Билдәле йырсы һәм пародист Илнур Юламанов 11 декабрҙә Күмертауҙа сығыш яһаясаҡ. Уның менән бергә Гөлнар Зарипова һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Гөлзәмиә Ситдиҡова ла киләсәк. Юморға бай тамаша башҡорт, татар, рус телдәрендә барасаҡ. «Юшатыр» гәзите редакцияһы Илнур менән бәйләнешкә сыҡты һәм уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итте.
- Бала саҡта күптәр, ҙурайғас мин артист булам, тип хыяллана. Һин дә, моғайын, шулай артист булырға хыялланғанһыңдыр? Ҡасан тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡтың?
- Мин бала саҡта артист булам, тип ул хәтлем хыялланманымсы, нишләптер. Үҙемдең әллә ни талантымды ла күрһәтеп барманым. Әҙерәк шунда кешеләрҙе эләкләй инем. Мәктәптә уҡыған саҡта сәхнәгә сығырға ла ынтылып барманым, активист та булманым. Төрлө тауыштарҙы оҫта ғына килештерә белдем былай. Бигерәк тә, ҡартатайым булып һөйләшергә яраттым. Иртәнсәк ҡартатай тауышы менән кейәүҙәрен уята торғайным. Мәктәптән һуң Өфөгә нефть университетына уҡырға керҙем. Ата-әсәйем минең инженер булыуымды теләйҙәр ине. Тик, нишләптер, бер вузды ла аҙағынаса уҡып бөтә алманым. Өфөнән Магнитогорскийға уҡырға күстем. Бында уҡыған саҡта башҡортса түңәрәккә йөрөй башланым. Тәүге мөхәббәтемде лә шунда осраттым. Шул ҡыҙыҡайға оҡшайым тип сәхнәгә сығып, үҙемдең талантымды күрһәтергә тура килде. Шунан башланып китте барыһы ла. Тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуыма мөхәббәт сәбәпсе булды. Бына ҡайҙа ул мөхәббәтең көсө. Ҡыҙҙарға оҡшайым тип нимә генә эшләмәйһең. Шулай итеп даими рәүештә университетта сығыштар яһай башланым. Аҙаҡ Учалы филармонияһына килеп эләктем. Унда пародист булып эшләп алдым да һуңынан Өфөгә филармонияға күстем.
- Пародияны нисек ҡабул итәләр? Үпкәләп йөрөгән кешеләр юҡмы?Быға бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булғандыр?
- Пародияны былай аңлап ҡабул итәләр, үпкәләгәндәре юҡ. Бер ҡыҙыҡ хәл һаман булһа хәтерҙә әле. Хөкүмәт концертында сығыш яһайым. Алып барыусы: «Ә хәҙер һүҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бирелә», - тип иғлан итте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙе залда ултыра ине. Мин дә уның артында ултырам. Иғлан ителгәс тә, мин тороп сәхнәгә сыҡтым да, ул булып һөйләй башланым. Тәүҙә кешеләр аңламай ҙа ҡалды, шунан ғына пародия икәнен аңлап ҡалғас, көлә башланылар. Әлеге көндә үҙем үҙемә эшләйем. Өфө филармонияһынан китеүемә лә 10 йыллап барҙыр. Мин үҙемде ирекле рәссам тип тә әйтә алам. Бер кемгә лә буйһонмайым, үҙемдең йырҙарымды әҙерләйем дә, сығыш яһайым. Халыҡ ҡабул итә, уларға оҡшай. Иң мөһиме ниндәйҙер йоғонтоға бирелмәҫкә, гел үҙең булып, һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға кәрәк. Рәссам бит бер кемде лә тыңламай, бумала менән буяуҙарын ала ла һүрәт төшөрә. Уның рәсеменә берәү ҙә килеп үҙенекен төшөрөп китмәй, икенсеһе килеп тағы төҙәтеп китһә, нимә килеп сыға? Рәссам барыһын да тик үҙе уйлағанса ғына эшләй. Шуның кеүек мин дә үҙем нисек теләйем, шулай эшләйем. Башҡорт булғас, үҙ һүҙлемен дә. Ябай ауыл малайымын. Учалы районының Мансур ауылынан мин. Ауылдан сыҡҡас, халыҡтың тын алышын да, уларҙың нисек йәшәүен дә, проблемаларын да беләм һәм үҙемдең йырҙарҙа шуларҙы сағылдырырға тырышам. «Силсәүит» йырынан башланып киткәйне, әле бына «Ҡоролтай», «Һауынсы» тигән яңы йырҙар ҙа шул турала. Шулай уҡ мөхәббәт тураһында ла йырларға онотмайым. Моңланып-һағышланып та алам, гел күңелле генә итеп йәшәп тә булмай.
- Әлеге көндә ниндәй пландар менән янаһығыҙ?
- Пландарым юҡ, бер нәмәне лә планлаштырмайым да ул мин. Нисек бара, шулай китеп тик бара. Барыһы ла яҡшы ғына килеп сыға, буғай. Әле бына гастролдә йөрөйбөҙ. Үҙемде билдәле артист, йондоҙ, тип тә иҫәпләмәйем, кәрәкмәй ҙә. Ҡайһы бер артистар бер-ике йыр йырлайҙар ҙа, үҙҙәрен әллә ниндәй супер йондоҙ итеп хис итә башлайҙар, аҙаҡ юҡ булалар. Халыҡты алдап булмай, улар бөтә нәмәне һиҙеп, аңлап тора. Һинең һауаланып киткәнеңде лә халыҡ тауышыңдан уҡ һиҙеп ала. Беҙҙең Рәсәй халҡы кешеһе һәр кешене яҡын ҡабул итә, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға ла әҙер улар. Бына шуныһы иң мөһим. Күмертау һәм Көйөргәҙе халҡын да үҙебеҙҙең тамашала көтөп ҡалам. Килегеҙ, күрегеҙ, күңелле буласаҡ!
- Ихлас яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һәм зал тулы тамашасылар һеҙгә!