Все новости
Беҙҙең әңгәмә
30 Апреля 2020, 14:00

Кешене үҙгәртеп булмай

Бөгөн Рәсәй янғын һағы көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан, Көйөргәҙе районы янғын часы начальнигы урынбаҫары Александр Петрович Калинин менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Беҙҙе Мораптал трассаһындағы отбойниктар ҡыҙыҡһындыра. Минеңсә, улар берҙә генә стандарттарға тура килмәй. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ яғында юл менән отбойник араһы ҙур ғына. Беҙҙекеләр унда ла, бында ла яҙып ҡаранылар. Бөтәһе лә яҡшы, тинеләр ҙә ҡуйҙылар.
- Шулай шул. Әгәр беҙ юл хеҙмәткәрҙәре булһаҡ, яуап бирә алыр инек был һорауға. Бөтә водителдәр ҙә зарлана. «Үлем камераһы» тип йөрөтәләр. Ул ерҙә авариянан бер ҡайҙа ла ҡасып ҡотолоп булмай. Мин үҙем дә бөтә ғаиләм менән машинала китеп барғанда шул ерҙә аварияға эләгә яҙҙым. Ҡыуанысҡа, миңә бәхет йылмайҙы. Ҡыш көнө бигерәк тә ҡурҡыныс, юлдар ныҡ тар ҡала.
Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: