Күмертауҙың «Кинопарк» директоры Вәғиз Әхмәҙиев менән йәй көнө осрашҡайныҡ. Яңыраҡ ул беҙгә йәнә һуғылып, «Юшатыр» гәзите хаҡындағы фекерҙәрен әйтеп сыҡты.
- Гәзитегеҙ халыҡсан телдә яҙыла, интернеттағы төркөмдә лә һеҙҙе уҡып барам, үҙенсәлеклеһегеҙ. Үҙем ауылдан булғас, «Юшатыр»ҙа ауылдарҙа үткән өмәләр хаҡында уҡыһам, рәхәт булып китә. Ауылдар бирешмәй икән әле, йәшәй, тип ҡыуанам, - тине ул.
Вәғиз Әмирхан улы бик әүҙем спортсы, саңғысы. Йүгереүҙә ҡатнашыр өсөн Олимпияның тыуған иленә лә барып ҡайта. Әле лә Күмертауҙың спорт һөйөүселәре менән аҙна һайын осрашып, төрлө ярыштар ойоштороп тора улар. Бер кергәндә тип, Вәғиз Әхмәҙиевтан ҡалалағы кино прокаты хаҡында ла белештек.
- «Горняк» кинотеатрының хәле нисек? Саҡ-саҡ тын ала, тип һөйләйҙәр кешеләр.
- Беҙҙең хәлдәр бик яҡшы. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итерлек хәлдәбеҙ. Халыҡ киноны ярата, йөрөйҙәр. Билет хаҡтары ла ҡыйбат түгел, 120 һумдан алып 270 һумға тиклем. Төркөмдәр менән килгәндәр өсөн билет 100 һум ғына. Октябрь-ноябрь айында ғына 11 мең 600 кеше кино ҡарарға килде. Былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл 2 млн һумға күберәк килем эшләгәнбеҙ. Ҡаланың Ю.Гагарин исемендәге паркы ла беҙҙең ҡарамаҡта бит. Ә ул парк 2 йыл инде эшләмәй, унда ремонт эштәре бара. Парк эшләй башлағас, хәлдәребеҙ тағы ла яҡшырыр.
- Район халҡы ла киләлер һеҙгә кино ҡарарға?
- Киләләр, әлбиттә. Мәктәп уҡыусылары кластары менән килә.
- Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевола ла ошо көндәрҙә кинозал асылды. «Горняк»тың тамашасылары кәмемәҫме икән?
- Ул хәтлем үк кәмемәҫ, шулай ҙа өлөшләтә тамашасыларыбыҙҙы юғалтасаҡбыҙ.
- Ю. Гагарин паркы тигәндән, «Күҙәтеү тәгәрмәсе» аттракционы ни хәлдә әле? Уны эшләтеп ебәрһәләр, арыу ғына килем килтерер ине.
- Ул аттракцион ғына әллә ни күп килем килтерер, тип уйламайым, сөнки уны эшләтеү өсөн дә арыу ғына сығымдар талап ителә. Башҡа төрлө аттракциондар ҙа эшләйәсәк, уларҙың ярҙамы ҙур булыр, тип өмөт итәбеҙ.
- Вәғиз Әмирхан улы, рәхмәт һеҙгә. Беҙгә һеҙҙең шундай оптимистик рухта булыуығыҙ оҡшаны. Артабан да шулай эшләргә, ҙур уңыштарға ирешергә яҙһын, Яңы йылда ла тамашасыларығыҙ, ял итеүселәрегеҙ күп булһын!