы Наталья Ветлицкая ла кире Рәсәйгә ҡайтырға уйлай. Һеҙ уны хәтерләйһегеҙме? Ул да ҡасандыр Рәсәйҙе яманланы.
- Хәтерләйем мин уны. Ул бик күп йылдар Испанияла йәшәне. Бына ул бер ҡасан да Рәсәйҙе яманламаны, өндәшмәй генә сығып китте. Бер ҡайҙа ла, социаль селтәрҙәрҙә лә, Рәсәй тураһында насарлап өндәшкәнен күрмәнем. Бөтә нәмәне лә олоғая килә аңлайһың бит, ул да Тыуған илдән дә яҡшырағы юҡ икәнен аңлағандыр, күрәһең. Бына мин үҙем Дубайҙа булдым, өс көндән минең кире тыуған яҡҡа ҡайтҡым килә башланы. Эйе, Дубайҙа ла яҡшы йәшәйҙәр, әммә улар яҡшы йәшәй бит, беҙ түгел.
- Һеҙ Жуковты һөйләнегеҙ, ғөмүмән, тарихты алһаҡ, Икенсе бөтә донъя һуғышында беҙҙең халыҡ шундай көслө, яуыз дошманды еңеп сыҡты, әммә беҙҙә нисәмә йыл инде «Һуғыш балалары» тигән законды ҡабул итә алмайҙар. Оят бит. Үҙегеҙҙең әсәйегеҙҙе алып ҡарағыҙ. Улар бала саҡтарында ниндәй рәхәтлек күргән һуң?
- Минең әсәйем 1943 йылда, атайым 1937 йылда тыуған. Атайым һәр саҡ һуғыш йылдарын күҙ йәштәре менән хәтергә ала торғайны.
- Һуғыш балаларына Ырымбур өлкәһендә аҙ булһа ла аҡса бирәләр тиҙәр.
- Ырымбур өлкәһендә лә коммунизм түгел, әлбиттә. Нимәлер унда яҡшыраҡ булһа, нимәлер, киреһенсә, беҙҙә. Мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләгән саҡтан уҡ Ырымбур өлкәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Шул саҡта уҡ губернаторҙары мәктәп балаларының туҡланыуына 8-10 һум өҫтәмә аҡса бүлергә ҡарар иткәйне. Ә беҙҙә ул саҡта ул сумма 1 һум 73 тин ине. Губернатор шул саҡта уҡ туҡланыуҙың балаларҙың һаулығына ҙур йоғонто яһауын аңлаған. Хәҙер беҙҙә лә Радий Хәбиров ошо мәсьәләне күтәрә башланы.
- Беҙҙең халыҡҡа уҡыусыларҙың туҡланыуы өсөн түләү ныҡ ауырға тура килә шул. Хатта, мәктәпкә кәрәк-яраҡтарҙы, кейемен алыуы ла еңелдән түгел уларға. Һеҙ бына оҙаҡ йылдар чиновник булып эшләнегеҙ. Хәҙер ул категорияға кермәйһегеҙ бит инде. Әллә нисәмә тапҡыр федераль кимәлдә чиновниктарҙы ҡыҫҡартырға кәрәк, тип һөйләйҙәр. Халыҡ кәмей, ә чиновниктарҙың һаны арта ғына. Өсөшәр ҡатлы биналарҙа тулып ултыралар. Мәктәптәр, клубтар, балалар баҡсалары ябыла, производство кәмей, ә етәкселәр кәмемәй, арта ғына.
