Все новости
Беҙҙең әңгәмә
10 Января 2020, 12:35

Тамашасыны алдамайым

Тимур Рамаҙан. Был йырсыны, моғайын, күптәр ишетеп кенә түгел, күреп тә беләлер.

Тимур Рамаҙан. Был йырсыны, моғайын, күптәр ишетеп кенә түгел, күреп тә беләлер. Тимурҙың сәхнәгә сығып баҫҡанына хәҙер инде 10 йылдан ашыу булып китте. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге сәнғәт гимназия-интернатын тамамлағас, Сәнғәт академияһында актер оҫталығы һөнәренә Т. Бабичева етәкселегендә уҡыған, тик актер булып китмәгән, йыр аһәңе үҙенә әйҙәгән. “Урал моңо”, “Дуҫлыҡ моңо” конкурстарында беренсе, шулай уҡ, Ҡаҙағстан, Бүрәтстанда үткән йыр бәйгеләрендә беренсе урындарҙы яулаған, «Ҡарауан» төркөмөндә лә байтаҡ ҡына эшләп өлгөргән. Тимур Рамаҙан Яңы йыл каникулдары бөтөү менән, “Юшатыр”ға ҡунаҡҡа килде.
- Тимур, йырсылар күп хәҙер, береһе килә гастроль менән, уның артынан икенсеһе килә. Йырсының үҙенсәлеге булмаһа, халыҡ уның концертына бик йөрөп тә бармай.
- Дөрөҫө шул шул. Минең үҙенсәлек нимәлә, тип һорамаҡсыһыңдыр. Үҙем башҡарған йырҙарҙың күбеһенең авторы мин үҙем. Халыҡты бөгөн нимә борсой – шул темаларға яҙырға тырышам.
- Бер урыҫ кешеһе башҡорт-татарҙа йырҙар темаһы ауыл, тыуған яҡ, атай-әсәй ҙә мөхәббәт инде тигәйне.
- Минең темалар – тормош үҙе. Тормош – киң мәғәнәле төшөнсә, йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағылырға тырышам. Тағы ла үҙенсәлек тигәндән. Хәҙер күп артистар тере тауыш менән йырламай, кемгә нисектер, минең өсөн был күренеш тамашасыны алдау кеүек. Сәхнәнән фонограммаға ауыҙын аса, һикерә-бейей, ситтән ҡараһаң, барыһы ла матур, шулай ҙа был дөрөҫ түгел.
- Һин, тимәк, тере тауыш менән генә йырлайһың?
- Әлбиттә.
- Һәр йырсының үҙенең аудиторияһы була, һинең аудиторияң йәштәрме?
- Юҡ. Минең тамашасы, башлыса, ҡатын-ҡыҙ. Концерттан һуң кем мине уратып ала тиһәң, күбеһе ҡатындар булып сыға.
- Башҡорт эстрадаһының Стас Михайловы һымаҡ, тимәк, һин.
- Бәлки.
- Һин Баймаҡтанһың, Өфөлә төпләнгәнһең, тыуған ауылға барыбер ҡайтып йөрөйһөңдөр, халыҡ нисек йәшәй һеҙҙең тарафтарҙа?
- Насар йәшәй тип әйтә алмайым. Күпләп мал тоталар, Себерҙәрҙә йөрөгәндәр бик аҙ. Аттарҙы күп аҫрайҙар, 50-60 башлап тоталар, хәҙер Баймаҡта иген сәсеү бөттө, буш ерҙәр күп, аттар өсөн сәхрә.
- Тибенгә сығара ла ебәрәләрме әллә?
- Эйе. Малдан тыш, беҙҙә алтын күп. Халыҡ алтын йыя.
- Улай яраймы ни?
- Көнөнә 10 грамм йыйырға рөхсәт итәләр. Алтынды Белоретҡа алып барып тапшыралар, байтаҡ кеше ошо юл менән елле-елле коттедждар ҙа һалып ултыртты.
- Хәтәр икән. Аяҡ аҫтында алтын ятҡаны шәп. Үҙең дә тормошта алтыныңды тапҡанһыңдыр? Ғаилә хәлеңә һуҡтырам.
- Таптым. Ҡатыным да Баймаҡтан. Ул да һеҙҙең һымаҡ журналист. Ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
- Ошоңарсы Күмертау, Көйөргәҙе тамашасаһы алдында сығыш яһағаның бармы?
- Быға хәтле уларҙы күргән булманы, бына күптән түгел генә Күгәрсен районының Йомағужа ауылында булды концерт, былай йылы ғына ҡабул иттеләр. 21 ғинуарҙа Күмертауҙа тәүгә сығыш яһаясаҡбыҙ.
- Бер үҙең генә булаһыңмы концертта?
- Юҡ, минең менән бергә Сабина Кучаева ла йырлай. Беҙҙән тыш И. Юлдашбаева, Ф. Ғәйнетдинов та концертта ҡатнаша. Был ерҙә шуныһын да әйтер инем: хәҙер баян тоттоң да сығып баҫтың да йырланың һәм бөттө, ҡалыбына һалынған сығыштарҙы халыҡ үҙ итмәй. Тауыш, яҡтылыҡ, башҡа эффекттар булырға тейеш. Был йәһәттән беҙ күп кенә эш башҡарҙыҡ, кем концертҡа килә, улар үкенмәҫ тип әйтә алам.
- 21 ғинуарҙа Күмерселәр һарайында осрашҡанға тиклем. Һиңә һәр саҡ уңыштар юлдаш булһын, юлыңда алтындарҙы күберәк тап итергә яҙһын.
Малик ИЛЬЯСОВ
әңгәмәләште
Читайте нас: