Яңыраҡ ҡына Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған күңелһеҙ хәл (бында 11 йәшлек бала снюс тип аталған матдә менән ағыуланып үлде) балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәйнәй, һура торған төрлө төтөнһөҙ тәмәкеләрҙең киң таралыуын күрһәтә. Ошо фажиғагә бәйле, беҙҙең балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе иҫкәртеү маҡсатынан, “Юшатыр” гәзите Көйөргәҙе районы прокуроры ярҙамсыһы Ирина Чегодаева менән әңгәмәләште.
- Ирина Ринат ҡыҙы, беҙҙең быуын бындай нәмәләрҙе күрмәй үҫте, шуға һура торғанмы, сәйнәй торғанмы матдәләр хаҡында белмәйбеҙ. Ҡайҙалыр ҡасып-боҫоп тәмәке тартып ҡайтһаң, атайҙың ҡайышы көтөп тора ине. Әлеге снюс тигәне ҡалайыраҡ була ул?
- Был тәмәке ярты грамм самаһы тарта, махсус пакеттарға һалынған, хәс сәй пакеттары һымаҡ. Уны аңҡау менән ирен араһына һалып һурып йөрөйҙәр, был матдә шулай итеп ҡанға эләгә, үпкә менән тамаҡты урап үтеп, организмға үтеп инә.
Снюстың бер пакет-порцияһында 30-90 мг никотин була. Пакеты ла нисек матур биҙәлгән уның: әллә ҡайҙан йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итеп тора, әйтерһең, тәмле кәнфит. Был тәмәке ишаратын һурғас, кешелә көслө психологик һәм физик күнегеү барлыҡҡа килә, организм менән нервылар системаһы ҡаҡшай. Шулай итеп, кеше үлем хәленә лә барып етеүе ихтимал. Был матдәне иң күп ҡулланғандар- уҡыусы балалар. Уларҙың кәүҙәһе лә кәүҙәме ни – ауырлыҡтары 40-60 кг. Шуға снюстың балаларға тәьҫире көслө. 1 мг. снюс 1 кг-ға эләкһә, бөттө– кеше үлә. Үҙегеҙ уйлағыҙ: бер пакеты 3 ҡап тәмәкегә торош итә.
Элек балалар, еҫе сыға тип, тәмәке тартырға ҡурҡһа, был осраҡта снюстың бер ниндәй еҫе лә юҡ. Снюс интернет селтәре аша ла таратыла, ҡайһы бер олораҡ класта уҡығандар бәләкәйерәктәргә тәмләп кенә ҡара тип тәҡдим иткән осраҡтар ҙа бар.
- Хәтәр. Балалары бәләгә тарымаһын өсөн, ата-әсәләргә, педагогтарға ниндәй кәңәш бирергә була?
- Тәү сиратта баланың һәр ҡылығына иғтибарлы булыу мотлаҡ. Бала үҙен нисек тота: бар нәмәгә битараф була башланымы, эмоциональ яҡтан ҡапыл үҙгәрҙеме, агрессияһы арттымы, үҙ-үҙенә йомолдомо, өйҙән бер ни аңлатмайынса йыш китә башланымы, яңғыҙ ҡалырға ярата башланымы, тимәк, бындай осраҡта ололарға борсолорға сәбәп бар. Баланы наркологҡа алып барырға кәрәк. Уңарсы аптеканан никотинға ҡаршы тест һатып алып үҙеңә тикшереп ҡарарға ла була. Тест шунда уҡ күрһәтәсәк: балағыҙ снюс ҡабамы-юҡмы.
Балалар менән һәр саҡ һөйләшеп торорға кәрәк, кәңәш бирергә, киҫәтеп әйтергә: кемдер һиңә тәмәке, ниндәйҙер пакет, һағыҙ, кәнфит тәҡдим итә икән, баш тартырға. Ниндәйҙер компанияла нимәнелер ауыҙға алырға, еҫкәргә, сәйнәргә өндәй башлаһа, Юҡ тип әйтерлек ихтыяр көстәре булһын.
- Һеҙ һәйбәт кәңәштәр бирәһегеҙ ҙә ул, ә закон был турала нимә ти? Юғиһә, үҫмерҙәр, снюсты береһе лә тыймай, тимәк, ярай, тигәнен дә интернетта уҡырға тура килде.
- Рәсәйҙә снюсты һатыу рәсми рәүештә тыйылған. №15-ФЗ Федераль закондың 19 статьяһының 8 пунктында был турала асыҡ яҙылған. Әммә, аҡса артынан ҡыуғандар был законды урап үтә: снюсты һура, сәйнәй торған матдә итеп һата. Шуға күрә БР Ҡоролтайы-Дәүләт Йыйылышына республика прокуратураһы декабрь айында региональ закон проекты керетте. Әгәр ҙә беҙ тәҡдим иткән закон ҡабул ителһә, тәмәке тип һаналмаған, әммә никотинлы булған барлыҡ һура, сәйнәй торған матдәләрҙе бәлиғ булмағандарға һатыу тыйыласаҡ.
- Радий Хәбиров снюс һатҡандарға аҡылға килергә бер тәүлек ваҡыт бирҙе. Күптәр тыйылды ла шикелле, шулай ҙа кемдер барыбер һаталыр – еңел аҡсанан кем баш тартһын. Снюс һатып эләккәндәргә берәй төрлө яза ҡаралғандыр бит?
- Административ язаға ярашлы, граждандарға 2-5 мең, вазифалы кешеләргә -7-50 мең һум күләмендә штраф һалына.
Һүҙем аҙағында шуны әйтеү мотлаҡ: ҡәҙерле уҡыусылар, үҙебеҙгә зыян килтергән һәр күренешкә ҡаршы торайыҡ, ҡайҙалыр һаулыҡҡа зыян килтереүсе нимәлер һатҡандарын беләһегеҙ икән, мәктәпкә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына тиҙ арала хәбәр итегеҙ. Балаларыбыҙҙы төрлө зәхмәттәрҙән ҡурсалайыҡ.