Все новости
Беҙҙең әңгәмә
29 Ноября 2019, 11:17

Ғәҙел булырға тейеш

Күмертау ҡалаһында йәшәгән Рәшит Ишмырҙа улы Вәлитов бар ғүмерен тиерлек адвокат һәм судья һөнәренә бағышлаған. Беҙ Рәсәй Федерацияһының мировой юстицияһының барлыҡҡа килеүенең 20 йыллыҡ юбилейы уңайынан, районда ла, ҡалала ла билдәле кеше булған 70 йәшлек отставкалағы мировой судья, мировой юстиция ветераны менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Рәшит ағай, һеҙҙең отставкаға киткәнегеҙгә нисә йыл булып китте?
- 2012 йылда отставкаға киткәйнем. Унан һуң 5 йыл Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында хоҡуҡ буйынса дәрестәр алып барҙым. Университетта уҡытып йөрөрмөн, тип ғүмерҙә лә уйламаған инем.
- Һеҙ үҙегеҙ ябай ауыл малайы бит инде?
- Ауыл малайымын. Күгәрсен районының Ишбай ауылында тыуғанмын. Хәҙер ул ауыл юҡ, перспективаһыҙ ауыл тип, бөтөрҙөләр. Халыҡ төрлө яҡҡа күсенеп бөттө. Әсәйем уҡытыусы булғас, йә бер ауылға, йә икенсеһенә күсереп тик йөрөттөләр. Бала сағым Ерекле ауылында үтте. 1967 йылда Мәҡсүт ауылы мәктәбен тамамаланым һәм тәүге йыл ғына асылған Күмертау педучилищеһына уҡырға индем. Унда бер йыл уҡығас, әрме хеҙмәтенә алдылар. Ике йыл Архангель өлкәһендә Плесецк космодромы районында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, уҡыуымды дауам итеп, физкультура уҡытыусыһы булып сыҡтым. Шунан Күмертау ҡалаһында урынлашҡан ул саҡтағы Күмертау районының мәғариф бүлегенә спорт комитеты рәйесе итеп эшкә алдылар. Районды белмәйем дә йүнләп, мәктәптә лә эшләгәнем юҡ ине. Шул йылдарҙа партияға ҡабул иттеләр, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына ситтән тороп уҡырға керҙем. Районда хакимиәт башлығының социаль һорауҙары буйынса урынбаҫары булып 7 йыл эшләп алдым. Иң ауыр заман ине ул саҡта. 1990 йылдан алып 1997 йылға тиклем эшләнем унда.
- Партияла ла булғас, ул замандарҙа һеҙгә, моғайын: «Бар, ҡустым, барып уҡы. Юғары белем ал, һине үҫтерергә ине», - тип әйткәндәрҙер?
- Улайтып та әйттеләр. Тәүҙә милицияға уҡырға ебәрергә уйланылар, әммә һаулыҡ буйынса унда үтә алманым. Уҡып бөткәс, тәүҙә районда колхоз-совхоздар буйынса адвокат булып эшләнем. Судья булыр өсөн 5 йыл юридик стаж кәрәк бит.
- Колхоз-совхоздарҙа адвокат тигәне уйға һалды. Береһе ферманан мал урлаһа, шуларҙы яҡланығыҙмы?
- Юҡ, киреһенсә, колхоз-совхоздарҙы яҡлай торғайныҡ.
- Кем нимә урлай ала, шуны урлай, тип күҙ алдына килтерәбеҙ беҙ колхоз-совхозды.
- Ул ваҡытта уғрылыҡ бик булманы ул. Санаһына әҙерәк бесән түшәп алып ҡайтыу уғрылыҡмы ни инде ул?
- Кемдер әҙ булһа ла бесән һалып алып ҡайтһа, юғары вазифа биләгәндәре ҙурыраҡ нәмә урлағандыр.
- Юҡ, ундай урлашыуҙар булманы. Бөгөнгө көн менән сағыштырып ҡарағанда, тәртип ныҡ ине ул замандарҙа. Ни тиһәң дә, элек халыҡ тәртипле булды.
- Бөгөн беҙҙең идеология юҡ бит.
- Идеология юҡ шул.
- Ябай кеше, колхозник урламаһа ла, өҫтәгеләр барыбер урлай ҙа һуң? Урламай йәшәп булмай, тигән принцип башҡа һеңгән бит ул. Намыҫлы хеҙмәт менән генә аҡса эшләп булмай, тигән нәмә лә ҡалыпҡа һалынған.
- Йәштәр шулай, тип уйлайҙыр, әммә беҙҙең кеүек оло быуындың тәрбиәһе икенсе, беҙ бер ҙә генә улай уйламайбыҙ. Беҙ үҫкән саҡта эшһеҙлек тигән нәмә бөтөнләй булманы. Ул күренеште күҙ алдына ла килтерә алмай торғайныҡ. Гәзиттә уҡыйбыҙ бит инде, Германияла, Европала эшһеҙлек, тип. Нисек ул эш булмаҫҡа мөмкин, тип аптырай инек. Һәм бына бер заман белмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, 1990 йылдарҙа шул нәмә беҙгә лә килеп етте. Кешеләрҙе хеҙмәт биржаһына ҡуйып, эшһеҙлек өсөн пособие бирә башланылар. Әле һаман да дауам итә. Шунһыҙ булмай ҙа. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, 1990 йылда шул хәл булғандан һуң Күмертауҙың үҙендә генә 26 предприятие-ойошма юҡҡа сыҡты. Рәсәй буйынса 76 мең завод-фабрикалар юҡ булды.
- Шул 26 предприятиеның иң эреләрен һанап китһәң дә ҡот осҡос бит.
- Ҡот осҡос шул. «Башкируголь», Брикет фабрикаһы, «Искра» заводы, разрез, Тимер-бетон заводы, Һөт заводы һәм башҡаларҙың барыһы ла юҡҡа сыҡты. Уларҙың урынына бер нәмә лә ҡалманы.
- Беҙ шул юғалтыуҙарҙы кире ҡайтарырбыҙмы?
- Юҡ, ниндәй генә юғары һүҙҙәр һөйләһәк тә, кире тергеҙә алмайбыҙ. Минең фекерем буйынса шәхси милек булған ерҙә бер нисек тә эш ҡыйратып булмай. Дәүләт үҙе контролгә алырға тейеш иҡтисад тармаҡтарын, юғиһә, капитализм тинек тә, барыһын да шәхси ҡулдарға тотторҙоҡ. Совет ваҡытында шәхси милек икенсе урында торҙо. Бар нәмә дәүләт милке ине. Дәүләт иң яҡшы нәмәләрҙе үҙ өҫтөнән төшөрҙө, юҡҡа сығарҙы. Фармацевтиканы шәхси ҡулдарға тапшырҙы. Хәҙер, ҡарағыҙ, аҙым һайын дарыухана. Алкоголь менән дә шул уҡ хәл. Тәмәке производствыһын да, алкоголде лә шәхси ҡулдарға бирергә яраймы инеме ни?
- Ҡытай бирмәй бит.
- Эйе, унда дәүләт быларҙың барыһын да үҙендә тота. Иҡтисади яҡтан да әһәмиәтле был. Беренсенән, дәүләткә, бюджетҡа даими рәүештә аҡса килеп тора. Икенсенән, иң мөһиме — кешенең һаулығы. Хәҙер дарыуханаларҙа ниндәй генә дарыу һатмайҙар. Бер ниндәй контроль юҡ. Элек тағы ла план тигән нәмә булды. Бар нәмә план буйынса сығарылды. Алдан планлаштырып ҡуйғас, артыҡ етештерелгән нәмә бөтөнләй булманы.
- Плановый экономиканан көләләр бит хәҙер. Йәнәһе, анау хәтлем калуш сығарҙыҡ та, ята хәҙер береһенә лә кәрәкмәйенсә. Күп кешеләр менән ошо турала һөйләшкән бар, барыһы ла, бик билдәле кешеләр ҙә, планлы экономиканы маҡтап ҡына һөйләйҙәр.
- Планһыҙ йәшәп булмай ул. Хатта, ғаилә ҡороуҙы ла планлаштырабыҙ бит.
- Баҙар иҡтисады бар нәмәне көйләй ул, тип баралар бит беҙҙә.
- Үҙенән-үҙе генә көйләнмәй шул. Кәрәгенән тыш артыҡ етештереүҙән фәтүә юҡ. Халыҡ өсөн бер ниндәй файҙаһы юҡ уның. Иҡтисад законы буйынса ла шулай. «Предприниматель» ни тигән һүҙ ул? «Прибыль» тигән һүҙ ул. Улар үҙҙәре өсөн генә эшләй, үҙҙәрен генә ҡайғырта
- Иң юғары вазифалағыларҙан алып, ҡала-район хакимиәттәрендә ултырғандарға тиклем: «Инвестор кәрәк», - тиггәнде йыш ишетергә тура килә. Бер инвестор килде районға. Австралиянан мал алып ҡайтты. Әллә күпме йыраҡ ерҙән бер малды алып ҡайтыу ғына 150 мең һумға төшкән, ә ул ваҡытта беҙҙәге һыйыр 15 мең тәңкә ине. Һөҙөмтәлә, ул инвесторҙар ике тапҡыр банкрот яһанылар ҙа, бөгөнгө көндә юҡҡа сыҡтылар. Икенсе яҡтан тағы, инвестор килә, балсығын ташыймы, башҡаһын эшләйме, үҙенә кәрәктең бөтәһен дә ала. Урындағы халыҡ саң йотамы, юлдар бөтәме, уныһы ҡайғыртмай уларҙы. Ул капиталисҡа урындағы халыҡ кәрәкме ни? Буржуй, тип беҙ электән буржуйҙарҙы яратманыҡ бит.
- Шулай шул.
- Күмертауҙы алып ҡараһаҡ та, ТОСЭР тинеләр, алға китеш бер ҙә генә күренмәй бит. Әллә беҙ нимәнелер аңлап етмәйбеҙме?
- Бөтөнләйгә дөрөҫ түгел нәмә шул. Бына фермерҙарға Россельхозбанк аҡса бирә. Дәүләт план ҡуймағас ни, улар бойҙай ҙа сәсмәйҙәр, һоло ла сәсмәйҙәр. Үҙҙәренә нимә табыш килтерә, тик шуны ғына сәсәләр. Көнбағыштың уңышы өлгөрөп тә етмәй, банктан бирелгән процентһыҙ аҡсаны, уңыш булманы, тип акт менән юҡҡа сығаралар. Аҡса списывать ителә. Шунан аҡса ла юҡ, көнбағыш та юҡ.
- Шуны ла әйтке килә, бына сит илдәр әллә ҡасан баш тартҡан, ә беҙҙә һаман бөтә нәмәгә лә организмға зарарлы булған пальма майын ҡушалар.
- Халыҡты уйлау юҡ шул, табыш артынан ҡыуалар. Миллиардерҙар меңәрләгән бит хәҙер. В.Путин үҙе лә сығыш яһаны яңыраҡ. Космодромда миллиардлап урлайҙар. Егерменән артыҡ кеше төрмәлә ултыра, Путин үҙенең шәхси контроленә алды, шуға ҡарамаҫтан, һаман урлайҙар.
- Уларға яза юҡ бит. Бер генә миҫал килтерәм. Быҙау урлаған колхозникка 2 йыл срок бирәләр, шул уҡ ваҡытта миллионлап урлағандар штраф менән генә ҡотола. Мин ултыртыу яҡлы түгелмен, әммә ғәҙеллек тигән нәмә булырға тейештер бит?
- Ғәҙеллек булырға тейеш, әлбиттә. Элек улай булманы. Партияла торғандарға, киреһенсә, ҡатыраҡ яза була торғайны. Уларҙы шунда уҡ партиянан сығарҙылар.
