Все новости
Беҙҙең әңгәмә
25 Октября 2019, 11:18

«Мең йыл йәшәргә лә ризамын»

Лилиә Игоревна Михайлова. Уны тәү күргәндән үк ябай ғына ҡатын түгел, бындай кешеләрҙе алдап-йолдап, янында ике йөҙләнеп йөрөп булмай, тигән фекергә килгәйнек. Рухы ныҡ, принциптары ҡаты ғыналыр, тип уйланыҡ һәм һөйләшәйек әле бер, тип, уны редакцияға саҡырҙыҡ. Лилиә Игоревна 8 йыл гәзиттәргә интервью биргәнем юҡ тиһә лә, беҙҙең менән осрашыуға ҡаршы килмәне.
Малик ИЛЬЯСОВ: Иң тәүҙә беҙҙең менән осрашырға риза булғанығыҙ өсөн рәхмәт әйтке килә. Берәй төпкөл ауылға яңы кеше килеп сыҡһа, бөтә ауыл халҡы уға ҡарай башлай. Кемгә килгән ул, нимә эшләй, нисек кейенгән һәм башҡа бик күп һорауҙары менән ҡыҙыҡһыналар. Беҙҙең дә шуның һымаҡ провинцияға хас булған ҡыҙыҡһыныу. Һеҙ үҙегеҙҙе районда бик әүҙем кеше булараҡ күрһәтә башланығыҙ. Шулай уҡ грант темаһы ла беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ донъяһы менән яҡындан танышҡыбыҙ килде. Һеҙ ошоға тиклем беҙҙең районда булғайнығыҙмы?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Ошоға тиклем мин, хатта, төбәк гәзиттәренә интервью биргәнем юҡ ине, тик федераль гәзиттәр менән эшләнем. Көйөргәҙе районы барлығын белмәй ҙә инем. Тормош иптәшем Юлай Талха улы Ильясов район хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнгәс кенә белеп ҡалдым. Күмертау ҡалаһында юл ыңғайы булып киткәнем бар. Иң тәү тапҡыр районға килеүем Пасха байрамына тура килде. Беҙҙең ғаиләлә меценатлыҡ эше, башҡа кешеләргә ярҙам итеү иң төп урында. Һәр саҡ ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ. Ғаиләбеҙ бик татыу, был әллә ҡайҙан уҡ күренеп тә тора. Беҙ тормош иптәшем менән бер-беребеҙҙе тулыландырып торабыҙ, бәхетлебеҙ. Атайым минең керәшен ине, шуға күрә һәр Пасха байрамында мин сиркәүгә барып хәйер бирәм. Быйылғы байрамға район менән танышырға тип мин Көйөргәҙегә килдем. Тоҙло күлдә булдыҡ, унда ниндәйҙер кәңәшмә уҙғарылғайны. Шунан магазиндарҙағы барлыҡ куличтарҙы һатып алдыҡ та, мохтаждарға таратһындар өсөн ғибәҙәтханаға алып барып ҡалдырҙыҡ. Тәүге тапҡыр Көйөргәҙе еренә аяҡ баҫҡан көнөм шулай үтте.
Малик ИЛЬЯСОВ: Тәьҫораттарығыҙ ниндәй? Билдәле режиссер Никита Михалков Рәсәйҙең рус ауылы тураһында кино төшөргән саҡта ҡото алынған, сөнки, тик мегаполиста йәшәп кенә, бөтә Рәсәйҙе белеп бөтөп булмай. Икенсе документалист та Архангель өлкәһенә барып, халыҡтың шундай насар йәшәүенә ныҡ аптырап ҡайтҡан. Шуның кеүек, нимә һеҙҙе шаҡ ҡатырҙы йәки, киреһенсә, һоҡландырҙы?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Үҙемдең эшем буйынса төрлө райондарҙа, ауылдарҙа булырға тура килде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булған саҡта ла иң тәүҙә беҙ бара торғайныҡ. Шуның өсөн мине нимә менәндер аптыратыуы ҡыйын. Үҙем өсөн шуны билдәләнем: ҡайһы бер ауылдар берәй 10-20 йылдан юҡ буласаҡтар. Бындай ауылдарҙа кеше йәшәмәгән емерек, ташландыҡ өйҙәр бик күп. Был йорттар бер кемгә лә кәрәк түгел, хужалары уларҙы ҡарамай ҙа, уларға кәрәкмәй ҙә. Халыҡ эш эҙләп ҙурыраҡ йәшәү урындарына күсә. Был, әлбиттә, тәбиғи күренеш. Шуға күрә, бында килгәс тә мине бер нәмә лә аптыратманы.
Малик ИЛЬЯСОВ: Район ауылдары буйлап осрашыуҙар үткәргән саҡта һеҙ: «Беҙҙең төп потенциал — халыҡ», - тинегеҙ. Әммә ошо потенциалды беҙ юғалтабыҙ. Юлай Талха улы ла күп тапҡырҙар: «Йылына 200-300 кешене юғалта барабыҙ», - тине.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Райондың демография хәлен өйрәндек. Район халҡының бер нисә йылдан күпмегә кәмейәсәген иҫәпләр өсөн бөйөк иҡтисадсы булырға кәрәкмәй. Йылына 300-ләп кеше китеү, әлбиттә, яҡшы түгел. Бындай темп менән барһа, күпмелер ваҡыттан иң ҙур хужалыҡтар эргәһендә генә 2-3 ауыл ҡалыуы бар. Бында мин бер ниндәй ҙә трагедия күрмәйем. Хеҙмәт миграцияһы һәм башҡа иҡтисади процестар — ул йәмәғәт үҫешенең тәбиғи процесы. Беҙ быны ҡабул итергә тейешбеҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Моисей йәһүдтәрҙе 40 йыл буйы сүлдә йөрөткән һымаҡ, беҙ ҙә ошо юлды үтергә тейешбеҙ, тимәк. Берәү әйтмешләй, беҙҙе власть сүллек буйлап алып бара һәм һуңынан, Моисейҙан һуң ҡалған йәһүдтәр кеүек, иң-иңдәр генә ҡаласаҡ та, бер кем дә, бер нисек тә еңә алмай торған милләт барлыҡҡа киләсәк.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Ауылдарҙан ҡалаларға былай ҙа иң көслөләр генә китә. Элек, киреһенсә, көсһөҙҙәр, ауылда йәшәй алмағандар, еңел тормош эҙләп ҡалаға китә, тиҙәр ине. Улай түгел. Тик иң көслөләр генә ҡалаға китә, сөнки миллионлы ҡаланың «мясорубка»һын үтергә, бер ниндәй ярҙамһыҙ тере ҡалырға барыһы ла булдыра алмай. Ауылдарҙа, йә ауылды ташлап китергә теләмәгән патриоттар, йә ҡайҙалыр китергә ҡурҡынҡырағандар ғына ҡала. Ғөмүмән, кеше тормошоноң сценарийы тураһында һүҙ йөрөткәндә, һәр беребеҙҙең үҙенең түшәме. Кемдер ҡасандыр ошо түшәм аша һикереп сығып, ниндәйҙер вазифаға үрләгән икән, тормош барыбер үҙенең корректировкаларын кертәсәк һәм уртаса йәштәрҙә улар барыбер үҙҙәренең тейеш урындарына кире төшәсәк.
Малик ИЛЬЯСОВ: Тимәк, һеҙ яҙмышҡа ышанаһығыҙ?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Яҙмыш ул — кеше үҙе төҙөгән процесс, тип уйлайым, әммә мин Алланың алдан билдәләп ҡуйыуына ышанам.
Малик ИЛЬЯСОВ: Ҡасандыр һеҙ әйткән: «Йәмғиәт мәҙәни депрессияла. Мәҙәниәт һәм тарих халыҡтан милләт булдыра», - тигән һүҙҙәрегеҙҙе яҙып та алғайным. Ҡыҙғанысҡа, мәҙәниәт һәм тарих өлкәһендә лә беҙ маҡтана алмайбыҙ бит. Халыҡта деградация бара, тип уйлайым. Мәҫәлән, көн дә интернетты асып ҡараһаң, ҡайһылыр әсә йә атай кеше үҙенең балаһын үлтергән. Совет заманында интернет булмағас, был турала беҙ белмәгәнбеҙҙер ҙә, бәлки. Әйткәндәй, һеҙ психологик-медик-социаль үҙәктә — «Индиго»ла эшләгәнһегеҙ?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Эйе, директор булдым. Мин һөнәрем буйынса клиник психолог.
Малик ИЛЬЯСОВ: Унда уҡыусылар, ата-әсәләр менән эшләргә тура килгәндер?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Күберәген хәүефле, киҫкен кризис хәлдә булған балалар менән эшләргә тура килде.
Малик ИЛЬЯСОВ: Хәҙер барлыҡ мәғариф өлкәһе кризис хәлендә тиергә була. Һәр кемдең ҡулында телефон, барыһы ла интернет селтәренә төрлө видео төшөрөп һалалар.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Шулай шул. Хәҙер күптәр ярҙам итергә ашыҡмайҙар, ә тиҙерәк телефондарын алып видеоға төшөрөү тураһында ғына уйлайҙар.
Малик ИЛЬЯСОВ: «Бар өмөт йәштәрҙә», - тип әйтергә яратабыҙ. Бөгөнгө йәштәребеҙ ниндәй?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Был турала минең үҙемдең фекерем бар. Ҙур ҡалала йәки, ғөмүмән, тормошта кемдер тиҙ генә төнгө стриптизклубтарҙы табып ала, ә кемдер китапхана-музейҙарҙы. Уларҙың барыһы ла беҙҙең эргәлә генә, һәр кем үҙ теләге буйынса һайлау эшләй. Эйе, әхлаҡи яҡтан түбәнгә тәгәрәйбеҙ. Шулай ҙа беҙҙең арала юғары интеллектуаль үҫешкән йәштәр ҙә бар. Мин гел ошо ябай миҫалды килтерәм: ғаиләлә 10 бала, әсәй кеше уларҙың барыһына ла бер үк тәрбиә бирә, барыһына ла маҡтау һәм шелтә һүҙе лә бер иш тейә, барыһын да бер тигеҙ ярата, бер үк һүҙҙәр һөйләй. Ә шул уҡ ваҡытта балаларының береһе академик булып китә, икенсеһе алкоголик.
Малик ИЛЬЯСОВ: Бәлки, был гендан киләлер?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Юҡ, алкоголизм — генетик сир түгел ул. Был — социаль сир, шуға ла бер ғаиләлә үҫкән ҡыҙ-малайҙар төрлө кешегә әүереләләр инде. Балаларҙы ҙур ҡалаларға ебәрергә ярамай тиеү ҙә дөрөҫ түгел. Бик ныҡ уҡымышлы балаларыбыҙ бар. Бына минең ҡыҙым уҡыған йәһүд мәктәбе уҡыусылары гел беҙҙең өйҙә булдылар. Ҡайҙалыр йөрөгәнсе, эргәлә булыуҙары яҡшы, тигән ҡараштамын мин. Уларҙы ҡаршы алырға, ашарға бешерергә, ашатырға миңә ҡыйын түгел. Хатта, беҙҙә йоҡлап та ҡала торғайнылар улар. Әйҙә, әллә ҡайҙа йөрөгәнсе миндә булһындар, миндә ҡунһындар. Рәхәт бит, кем нимә менән шөғөлләнгәнген күреп тораһың. Был яҡтан мин эгоист тиһәң дә була. Шулай уҡ туғандарымдың балалары ла 2-3 машинаға тейәлеп беҙгә килә торғайнылар. Мин уларҙы ла һәр саҡ йылы ҡаршы алып, оҙатып ҡалам. Береһе лә эскесе булып китмәне, ҡайһы берҙәре институт тамамламаһалар ҙа эшсе һөнәрендә матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Эшсе һөнәре башҡарған өсөн генә кешене артта ҡалған, тип әйтергә ярамай.
Малик ИЛЬЯСОВ: Һеҙ ҡыҙығыҙға ҡарата талапсан әсәйме? Әлеге лә баяғы һеҙҙең элек биргән интервьюларығыҙҙа тәртипте ныҡ яратам, тип әйткәнһегеҙ.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Беләһегеҙме, беҙҙә «юҡ» һүҙен әйтергә ярамай.
Малик ИЛЬЯСОВ: Бар осраҡталамы?
Лилиә МИХАЙЛОВА: «Юҡ» тип әйтерлек әйбер һорағаны булманы былай.
Малик ИЛЬЯСОВ: Минеңсә, беҙ ҙә бит балаларға дөрөҫ тәрбиә бирмәйбеҙ. Уларға күп нәмәне тыябыҙ. Ни өсөн олатай-өләсәйҙәр яҡшы тәрбиәселәр һуң? Сөнки улар үҙҙәренең хаталарын киренән ҡабатламайҙар. Класта, ғәҙәттә, бер нисә «выскочка» була. Ундайҙарҙы, ғәҙәттә, яратмайҙар, һәр ваҡыт тиргәп кенә торалар. Барыһы ла бер һыҙыҡтан ғына, мал көтөүе кеүек йөрөргә тейеш. Хатта, ҡайһы бер оло кешеләр ҙә бит кемде һайларға ҡушалар, шуны һайлайҙар, гел ҡушҡанды ғына көтөп ултыралар. Был тәрбиәнән килә. Мегаполистарҙа, бәлки, барҙыр лидерҙар тәрбиәләй торған мәктәптәр, ә бына беҙҙәге традицион мәктәптәрҙә улай түгел. Беҙҙә күберәк: «Һин иң аҡыллыһыңмы әллә?» - тип әйтергә яраталар. Беҙгә шәхестәр кәрәк. Әлеге көндә, дөрөҫ аңлаһам, һеҙ ҙә район буйлап нимәлер булдыра алырҙай кешеләрҙе эҙләйһегеҙ? Улар юҡ бит?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Беҙ үҙебеҙҙең балаларҙы тәрбиәләмәйбеҙ, уларға билдәле социаль-мәҙәни күнекмәләр генә бирәбеҙ. Алла бармы, юҡмы, әммә беҙҙе тыуҙырыусы бар. Үҙен яҡлай алмаусы берҙән-бер йән эйәһе ул — яңы тыуған кеше балаһы. Уның күңеле лә, хәтере лә тап-таҙа. Кешенең йәне үлмәй тиҙәр, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең элекке тормошон хәтерләмәй. Беләһегеҙме, мин үҙем ныҡ итеп тормошто яратам. Ғаиләмә лә быны һеңдерә киләм. Иртән уянырға яратам, үҙемдең яҡындарым эргәмдә булыуын яратам. Минең өсөн тормош — иң ҡиммәт әйбер. Алдан әйткәнемсә, ата-әсәләр барлыҡ балаларына ла бер үк тәрбиә бирә, педагогтар ҙа шулай уҡ. Әммә төрлө кешеләр үҫеп сыға. Балаларҙы улар «поперёк лавки» ятҡан саҡта тәрбиәләргә кәрәк, тиҙәр халыҡта, йәғни 5-7 йәшкә тиклем генә.
Малик ИЛЬЯСОВ: Япондарҙа ла, Кавказ халҡында ла шундай ҡағиҙә йәшәп килә.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Мин гел генә балаларға: «Уйла, барыһын да үлсә, шунан ғына ҡарар ҡабул ит», - тием. Беҙ уларҙы баҫырға тейеш түгел, ә өйрәтеп ебәрергә, проблеманан сығыуҙың төрлө юлдары тураһында әйтергә тейешбеҙ. Йәшлек бит шуның өсөн дә бирелә, бар нәмәне эшләп ҡарар өсөн, еңеп һәм еңелеп ҡарар өсөн. Тормоштоң шул этабын үтмәйенсә шәхес барлыҡҡа килмәй. Эйе, тирә-яҡ мөхит беҙҙе тәрбиәләй. Әгәр бала ниндәйҙер традицияларға таянған ғаиләлә үҫкән икән, уны бер кем дә боҙа алмай. Аҡсаң күп булыу ғына һинең интеллегент икәнеңде белдермәй бит.
Малик ИЛЬЯСОВ: Күберәк киреһенсә килеп сыға.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Һәр ваҡыт түгел.
Малик ИЛЬЯСОВ: Һеҙ меценатлыҡ — күңел торошо тинегеҙ.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Беҙ шуның менән йәшәйбеҙ. Ғүмерҙе беҙ, ҡыҙғанысҡа, бер тапҡыр ғына үтәбеҙ. Бына минән: «Һиңә нимә бүләк итеүҙәрен теләйһең?» - тип һораһалар, мин: «Мең йыл ғүмер», - тип әйтер инем.
Малик ИЛЬЯСОВ: Улай күп йәшәп арып китерһегеҙ ул?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Юҡ, арымаясаҡмын. Беҙҙең бер ғүмеребеҙ генә бөтә илдәрҙе йөрөп сығырға етмәй. Беҙ әле барлыҡ Башҡортостанды ла күреп-белеп бөтә алмайбыҙ. Эшләмәй, сәйәхәт итеп кенә йөрөһәң дә, бар ерҙәрҙе гиҙеп сығырлыҡ түгел. Шуға күрә миңә: «Мең йыл йәшәгем киләме?» - тиһәләр, мин бер секунд та уйлап тормайынса ризалашыр инем. Ул саҡта һинең бер туғаның да эргәңдә ҡалмай бит тиһәләр ҙә, барыбер риза булыр инем. Кеше үлһә лә, улар менән бәйләнеш өҙөлмәй бит. Беҙ һәр ваҡыт мәрхүмдәрҙе йылы итеп хәтергә алабыҙ, уларҙың һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ, улар менән бергә булғандағы оҡшаш ваҡиғалар ҙа ҡайһы берҙә ҡабатланып ҡуя. Мин ҡайһы саҡ мәрхүм атайым менән «һөйләшәм», ул нимә тиер ине, ул нимә эшләр ине, тием. Уның ниндәй ир-егет булғанын хәҙер генә аңлайым. Ундайҙар тормошта бик аҙ. Мин тыуғанда атайыма 49 йәш ине инде. Шуға күрә мин уларҙың өлкән саҡтарын ғына хәтерләйем.
Малик ИЛЬЯСОВ: Тағы ла меценатлыҡҡа әйләнеп ҡайтҡым килә. Бәлки, мин дә бик ҡыуанып был эш менән шөғөлләнер инем, әгәр мөмкинлегем булһа.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Һеҙ меценатлыҡ тик финанс ярҙам ғына тип уйлайһығыҙмы?
Малик ИЛЬЯСОВ: Минең ҡарашҡа, иң тәү сиратта шул тора.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Был һорау бәхәсле. Үҙемдән генә алып әйткәндә, мин бик күп ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып алып ҡалдым. Аҡса ғына хәл итә алмай торған осраҡтар күп. Бындай ваҡытта кешегә йылы һүҙ кәрәк. Беҙҙҙең бит хәҙер туҡтап кешене тыңларға ла ваҡытыбыҙ юҡ. Үҙебеҙҙең тормошто ла һәр ваҡыт беҙ үҙебеҙ ҡатмарлаштырырға яратабыҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Ысынлап та, хәҙер һәр кеше үҙенең тормошо менән генә, мин тип кенә йәшәй. Күршеһенең хәлен күрше белмәй, уның һөйләгәнен тыңлап торорға ваҡыты юҡ.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Беләһегеҙме, һеҙ ҙә бит ниндәйҙер кимәлдә меценатлыҡ менән шөғөлләнәһегеҙ, сөнки һеҙ кешеләрҙе тыңлайһығыҙ, уларҙың проблемаларын ҡулдан килгәнсә хәл итәһегеҙ, хаттарын баҫаһығыҙ. Пресса менән электән дуҫмын, улар араһындағы күптән аралашҡан дуҫтарым ғаилә ағзалары кеүек булып киткән. Бына улар минең был фекеремде беләләр. Һеҙ гәзиттә яҙған әйберҙәрегеҙ өсөн яуаплы. Һеҙ үҙегеҙҙең яҙғанығыҙ менән тормоштоң матур булыуы, барыһы ла һәйбәт булыуы тураһында әйтә алаһығыҙ, шул уҡ ваҡытта бар халыҡты тәрән депрессияға ла төшөрә алаһығыҙ. Шуның өсөн мин гел генә прессаны ла әрләп торам. Бер ваҡыт тура эфирҙа: «Һеҙ балаларҙың күпләп үҙ-үҙенә ҡул һалыуы өсөн яуап тотаһығыҙ», - тигән берҙән-бер кеше лә мин. «Журналистар ғәйепле тиһегеҙме?» - тиҙәр. «Ә кем һуң шундай балалар тураһында яҙа, кем уларҙы популярлыштыра, уларҙан герой яһай һуң? Һеҙ ғәйепле», - тип яуап бирҙем. Шуға күрә гәзиттең меценат булыуында шигем юҡ. Кемдәрҙеңдер аҡса менән ярҙам итеүенән дә күпкә яуаплыраҡ эш ул. Кемдер аҡса бирҙе лә, шуның менән проблеманы япты. Ә һеҙ яба алмайһығыҙ. Хатта тәнҡит менән дә кешегә ярҙам итә алаһығыҙ. меценатлыҡ ул — шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтлек тә. Һеҙ бит һәр саҡ кешеләрҙең проблемалары, яҙмыштары менән йәшәйһегеҙ. Һеҙ унан бер ҡайҙа ла китә алмайһығыҙ. Һеҙгә яҙалар, шылтыраталар. Һеҙ улар өсөн ҡайғыраһығыҙ, шатланаһығыҙ. Ҡайғыһын да, шатлығын да бүлешәһегеҙ. Гәзит уҡыусыларығыҙ өсөн кемдәр менәндер талашырға ла, тәмһеҙләшергә лә тура килә.
Малик ИЛЬЯСОВ: Мин һеҙҙең менән риза. Бер журналист менән һөйләшшкәндә: «Ысын журналист бер ҡасан да атҡаҙанған һәм башҡа исемдәр алмаясаҡ», - тигәйне.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Эйе, ундайҙар тик халыҡ араһында танылыу ала, халыҡтың ғына абруйын ҡаҙана.
Малик ИЛЬЯСОВ: Бына һеҙҙең менән дуҫ булыр өсөн ниндәй кеше булыр кәрәк? Ундай кеше ниндәй булырға тейеш?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Мин һатлыҡ йәндәрҙе, ике йөҙлөләрҙе яратмайым. Кешенең эске тактты һиҙемләүе ҙур булырға тейеш. Миңә ҡарата ғына түгел, ә, ғөмүмән, бар кешеләргә ҡарата ла тактлы, әҙәпле булырға тейеш. Эске әҙәплелек һәр кемдә юҡ ул. Бына мин үҙем юғары интеллектуаль телдә лә, шул уҡ ваҡытта ябай халыҡ телендә лә һөйләшә алам. Әйтергә теләгән иң мөһим нәмәне һүҙһеҙ ҙә аңлатып була, тип уйлайым. Кешенең эске әҙәплелеге ябай ғына урам һепереүселә лә, йөк ташыусыла ла була. Ошо эске әҙәплелелек, интеллегентлыҡ һәм тактлылыҡ булған кешеләрҙе яратам. Бөтә нәмәгә лә өйрәнеп була, әммә кеше эске мәҙәнилек менән тыуырға тейеш. Эске мәҙәнилеккә өйрәтергә мөмкин түгел. Әгәр кешелә такт тойғоһо бар икән, ул ниндәйҙер һорау бирер алдынан, ул һорауға яуап кәрәкме икәнен йөҙ тапҡыр уйлай. Ҡасандыр суд психиатрияһында эшләгәндә бер ҡараҡ минән: «Кешелә иң мөһим етешһеҙлек, иң насар сифат нимә ул?» тип һораны. Мин ул саҡта йәш инем әле, әллә күпме етешһеҙлектәрҙе теҙеп әйтеп сыҡтым. Дөрөҫ түгел, тине ул. «Иң мөһим етешһеҙлек ул — тактлыҡ тойғоһо булмау. Быны һин йәшәй-йәшәй аңлаясаҡһың», - тине ул миңә. Ысынлап та, мин быны аңланым. Һатлыҡ йәндәрҙе, хыянатсыларҙы минең йәнем һөймәй. Карьера, аҡса өсөн дуҫтарын һатҡан кешеләрҙе бөтөнләй яратмайым. Мин ундай кешеләргә бер ҡасан да ҡулымды ла бирмәйем, һаулыҡ та һорашмайым, хатта. Ундай кешеләр өсөн ишегемде ябам да ҡуям һәм унда бер ҡасан да яңынан инергә мөмкин түгел. Үҙ ғүмеремдә бер кемде лә эшенән ҡыуғаным булманы. Үҙҙәре лә китмәне. Тик юғары вазифаларға ғына ебәрә инем. «Ғариза яҙ!» - тип бер ҡасан бер кемгә әйткәнем булманы, Аллаға шөкөр.
