Күмертауҙа тариф 11 һум 54 тин булһа, ҡалала 20 һум — иң бәләкәй тариф. 50 һумға барып еткәндәре лә бар. Һәр йорттоң үҙ тарифы. Коллегалар менән был турала һөйләшеп торабыҙ. Улар йортто обшивать итергә йәки подъезды ремонтларға теләһәләр, тарифты 40 һумдан эшләргә килешеү төҙөйҙәр. Йортто көпләп бөткәс, икенсе йылына тағы тарифты 20 һумға кире төшөрәләр. Барыһы ла протокол төҙөлөп башҡарыла, әлбиттә. Беҙҙең Ермолаево халҡы ундайға бармай. Тағы ла шул Тыныслыҡ урамындағы 5-се һанлы йортҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, улар менән беҙ икенсе төрлөрәк һөйләшкәйнек. Нишләптер ул турала хаттарында яҙмағандар. Быйылдан йылытыу өсөн йәйге миҙгелдә түләмәйбеҙ. Шуға күрә ошо осорҙа, 5 ай эсендә, кәрәкле сумманы бүлеп түләргә, тип килешкәйнек. «Союз-Сигнал» да аҡсаны көтөп торорға риза булғайны. Яҡынса айына 1 мең һум тирәһе түләп барырға тура килер ине был йортта йәшәүселәргә. Бер фатирҙан 5 мең һум килеп сыға. Шулай итеп 5 төтөнлөк өсөн аҡса йыйылыр ҙа ҡуйыр ине. Йортта йәшәүсе халыҡ тиҙерәк ҡарар ҡабул итһә, эш тә тиҙерәк эшләнер, әлбиттә, - ти Олег Андреевич.