- Был турала мин үҙем дә әйткәнем булды. Ҡыҫҡартырға кәрәк, тиһәң бер кешегә лә оҡшамай бит. Берәү ҙә үҙенең эш урынынан киткеһе килмәй. Ундай ҡарар ҡабул иткән кешеләрҙе яратмай башлайҙар. Шуға күрә күптәр был турала өндәшмәй ҡалырға тырыша. Ә һин чиновник булып эшләйһең икән, ниндәйҙер ихтыярлы ҡарар ҡабул итергә тейешлеһең. Мин шулай эшләһәм, мине яратмаясаҡтар бит, минең турала нимә тип әйтерҙәр, тип ултырып булмай. Ул саҡта һин етәксе түгел. Миңә күп тапҡырҙар шундай ихтыярлы ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Мин мәғариф бүлеген етәкләгән саҡта уҡ, йән башына түләүҙе уйлап сығарып, мәктәптәрҙе яба башланылар. Был бик ауыр ине. Миңә кешеләр килеп, ҡулдарҙы үберҙәй, тубыҡланырҙай булып, 0,5 ставка ғына ҡалдырығыҙ инде, тип инәлделәр. Минән генә торманы шул, хөкүмәт шундай ҡарар сығарғас, беҙ шул ҡарарҙы урында үтәргә тейешле булдыҡ. Замана талабы, ҡағыҙ эше күп. Бик күмәк ултырһалар ҙа, барлыҡ ҡағыҙ эшенә өлгөрә алмайҙар әле ул. Чиновниктар ултыралар инде шунда, бер нәмә эшләмәй, тип һөйләргә яраталар. Беҙ тик ултырманыҡ, эшләнек. «Чиновник» әрләү һүҙе кеүек ҡулланыла башланы, хатта. Минең күңелде ҡыра был. Чиновник булып эшләү осоронда, нимә генә ишетергә тура килмәне миңә лә. Еңел эш түгел, әлбиттә. Ауыр йөк ята иңдәрҙә. Әгәр беҙ ул эшкә барабыҙ икән, түҙергә, халыҡ өсөн асыҡ вазифа икәнен аңларға тейешбеҙ.
- Эшегеҙгә кире ҡайтҡығыҙ килмәйме?
- Мин үҙемдең эшемде шул тиклем ныҡ яраттым, әммә кире ҡайтҡым килә тимәйем. Өфөнән кире районға ҡайтыуымдың да сәбәбе шул эшемде ныҡ яратыуым менән бәйле булды. Бер йылдан һуң районға яңынан эшкә ҡайтҡас, халыҡ араһынан кемдер килеп ҡосаҡлап алды. Минең өсөн был ҙур баһа ине.
-Һабантуйҙа булған бер хәлде иҫкә төшөрҙөгөҙ. Әхәт Ҡотлоәхмәтов район башлығы вазифаһынан киткән ине инде. Зәк-Ишмәттән бер олораҡ апай йүгереп килеп, өндәшмәй генә уның ҡулына ҡаҡ тотторҙо. Шул саҡ, хатта, минең күҙемә йәш килде. Ул апай Әхәт Йәүҙәт улының күҙенә ҡараған да тик тора, бер нәмә лә әйтмәй. Был ваҡытта, ысынлап та, бер һүҙ әйтеү ҙә кәрәкмәй, һүҙҙәр артыҡ ине.
- Бына ошо инде халыҡтың һөйөүе, ысын күңелдән рәхмәт әйтә белеүе.
- Кеше эшенән китә икән, уның минустарын ғына түгел, яҡшы яҡтарын да онотмаһындар ине. Мәктәптәрҙе яптырыу, уҡытыусыларға эш хаҡын балаларҙың йән башына ҡарап түләргә тигән законды ла район башлғы уйлап сығармай бит.
- Эйе, һәр кешенең минустары була. Идеаль кеше булмай. Кешенең гел кире яҡтарын ғына күрергә яратҡан кеше үҙе шул етәксе урынында эшләп ҡараһын ине, шунда белер ине. Дейл Карнегины уҡыған инем. Лекциянан һуң уға бер ҡатын килә лә, үҙенең иренә зарланып, яманлап һөйләй башлай. «Әгәр ул идеаль кеше булһа, һеҙгә өйләнмәҫ тә ине», - ти уға педагог. Миңә уның ошо фекере ныҡ оҡшаны. Идеаль ирең булһын тиһәң, үҙеңә лә идеаль булырға кәрәк икәнен яҡшы итеп аңлата. Беҙ барыбыҙ ҙа беҙҙең эргәлә идеаль чиновниктар, идеаль ирҙәр, идеаль ҡатындарыбыҙ булыуын теләйбеҙ, ә үҙебеҙ бер ҙә генә яҡшы яҡҡа үҙгәрергә теләмәйбеҙ. Оппозиция тигән нәмә һәр саҡ булырға тейеш, әммә улар һәр саҡ насарлап һөйләп йөрөргә генә түгел, ә үҙҙәренең аҡыллы тәҡдимдәрен дә әйтергә, адекват рәүештә властҡа ярҙам итергә тейештәр. Власть кешеләре лә бит тик халыҡҡа яҡшы булһын өсөн тырыша, үҙе өсөн түгел. Аҡыллы, конструктив оппозиция булһын ул. Кешене яманларға, бөтөтөрөргә барыһы ла оҫта. Әхәт Йәүҙәт улы тырышып эшләне һәм халыҡ һөйөүен яулап ала алды. Быны күптәр булдыра алмай. Мин уның менән бергә эшләп, бик күп нәмәгә өйрәндем. Кешегә ныҡ ышанғаны өсөн ҡайһы бер яңылышлыҡтары ла булғандыр, әлбиттә. Кеше бер вазифала оҙаҡ эшләп, хеҙмәткәрҙәренә ныҡ ышанып, ҡайһы бер нәмәне күҙ уңынан ысҡындырыуы ла бар.
- Сит илдәрҙәге кеүек, беҙҙә лә чиновниктарҙы 5 йыл һайын алыштырып тороу кәрәктер, бәлки?
- Бәлки. Райондың яңы башлығы Юлай Ильясов менән дә бер ай эшләп өлгөрҙөм. Тәжрибәһе ҙур уның. Министр ҙа, БР Йәштәр сәйәсәте комитеты етәксеһе лә, Өфөлә район башлығы ла булып эшләгән. Шуға уның күп пландары тормошҡа ашыр, тип уйлайым.
- Әле Свобода, Ленин силсәүиттәре башлыҡтары ла эштән китеп барҙы. Кадрҙар табыуы еңел түгел хәҙер.
- Кадрҙарға ҡытлыҡ хәҙер бөтә ерҙә бар. Ауыл советтарында бигерәк тә һиҙелә. Элек партия мәктәптәре кадрҙар әҙерләне. Туғанлыҡ буйынса ла эшкә алып маташалар ҙа ул, әммә һинең һөнәри оҫталығың юҡ икән, туғанлыҡтан ғына файҙа юҡ. Минең турала ла ҡайҙа ғына, нимә генә яҙып ҡараманылар, әммә бер ерҙә лә минең турала профессионал түгел, тип әйтеүсе булманы.
- Һеҙҙең һөнәри эшмәкәрлеккә ҡағыла алманылар инде?
- Эйе. Яҙған кешеләрҙең береһе лә үҙҙәренең исем-шәрифтәрен күрһәтмәйҙәр, сөнки мин судҡа бирһәм, бының дөрөҫ түгел икәнен шунда уҡ иҫбатлаясаҡмын.
- Һеҙҙең адресҡа байтаҡ яла яғыу тип атайыммы, ялыуҙар тиемме, яҙылды. Енәйәт эше ҡуҙғатылды, тигән дә хәбәр булды. Барыһы ла алдаҡ, тимәк?
- Әгәр шул яҙғандарҙың барыһы ла дөрөҫ булһа, министрлыҡ миңә ошо урынды биләргә рөхсәт итер инеме һуң? БР Башлығы Хакимиәте Өфөләге иң яҡшы кадрҙар сығарыусы 1-се гимназияны етәкләргә рөхсәт бирер инеме? Уйлап ҡарағыҙ. Мин бит бик күп тикшереүҙәр аша үттем. Теләһә нимә уйлап яҙып ултырыу - ул үс алыу, сөнки мин ҡасандыр аноним түгел, ә үҙ исемемдән кемгәлер ризаһыҙлыҡ белдергәнмен. Урынбаҫар сағымда популяр булмаған ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде, бындай осраҡта һине кем яратһын, дошмандар ҙа булғандыр. Аҫтыртын, арттан бысаҡ ҡаҙағандар, ҡыҙғанысҡа, донъяла бөтмәгән һәм бөтмәйәсәк. Ә ҡатын-ҡыҙға ҡаршы көрәшеү ҡыйын түгел ул. Күп нәмәгә аптырамаҫҡа өйрәнергә кәрәк. Ә был тәжрибә йылдар үтеү менән генә килә. Мин һәр ваҡыт кешегә тура ҡарап әйтәм, артынан һөйләмәйем. Был минең ҡанда. Минең намыҫым таҙа.
- Беҙҙе ҡабул иткәнегеҙ, ысын күңелдән әңгәмәләшкәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Люциә Тәлғәт ҡыҙы! Яңы вазифағыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!
- Үҙегеҙгә рәхмәт! Һеҙҙең менән һөйләшкәс, үҙемде таҙарынған кеүек хис иттем.
Малик ИЛЬЯСОВ әңгәмәләште
Розалия НАЗАРОВА яҙып алды