Малик ИЛЬЯСОВ: Шуға ла һеҙ эттәрҙе яратаһығыҙҙыр?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Эйе, эттәрҙе һәм шулай уҡ аттарҙы ныҡ яратам.
Малик ИЛЬЯСОВ: Эттәр һәм аттар — иң тоғро йән эйәләре. Улар бер ҡасан да хыянат итмәйҙәр.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Юлай Талха улы ла: «Һин эттәрҙе кешеләргә ҡарағанда ла нығыраҡ яратаһың», - ти. Ҡойроҡ болғауҙы бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай, тигән фекерҙәмен мин. Эт һиңә бер ҡасан да: «Нишләп ойоҡбаштарҙы йыйманың, нишләп сынаяҡты йыуманың, сүп-сарҙы түкмәнең, һинән кемдең еҫе сыға, ҡайҙа йөрөнөң?» - тигән һәм башҡа шуның кеүек һорауҙарҙы бирмәй. Һин уны әрләһәң дә, ул барыбер һине шатланып ҡаршы ала. Уға һинең автомобилең ниндәй маркалы булыуы ла мөһим түгел. Үҙенең хужаһын ниндәй генә булһа ла ярата. Аттар ҙа шулай уҡ. Аттар эттәргә ҡарағанда ла күпкә аҡыллыраҡ. Аттарҙы өйрәнеп тә бөтөргә мөмкин түгел.
Малик ИЛЬЯСОВ: Невзоровтың фильмын ҡаранығыҙмы?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Ҡараным. Аттарҙы өйрәтеү өсөн бик ҡатмарлы юл үтергә кәрәк, атты өйрәтеү еңел түгел, ул шуны күрһәтергә тырышҡан.
Малик ИЛЬЯСОВ: Районға әйләнеп ҡайтайыҡ. Берәй перспектива күрәһегеҙме?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Иҡтисад йәһәтенән деградация күҙәтелә. Райондың төп байлығы — уның кешеләре. Бында ҡасандыр Шотт тигән шәп эшҡыуар йәшәгән бит. Заманында ул араҡы ҡыуыу заводы төҙөп ҡуйған. Унан үрнәк алырға кәрәк. Ул бар кешене эш менән тәьмин иткән, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә был завод өсөн иген үҫтереп тапшырған. Эшкәртелгән иген мал аҙығы булараҡ тотонолған. Яҡшы тауар әйләнеше булдырылған. Шул уҡ кеше дауахана ла төҙөткән, унан башҡа ла бик күп эштәр башҡарған. Бына ошо циклды яңынан ҡайтарырға кәрәк районға. Беҙҙең алда ошо бурыс тора.
Малик ИЛЬЯСОВ: Район хакимиәте башлығының тормош иптәше булыуы ауырмы?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Мин үҙем шундай ғаиләлә тыуҙым, бер ҡасан да атайым беҙгә эләкмәне. Ул өйгә ҡайтып инеү менән әсәйем: «Тауышланмағыҙ, атайығыҙ ҡайтты», - ти ине. Беҙ барыбыҙ ҙа бүлмәләребеҙгә кереп китә инек. Етәксе, парторг булды. Өйгә ҡайта ла ашарға ултыра. Әгәр өҫтәлдә приборҙар булмаһа, ул бөтөнләй ашамай тороп китә ине. «Беломорканал» тәмәкеһен фатир эсендә үк тарта торғайны. Шунан гәзит уҡырға ултыра, телевизорҙан яңылыҡтар ҡарай ҙа йоҡларға ята. Иртән 7.15 сәғәттә эшкә китә лә, кис 8.00 сәғәттә ҡайта. Был турала мин бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине әле, тик ғаилә эсендә генә хәтерләп көлөп алабыҙ. Бына мин ошондай ғаиләлә үҫтем. Ул бер ҡасан да балаларына ҡысҡырманы, әммә беҙ унан барыбер ҡурҡып тора инек. Беҙ һәр саҡ ҙур бүлмәлә ашаныҡ. Әле әсәйемә 85 йәш, ул һаман да бүлмәһенән халат кейгән килеш сыҡмай. Шул уҡ традиция буйынса ҙур бүлмәлә генә ашайбыҙ. Бер кем дә, бер ҡасан да аш бүлмәһендә туҡланмай. Шулай уҡ һәр саҡ тик өйҙә генә ашарға әҙерләйбеҙ. Мин үҙем ашарға бик яҡшы әҙерләйем. Эшкә йөрөһәм дә, ашарға әҙерләргә ваҡыт табам. Юлай Талха улы ла ҡайҙа ғына эшләһә лә, мөмкинлек булған саҡта һәр саҡ ашарға өйгә ҡайта. Юлай Талха улы — идеаль ир. Уның башҡорттарға ғына хас сифаттары ла бар, әлбиттә. Ғаилә өсөн барыһын да эшләргә әҙер ул. Миңә уның ҡатыны булыу бер ҙә генә ҡыйын түгел. Миңә уның менән рәхәт.
Малик ИЛЬЯСОВ: Юлай Талха улы юғары планка ҡуя, тип тә әйткәйнегеҙ бит әле. Юғары кимәлдә эшләргә кадрҙар юҡ бит әле, ҡайҙан алырға һуң уларҙы?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Эшләй алмаҫлыҡ кешеләр булмай ул. Етәксе кеше хеҙмәт процесын дөрөҫ ойоштора белергә тейеш. Кадрҙар булмауы, уларҙың эшләй белмәүе етәксенән дә тора.
Малик ИЛЬЯСОВ: Беҙҙә бит күберәк әйткәнде генә көтөп ултырырға өйрәнгәндәр.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Эйе, әйткәнде, төрткөсләгәнде генә көтөргә өйрәнгәндәр шул. Ижади ҡараш, креативлыҡ, эске такт етмәй. Үҙҙәренең сиктәре бар, шунан сыға алмайҙар. Мин кәңәшмәләр үткәргән саҡта гел генә әйтә киләм: «Кеше бит поезд түгел, шыла ала». Ысынлап та беҙ поезд түгел дә, теләһәк, үҙгәрә алабыҙ ҙа инде. Бына яңыраҡ райондағы «Шәл байрамы»нда булдым. Коллекциямда яулыҡтар бик күп минең. Яулыҡтарҙы ныҡ яратам. Бына шул «Шәл байрамы»нда мәҙәниәт бүлегенән ике кеше килгән дә, кемдәр концерт ҡуя шулар бар. Байрамды кем өсөн, нимә өсөн үткәрәләр һуң? Әгәр һеҙ кеше йыя алмайһығыҙ икән, ҡарттар йортона булһа ла барып, шунда сығыш яһағыҙ һуң.
Малик ИЛЬЯСОВ: Дөрөҫ. Беҙҙә йыш ҡына берәй сара булһа, зал буш була.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Ҡарттар шатланып ҡаршы алыр ине уларҙы. Ни өсөн беҙ шундай һуң? Ни өсөн үҙгәрергә теләмәйбеҙ? Бына шул байрамда, ултыралар үҙҙәре бер-береһенә ҡул сабып. Һәр нәмәнең ниндәйҙер тамамланған мәғәнәһе булырға тейеш. Күмертау дауаханаһының баш табибы Астахов менән осрашҡан саҡта мин: «Миллион квадрат метрлы биналар өсөн бюджет аҡсаһын түләйҙәр, миллион квадрат метр бинаны йылыталар, унда ултырған әллә күпме кеше бюджеттан — халыҡтың һалымынан йыйылған аҡсанан эш хаҡы ала, ә балалар барыбер үҙ-үҙҙәренә ҡул һала. Ни өсөн?» Мин шул хеҙмәтте етәкләгән саҡта балалар үлеме һанын ике тапҡырға кәметергә өлгәштем. Йылына 65 бала мәрхүм була ине. Был бит ике кластың балаһы. Шул һан 30-ға төштө. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр ҙә үҙҙәре лә үҙгәрә, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә лә ала бит. Әле уларға барып етмәнем әле. Мин уларға аҡыл өйрәтә алмайым, әлбиттә. Кем өсөн байрам ойошторалар һуң улар? Тик шуны әйтһендәр ине миңә. Аудитория йыя алмайҙар икән, аңлайым, кемдәрҙер эштән китә алмай, кемдәрҙер малын ҡалдыра алмай, башҡа ерҙә сығыш яһағыҙ һуң. Пенсионерҙар өсөн, мәҫәлән. Кеше йыя алмайһың икән, бөтөнләй үткәрәмәгеҙ һуң ул байрамды. Бюджет аҡсаһы бушҡа китмәҫ. Оло йәштәге инәйҙәр әҙерләнгән, тырышҡандар, ә уларға бүләктәр ҙә әҙерләмәгәндәр. Берәй йәрминкә ваҡытында үткәрһәләр ҙә, уларҙың шәлдәрен һатып алыусылар булыр ине. Мин был «Шәл байрамы»н алыр инем дә, Бөтә донъя яулыҡ көнөнә арнап, грантҡа проект яҙыр инем, милләт-ара байрам булараҡ үткәрер, мосолмандарҙы, матур итеп яулыҡ бәйләй торған оҫталарҙы йәлеп итер инем. Миңә мосолман илдәрендә күп йөрөргә тура килде, шуға күрә үҙем дә мосолманса яулыҡ бәйләргә өйрәтә алам. Республика кимәлендә шундай матур байрам үткәрергә булыр, Ҡоролтай ҙа ҡыуанып килеп етер, шәлдәрен дә һатырҙар ине. Ундай йәшерен генә байрам булмай ҙа инде.
Малик ИЛЬЯСОВ: Казактар байрамы тураһында ла шундайыраҡ фекер әйткәйнегеҙ.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Шулай уҡ казактар байрамын да матур итеп үткәреп булыр ине. Шуны әйткем кил: гимн уйнаған саҡта торорға кәрәк икәнен ҡайһы бер ололар ҙа белмәй, хатта. Иң тәүҙә илһөйәрлек тойғоһо шунан килә түгелме ни? Хакимиәттә эшләгәндәр гимндың һүҙҙәрен дә белмәй. Нисек инде? Мин директор булған саҡта беҙгә Өфө ҡалаһы башлығының урынбаҫары булып эшләгән Сынтимер Баязитов килгәйне. Ул: «Һеҙ башҡортса гимнды ятланығыҙмы?» - тип аптырағайны. «Эйе, ятланыҡ. Русса һәм башҡортса гимнды бөтә кеше лә белергә тейеш. Ике аҙна эсендә кемде булһа ла өйрәтергә була», - тинем. Барыһы ла үҙебеҙҙән башлана бит. Ҡайҙалыр эсеп йөрөгәнсе ирҙәр шул казактар ойошмаһы кеүек ниндәйҙер ойошмаға йөрөһә яҡшы ла инде. Беҙ кешеләрҙе тәнҡитләргә түгел, ә нисек эшләргә күрһәтергә тейешбеҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Һөйләшеү башында әйтеп үткәнемсә, ауылға берәй кеше килһә, барыһы ла шуға иғтибарын йүнәләт. Беҙ ҙә, барлыҡ район халҡы һымаҡ, һеҙгә һәм Юлай Талха улына ҙур өмөт бағлайбыҙ, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтәбеҙ.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Үҙгәрергә тырышырға кәрәк. Аңлайым, Юлай Талха улына эйәререү өсөн кемгәлер тәүге ваҡыттарҙа ҡыйыныраҡҡа тура килер. Ул юғары кимәлгә өйрәнгән. Икенсе яҡтан, ул бит һәр оперативкала тиерлек: «Кем беҙҙең менән бергә бара, шул артабан да бара», - тип әйтә килә. Кемдәр бара алмай икән, шулар ҡала инде. Беҙҙең менән барғандар, барыбер үҙгәрәсәк. Бары тик ҡурҡмаҫҡа, эшләргә, тырышырға ғына кәрәк. Бер ҡасан да, бер кемде лә кәмһетергә ярамай, тип гел генә ҡыҙыма ла әйтә киләм. Әгәр һинең егетең ресторанда официантты кәмһетеп берәй нәмә әйтте икән, ул егет менән артабан йөрөмә, тием. Кешенең ниндәй икәнен ошонан уҡ белеп була. Үҙеңде бер ҡасан да башҡаларҙан өҫтөн тоторға ярамай. Тормошта бай кешенең хәйерсенән ярҙам һорауы ла бар. Радий Фәрит улы һәр яҡшы башланғысты хупларға әҙер генә тора. Шуға тырышырға ғына кәрәк беҙгә.
Малик ИЛЬЯСОВ: Шотт паркын алғанда ла, Ермолаевонан өмәгә сығыусылар булманы тиерлек, ә интернет селтәрендә теләһә нәмә яҙып ултырыусылар күп булды.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Мин махсус рәүештә интернет селтәренә сығарҙым шул мәғлүмәтте. Әле грант менән дә шул уҡ хәл. Ярҙам итергә тырышып торабыҙ, әммә бер кеше инициатива күрһәтмәй. Әҙ генә тырышлыҡ булһа, грант алыр ине лә. Ошоға тиклем бер проект та күрмәнем әле. Шуға 2-3 проект буйынса еңеү яулаһаҡ та яҡшы булыр ине, тип тырышабыҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Әле һеҙҙең вазифа ниндәй?
Лилиә МИХАЙЛОВА: Мин райондың бағыусылыҡ советы етәксеһемен.
Малик ИЛЬЯСОВ: Лилия Игоревна, беҙгә килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең беҙгә килеүегеҙ беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Үҙегеҙ ҙә әйтәһегеҙ бит, ошоға тиклем, хатта, төбәк гәзиттәренә интервью биргәнем юҡ ине, тип. Был турала белмәй ҙә инек, беҙҙең өсөн асыш булды.
Лилиә МИХАЙЛОВА: Ә һеҙ минең аҙаҡҡы тапҡыр ҡасан интервью биргәнемде ҡаранығыҙмы? Һуңғы 8 йыл эсендә бер тапҡыр ҙа интервью биргәнем юҡ.
Малик ИЛЬЯСОВ: Йылы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт, эшегеҙҙә ҙур уңыштар!
Розалия НАЗАРОВА яҙып алды
Читайте нас: