Все новости
Беҙҙең әңгәмә
15 Октября 2019, 11:52

Ишектәребеҙ асыҡ

Күптән түгел район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары тигән яңы вазифа булдырылғайны. Был вазифаны етәкләүсе Тимур Иҙрисовтан эштәр нисек барыуы хаҡында белештек.
- Тимур Насибуллович, эшләй башлағанығыҙға күп түгел, ошо ваҡытта нимә ҡыуандырып, йә булмаһа ғәжәпләндереп өлгөрҙө һеҙҙе?
- Районда хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһы булдырыла тигән яңылыҡты ишеткәс тә мин эшҡыуарҙарға иғтибар артасағына шатландым. Был эш миңә ышанып ҡушылған икән, тимәк, ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Миңә ҡалһа, районда эшҡыуарлыҡ эшен асҡан һәр кемгә киң мөмкинлектәр бар. Үҙемдең бурысымды, төрлө мәсьәләлр килеп сыҡһа, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү тип аңлайым. Үҙ эштәрен асҡандарға күҙәтеүсе органдар тарафынан урынһыҙ баҫым яһауҙар булһа ла ситтә ҡалмайбыҙ. Төрлө көтөлмәгән һорауҙар килеп сығып тора, был осраҡта ла беҙ уларға терәк-таяныс булырға тейеш
- Эшегеҙ нимәнән ғибәрәт?
- Ябай халыҡ үҙ эшен асыу теләге менән мөрәжәғәт итһә, етәкселәр улар менән аңлайышһыҙ телдә һөйләшә башлай. Күпселек кеше ҡатмарлы терминдарҙы аңламай, юридик мәсьәләләрҙә һай йөҙә. Шул сәбәпле уларҙың күптәре башлаған эштәренә ҡул һелтәп ҡуя. Үҙ эшен асырға теләгән кешене тупһанан уҡ өркөтөргә ярамай. Эш урынымда күп рәсми документтар менән эш итергә тура килә, төрлө документтар бик күп, улар ысынлап ҡатмарлы. Ул документтарҙы ауылдағы крәҫтиән түгел, мин дә ҡат-ҡат уҡығас ҡына төшөнәм. Ә бит табаҡ-табаҡ яҙылған кәнсәләр һүҙҙәрҙе ябай ғына итеп, ике-өс һүҙ менән генә аңлатып була. Минең эш тә шунан ғибәрәт: ҡатмарлы механизмды мөмкин тиклем ябайлаштырыу, халыҡҡа ябай итеп төшөндөрөү, уларҙы эшкә ылыҡтырыу.
Булған эшҡыуарҙарыбыҙҙы ла ҡурҡытырға күнеккәнбеҙ. Уларҙы йыш ҡына кәрәккәнгә-кәрәкмәгәнгә кәңәшмәләргә саҡырабыҙ. Етмәһә теге йәки был сара ойошторола тип, бағымсылыҡ ярҙамы һорай башлайбыҙ. Берҙән, кәңәшмәләрҙә ултырырға уларҙың ваҡыты юҡ, икенсенән, һәр ваҡыт таларға ла ярамай. Ошо баҫымдарҙан ҡотолоу өсөн уларҙың күптәре ҡасып тигәндәй ҡалаға пропискаға торалар. Ул саҡта районыбыҙҙың шәхси эшҡыуарҙары автомат рәүештә ҡалала теркәлә. Ә ҡалала ундай эшҡыуарҙар күп, улар араһында райондыҡылар күҙгә салынмай ғына үҙ эшен эшләй бирә. Эшҡыуарҙар беҙҙә күп түгел, 400 генә, шуға ла самаһыҙға тартҡыларға ярамай. Уларға ҡарата мөнсәбәтте үҙгәртер кәрәк. Һорауҙарҙы саҡырып түгел, шәхси үҙебеҙ барып, йә телефон аша ғына ла хәл итеп була.
- Киләсәктә бизнес менән шөғөлләнгәндәргә һалымды күтәрергә тиҙәр түгелме?
- Эйе, әммә был һорау менән дә көрәшәбеҙ. Һалымды аҙайтыр өсөн күршеләребеҙ – Мәләүездәге коллегаларыбыҙ менән бергә ҡоролтайға хат яҙҙыҡ.
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡ объекттарының һанын арттырырға ти, беҙҙә эштәр нисек бара?
-Һәр район үҙенсә тырыша. Мәҫәлән, йылайырҙар ағас менән алдырмаҡсы, беҙ ЛПХ-ларҙы КФХ-ға әйләндереү өҫтөндә. Ләкин бының өсөн тәүҙә ЛПХ-лар көслө булһын һәм тауарҙарын һатыуға сығарыу өсөн ярҙам итергә кәрәк, аҙаҡ ҡына КФХ-ға әйләндереү эше башланасаҡ.
- Халыҡ яғынан әүҙемлек бармы һуң?
- Тырышабыҙ инде, һәр ауыл советына сығып халыҡ менән һөйләшеү, аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән финанстар үҙ ваҡытында тотонолмаһа, икенсе йылына аҡса суммаһы кәмей. Шуға булған аҡсаларҙы дөрөҫ ҡуллана белерлек кешеләр эҙләйбеҙ. Аҡсаны бюджеттан алып була, тик уның өсөн артынан йүгерер һәм алып ҡуллана белер кәрәк.
- Эшҡыуарлыҡ буйынса киләсәктә ҡыуанырлыҡ уңыштар күҙалланамы?
- Әлбиттә, 2020 йылдың апреленән өйҙә эшләнгән әйберҙәрҙе сит илдәргә сығарыу мөмкинлеге буласағына ышанабыҙ. Мәҫәлән быйма, бейәләй, бал, ағастан, тимерҙән һәм башҡа нимәнән эшләнгән әйберҙәр. Нимәһе файҙалы: бер генә әйбер булһа ла, шуны һатып буласаҡ һәм был бик уңайлы. Уларҙың килеме менән беҙҙә эшләнгән тауарҙар унда арзан һаналасаҡ, ә беҙҙең өсөн үҙебеҙҙең һатҡан суммабыҙ ҡәнәғәтләндерерлек буласаҡ. Шуға һәр ҙур ауылда тауарҙарҙы эшкәртеү цехтары булдырыуға ныҡлы тотонорға кәрәк.
- Аңлауыбыҙса, мәҫәлән, бер төпкөл ауылдағы инәйгә үҙенең быймаһын еңел генә һатып ебәреү мөмкинлеге буласаҡ?
- Эйе, сөнки беҙ уларҙың әйберҙәрен сауҙа майҙанына сығарырға ярҙам да итәсәкбеҙ.
- Аҡһары һыуһаҡлағысы янындағы оло юлда ял итеү урыны булдырыу өсөн әле ер биләмәһе һатыла, теләк белдереүселәр бармы?
- Бизнес тигәндән, беҙҙең халыҡ әллә ялҡаумы, әллә ҡурҡамы, белмәйем. Бына ситтән килгән халыҡ әрһеҙ, киләләр ҙә бер нимәнән дә ҡурҡмай төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, үҙҙәренең эштәрен асыу менән шөғөлләнә башлайҙар. Уларҙан өлгө алырға кәрәк. Аҡһары һыуһаҡлағы янында ял итеү урындары булдырыуға килгәндә, мәҫәлән 10 сутый ерҙе бүлеп башланғыс хаҡ менән 110 мең һумға алып була. Унда кемдәр нимә төҙөргә теләй үҙҙәренең тәҡдимдәре менән көтөп ҡалабыҙ.
- Районыбыҙҙа үҙ эшен асырға теләүселәргә нимә тип әйтер инегеҙ?
- Әгәр ҙә ундай теләк бар икән, ҡурҡмайынса эшкә тотонор кәрәк. Беҙгә мөрәжәғәт итһендәр, беҙҙең ишектәребеҙ һәр саҡ асыҡ.
- Тимур Насибуллович, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңштар һеҙгә.

Малик Ильясов әңгәмәләште

Айгөл Халиҡова яҙып алды.

Читайте нас: