- 15 мең һум ғына эш хаҡы, тип илап йөрөмәһен. Яҡшыраҡ түләнгән эш эҙләһен. Теләгең булһа, табырға була. «Кем эҙләй, шул таба», - тип бушҡа әйтмәгәндәр бит. Иң мөһиме — юғалып ҡалмаҫҡа, бер нимәнән дә ҡурҡмаҫҡа. Бер тапҡыр килеп сыҡмай икән, артабан эҙләргә кәрәк. Себерҙә генә түгел, шул уҡ Башҡортостанда ла эш табырға була ул. Бына мин Себерҙә эшләгем килмәгәс, ҡайттым бит бында. Минең өҫтә, юғарыла ултырған, ярҙам иткән бер ниндәй туған-фәләнем дә, таныш-тоношом да юҡ.