- Мировой судьялар 20 йыл элек барлыҡҡа килгән. Нимә өсөн кәрәк булды һуң улар? Федераль судьяларҙың эшен кәметер өсөнмө?
- Шуға инде. Элек енәйәттәр, бөгөнгө көн менән сағыштырғанда, күпкә аҙ булды, шәхси милек тигән нәмә килеп сыҡҡас, енәйәттәр ныҡ артты. Федераль суд өлгөрә алманы. Ҡала судында өс судья эшләнек, өлгөрә торғайныҡ. Аҙаҡ шәхси милеккә бәйле бәхәстәр ныҡ күбәйҙе, административ эштәр артты. Һәр судья йылына 5 меңдән артығыраҡ эш ҡарай. Беҙ ҙә өлгөрә алмай башланыҡ һәм 4 судья булып киттек. Лина Гибадуллина, мин, Луиза Ғәзимуллина ине, аҙаҡ Ульяна Тереғолова килде. Бөгөн, хатта, мировой судтар ҙа өлгөрә алмай, тағы яңы суд барлыҡҡа килергә тора әле. Яраштырыу суды, тип аталасаҡ. Эште судҡа тиклем еткермәй, яраштырыу эшен беҙҙең кеүек отставкалағы судьяларға бирмәкселәр. Беҙгә, отставкалағы судьяларға бер ҡайҙа ла эшләргә ярамай, тик уҡыта ғына алабыҙ бит. Шуға ошо отставкалағы судьяларҙы — әҙер кадрҙарҙы эшкә йәлеп итмәкселәр.
- Мирвой суд үҙе үк яраштырып ҡайтарып ебәрергә тейеш түгелме ни? Гуманлы совет суды булды бит инде элек?
- Ул принцип әле лә бар. Шулай уҡ суд ғәҙел булырға ла тейеш.
- Ул гуманлыҡты күреп булмай бит әле.
- Нишләп булмаһын. Әле генә үҙегеҙ әйтеп үттегеҙ бит, тейешле язаһын алмайҙар тип. Үлем язаһын да бөтөрҙөләр.
- Ғәйепһеҙҙәрҙе лә күп атҡандар бит элек. Чикатилоны тотҡансы күпме кешене атҡандар әле ул?
- Етмешкә яҡын кешене шикелле.
- Ә үлем язаһы булырға тейешме, һеҙҙеңсә?
- Булырға тейештер, тип уйлайым. Үҙемдең шәхси фекер был. Кемделер үлтергән кеше йәшәй, ә теге кеше яҡты донъяла юҡ.
- Ғүмерлеккә төрмәгә ябыу үлем язаһынан да ауырыраҡ, тиҙәр бит.
- Шулай. Улар амнистияға эләкмәй. Әле ул ваҡытта, совет заманында, 80-се йылдарҙа енәйәтселәрҙең ҡулдарын да бәйләмәй килтерә инеләр, ситлектәр ҙә булманы.
- Кешегә ышанғандар инде?
- Ышандыҡ. Халыҡ судьяһы булған ваҡытта Мәскәүҙә уҡып ҡайттым. Шунда Кавказдан килгән судьялар әйтә торғайны. Беҙ суд залына килгән һәр кешене тикшереп кертәбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, алдан бысаҡ алып инеп йәшереп ҡуялар ҙа, судья йомшаҡ яза бирһә, залдан бысаҡ ташлап ҡына енәйәтсене үлтерә лә ҡуялар, тип һөйләйҙәр ине. Шулай итеп халыҡ үҙе яза бирә унда. Шуға ла унда теләһә ниндәй енәйәттәр юҡ. Үлем язаһы кәрәкме тигәнгә яуап ошо була инде. Ҡайһы саҡ кәрәктер ҙә.
- Беҙҙә бит ғәйепһеҙҙәр күп ултыра төрмәләрҙә тигәнде лә ишеткән бар. Яҡынса статистикаһы ла бар ине ҡайҙалыр. Ул ваҡытта, үлем язаһы бирер алдынан бик ныҡ тикшерергә, ғәйебен иҫбат итергә кәрәк буласаҡ. Следователдәргә нисек тә тиҙерәк эште ябырға кәрәк икәне лә аңлашыла. Мәрхүм адвокат Азат Кашапов ғәйепһеҙ ултырғандарҙы сығарыу эшен алып бара торғайны.
- Ғәйепһеҙҙәрҙе ултыртыу осрағы ла булғылай шул, ҡыҙғанысҡа. Көйөргәҙе районында ла шундай бер хәл булды. Ике ир эскәндәр ҙә, иртән береһен ҡойма буйында йоҡлап ятҡан килеш, икенсеһен йыраҡ түгел үлтерелгән килеш тапҡандар. Шаһиттар ҙа юҡ. Теге бергә эскәненең ғәйебен танытып, 8 йылға ултыртып ҡуялар. Азат Кашапов 4 йылдан һуң уның эшен яңынан ҡарап, ғәйепһеҙ булыуын иҫбат итеп, төрмәнән сығартҡайны.
- Аллаһы Тәғәлә үҙенең язаһын барыбер бирә тигәнгә ышанаһығыҙмы?
- Кара тип атала ул. Мин үҙем элек коммунист, атеист булһам да Аллаһы Тәғәләгә ышанам. Өлкәнәйә килә, йәшәй-йәшәй Аллаһы Тәғәләнең барлығына, ниндәйҙер көс барлығына ышанырға тура килә.
- Тормошта күрәбеҙ бит инде. Ҡайһы бер кеше шул тиклем боҙоҡтар боҙа, ғүмер буйы урлаша һәм һин дә мин үлеп тә китә. Шундайҙарға бер нәмә лә булмай ҙа һуң?
- Үҙе үлеп китһә лә, уның туғандарына язаһы ҡағыла бит. Уның гөнаһы әллә нисә быуынға етә тиҙәр. Һәр ваҡыт шунан ҡурҡабыҙ, мин язаһыҙ ҡалһам да, туғандарыма төшөп ҡуйыр тип. Баштағы ошо уй күп кешеләрҙе гөнаһтан һаҡлап алып ҡала. Был үҙенә күрә бер тормоз. Боронғо кешеләр, философтар наҙан булмаған. Кешене һәр ваҡыт дәүләт, суд, милиция, полиция аша ғына ҡурҡытып тотоп булмай. Аллаһы Тәғәләгә ышаныу, Аллаһы Тәғәлә бар тигән философия шуның өсөн уйлап сығарылған әйбер, тип уйлайым мин. Аллаһы Тәғәләне беҙ күрмәйбеҙ ҙә, уның йөҙө лә юҡ. Ул тыумай ҙа, үлмәй ҙә. Христиандарҙа ғына тәре бар. Кешеләр тотанаҡлы булһын, үҙен-үҙе тотоп килһен өсөн уйлап сығарылғандыр, минең фекеремсә. Бик дөрөҫ уйланылған. Аллаға ышанаһың, үҙеңде-үҙең тотаһың, бының өсөн бер ниндәй ҙә полиция ла кәрәкмәй.
- Мин белгәндән генә әллә нисәмә тапҡыр пенсия реформаһы булды. Шуларҙың иң кульминационы — аҙаҡҡы реформа. Һеҙ пенсия йәшен оҙайтыуға нисек ҡарайһығыҙ?
- Тыуым әҙ хәҙер. Эшләгән халыҡҡа ҡарағанда, песионерҙар күберәк. Шуға күрә дәүләткә ошо аҙымға барырға тура килде лә инде. Бюджетта аҡса юҡ, уны даими тулыландырып торорға кәрәк . Миллиардерҙарҙы берәй нисек ҡулға алып булһа, бюджетта аҡса булыр ине лә. Меңәрләгән миллиардерҙарҙың аҡсаһы офшорҙа. Улар бит илгә табыш килтермәй.
- Кешенең нәфсеһенең сиге бармы ул? Ҡайҙан килә ул нәфсе тигән нәмә? Йәшәргә урының, кейереңә, ашарыңа булһа, шул етмәйме ни? Ул байлыҡты барыбер теге донъяға алып китә алмайҙар ҙа инде. Байҙар байлыҡтарын ейәндәренә тиклем һаҡлап ҡуя. Улар киләсәк быуындың юлдарын яба бит. Миллиардлап аҡсаһы ятһа, ул кеше артабан үҫешә алмай. Уға бер нәмә лә кәрәкмәй, эше, машинаһы һәм башҡа нәмәһе әҙер.
- Нәфсенең ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен белеп булмай шул. Алаһы Тәғәлә лә бүтәнде тыйһа ла, шул нәфсене тыя алмай. Мал да бит ашап туйһа, алдына нимә генә ҡуйма, бүтән ашамай. Ә ашап туйған кешенең алдына берәй ул күрмәгән аш-һыу ҡуй, ул барыбер ашап ҡараясаҡ. Кешенең психологияһы шулай.
- Баяғы реформаға әйләнеп ҡайтһаҡ, пенсия реформаһынан тыш полиция реформаһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы һәм башҡалар булып тора. Ҡырҡмаһа ҡырҡ реформа, әммә уларҙың яҡшылығы бер ҙә генә күренмәй.
- Дәүләт нисек тә булһа, улайтып-былайтып беҙҙе алып сығырға, хәлде яҡшыртмаҡсы итә, әммә әлегә килеп сыҡмай шул.
- Теләһә ниндәй башҡа реформаларҙы башлар алдынан, иң тәүҙә суд реформаһынан башларға кәрәк, тиҙәр. Шул суд реформаһынан һуң ғына, судья ғәҙел, бойондороҡһоҙ булған саҡта ғына башҡа реформалар ҙа эшләй башлаясаҡ. Бер ғәйепһеҙ кешене ултыртып ҡуйған судьялар була. Ундайҙарға бер ниндәй яза ла бирелмәй. Бындай миҫалдар бик күп. Күптән түгел Мәскәүҙә булған хәл дә ошо турала һөйләй. Элегерәк судьяларға ғәҙел булмаған ҡарары өсөн берәй яза биргәндәре булдымы?
- Башҡортостанда, Күмертауҙа ундайҙарҙы мин хәтерләмәйем. Күрәләтә, аңлы рәүештә ғәҙел булмаған суд ҡарары сығара икән, уны эштән алалар. Һәр ҡарар сығарыр алдынан ныҡ уйларға тура килә, әлбиттә. Ҡурҡыта ла, хатта.
- Ҡарар сығарыуға партия ҡыҫыла алдымы?
- Партия ҡыҫыла ала торғайны, сөнки судья ла партия кешеһе.
- Түрәрәк кеше бит әле был, тип йомшағыраҡ яза биреү булманымы?
- Киреһенсә, түрә кешегә ҡатыраҡ булдылар. Дәүләт милкен урлағандарға ла яза ҡаты булды. Прокурор һәр саҡ дәүләт яҡлы була торғайны.
- Йылына 5 меңдән ашыу эш ҡарағас, ғаиләгеҙгә лә ваҡытығыҙ ҡалмағандыр? Шул уҡ ваҡытта һеҙгә төрлө льготалар ҙа бирелгәндер?
- Льготалар булды. Йыл һайын бар ғаилә ағзалары өсөн берәй курортҡа юллама бирә торғайнылар. Бармаһаң, компенсация түләнә. Хәҙер ул нәмә бөттө. Бөгөнгө көндә 3 йылға бер тапҡыр ғаиләһенә түгел, судьяның үҙенә генә бирәләр, әммә эш хаҡын арттырҙылар.Элек колхоз-совхозда эшләгән һәр кешегә лә ял йорттарына юллама бирҙеләр бит.
- Судьяларҙың эш хаҡы хәҙер ныҡ күп тиҙәр.
- Ул хәтлем күп түгел. 70-80 мең һум күпме ни инде? Эш хаҡы стажына ҡарай. Бөгөнгө көндә 100 мең һум алһаң да етмәй ҡала кешегә. 11-12 мең һум алып эшләп йөрөгәндәр менән сағыштырғанда, күп инде, әлбиттә. Мин халыҡ судьяһы булып эшләгәндә 120-130 һум эш хаҡы ала инек. Был ул саҡтағы иң юғары хеҙмәт хаҡы һаналды. Уҡытыусыларҙың да, табиптарҙың да хеҙмәт хаҡы шул сама булды. Ғаилә ҡороп йәшәй башлаған ғына саҡ, 130 һумға бер шифоньер ҙа килмәй ине. 2003 йылдамы икән мировой судьяларға эш хаҡы ҡапыл ныҡ артты, 30 мең һум ала башланыҡ. Ундай аҡсаны тотоп та ҡарағаныбыҙ юҡ бит инде, ҡайҙа итергә белмәй аптырандыҡ, хатта.
- Сит илдәге эш хаҡы менән сағыштырғанда, беҙҙекеләр әлеге көндә лә меҫкен хәлендә.
- Сит ил менән сағыштырыу өсөн унда үҙеңә йәшәп ҡарарға кәрәк. Сит илгә баһа бирә алмайым, әлбиттә. Унда ла төпкөлдәрҙә бөгөн дә эшһеҙлек көслө. Бер яҡын туғандарыбыҙ Германияла йәшәй. Икеһе лә табиптар. Эш хаҡтары беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә 250 мең һум сыға тиҙәр. Шулай уҡ беҙҙең Рәсәй табиптарының белеме унда күпкә юғары иҫәпләнә.
- Бер заман Иосиф Кобзон: «Беҙҙә лә медицина көслө, үҙебеҙҙә дауаланһындар», - тигәйне. Шул ваҡиғанан бер йыл да үтмәне үҙе ҡаты ауырып китте һәм Германияла операция эшләтте. Һаулыҡ ҡәҙерле барыбер. Тора-бара беҙҙең табиптар ҙа үҙҙәренең шул юғары дәрәжәһен юғалтыр тигән ҡурыныс тыуа. Бик күп оло йәштәге табиптарҙың: «Беҙ китһәк, кем эшләр икән?» тигәнен ишетергә тура килә. Операция эшләү, мал һуйыу түгел шул.
- Бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына табиптарыбыҙ - Таһир Фаттахов, Нәғим Миһранов, Ришат Вахитов, Фәнил Кантимеров ҡалды инде. Йәш табиптарҙың күбеһе үҙҙәре шәхси клиника асып бөттө. Сәғәт 4-кә хәтлем дәүләт учреждениеһында эшләй ҙә, унан һуң тегендә. Шул уҡ сирлене үҙенә үк, түләүлегә ебәрә. Шул дөрөҫмө?
- Эйе, түләүһеҙ хеҙмәтте түләүле яһап сығарып ебәрәләр. Мине лә шулай ебәргәндәре бар. Төштән һуң «Орхидея»ға килерһең, тине бер табип. Барһам, үҙе үк ултыра.
- Ошондай урындарҙа шәхси эшҡыуарлыҡ дөрөҫ түгел. Дәүләт медицинаны, мәғарифты, фармацевтиканы көйләргә тейеш.
- Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләп китһәгеҙ ине.
- Минең бер генә улым бар. Маяҡ ауылында торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләп йөрөй. Ришат улым менән Эльза килендең Диана исемле ҡыҙҙары бар. Ейәнсәрем табип һөнәре алды. Тормош иптәшем Люциә тыумышы менән Аллабирҙе ауылынан ине. Уның мәрхүм булғанына бер йылдан артыҡ. Ул СПИД лабораторияһында эшләне.
- Бер таныш ял итә барғанында Германиянан килгән пенсионерҙарҙы күреп, иҫе китеп ҡайтҡан ине. «Йәштәрҙән ҡалышмай, рәхәтләнеп аквпаркта шыуалар, төрлө илдәрҙе гиҙгәндәр. Минең ата-әсәйем ауылдан да сыҡҡаны юҡ», - тип йәне көйөп һөйләй.
- Беҙҙә климат та икенсе. Икенсе яҡтан эш ауыр. Күп хеҙмәт ҡул менән башҡарыла. Экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланғанға ғына беҙҙең халыҡ йәшәп килә. Бына Японияла хәҙер закон буйынса микроволновканы тотонорға ярамай. Кемдең өйөндә шуны табалар, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Микроволновка яман сиргә (рак) килтерә икән. Ә беҙҙә ул нәмә һәр йортта тиерлек бар. Күп сит илдәрҙә шулай һаулыҡҡа ныҡ иғтибар бүленә, тик беҙҙә генә менталитет икенсе шул. Рәсәй халҡы һаулығына ҡул һелтәй ҙә ҡуя. Әй, бер нәмә лә булмай ул, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Ә климат ниндәй һуң? Ете ай ҡыш бит беҙҙә. Әҙ-мәҙ генә йәйҙе күрепҡалабыҙ.
- Беҙҙә былай ҙа бөтә нәмәне климатҡа һылтау бар. Юлдар нишләп алама? Климат шулай. Ә Канадала йәки Норвегияла нишләп юлдар яҡшыраҡ һуң, тип һораһаң, әллә тиҙәр.
- Капитализм тибеҙ ҙә ул. Унда ла йәшәп ҡарамайынса белеп булмай. Бына беҙ ҙә капитализмда йәшәй башланыҡ һәм күп нәмәнең дөрөҫ түгеллеге күренә. Бындай үҫеш системаһы дөрөҫ түгел, тип уйлайым мин. Хәҙер телевизорҙы асһаң, ғалимдар асыҡтан-асыҡ социализмды һағынып иҫкә ала башланылар.
- Совет мәктәбе системаһын да оноттоҡ . Педагогика буйынса Сухомлинский, Макаренколарҙы онотоп, сит илдең ялтырауыҡлы китаптарын уҡыйбыҙ. Ул китаптар ҙа беҙҙең шул педагогтарҙың принциптарына таянып яҙылған.
- Әхлаҡ яғынан беҙ барыбер таҙа халыҡ булдыҡ. Бер енесле кешеләрҙең никахҡа инеүен генә алһаң, аҡылға һыймай торған эш.
- Беҙҙең халыҡта ла булғандыр инде? Ауырыу бит инде ул.
- Күренмәне лә, ишетелмәне ундай нәмә. Булһа, ишетелер ине. Ауырыуға ғына япһарып ултырып булмай. Әхлаҡ тигән нәмә булырға тейеш. Бер енесле кешеләр бала табалар. Нисек инде ул? Киләсәктә ниндәй бала үҫәсәк? Бер енестәрҙең ҡыланышына мин ҡырҡа ҡаршымын.
- Ахыры заман етеүе шулдыр. Бына һеҙ отставкала булһағыҙ ҙа, кәңәш, ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләрме?
- Консультация бирергә рөхсәт ителмәй беҙгә. Былай таныш-тоноштарға кәрәк булһа кәңәш бирәм. Закон буйынса беҙгә адвокат булараҡ та судта кемделер яҡларға ярамай. Шуны ла өҫтәп әйтеп үткем килә, ябай охранник, урам һепереүсе булып эш башлағандар, яйлап, белем алып, судьяға тиклем үрләп киттеләр. Минең участокта ғына секретарь, водитель булып эшләгәндәр артабан судья булып киттеләр. Кадрҙар үҫә, тип әйтмәксемен. Шулай ҙа судья булып та һәр кем эшләй алмай, ныҡ һайлау үтергә кәрәк. Һаулығыңды ла, туғандарыңды ла ныҡ тикшерәләр. Әлеге заман менән сағыштырһаң, элек барыбер хәҙерге кеүек ҡанһыҙ рәүештә үлтереүҙәр булманы. Енәйәт тә аҙ булды. Бөтә сәбәп телевидение-интернеттандыр тием. Нимә генә күрһәтмәйҙәр бит унда.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Рәшит Ишмырҙа улы!
Малик ИЛЬЯСОВ әңгәмәләште
Розалия НАЗАРОВА яҙып алды
Читайте нас: