Все новости
Беҙҙең әңгәмә
4 Октября 2020, 20:00

Солтан булайыҡ

«Юшатыр» гәзите район Советына яңы рәйес һайланыу менән, уның менән осрашты.

- Властар инвестор кәрәк, уларһыҙ булмай тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта инвестор килә лә үҙенә кәрәген ала, урындағы халыҡ бар ни, юҡ ни, төкөрҙө улар. Юлдарҙы иҙеп бөтә (Керәүле, Шәбағыш миҫалы), социаль өлкәгә бөтөнләй иғтибар итмәй.

- Депутаттарҙы нимәгә һайлайбыҙ? Ниндәйҙер инвестор килә икән, депутаттар уның һәр аҙымын күҙәтергә тейеш – халыҡҡа файҙаһы бармы бының, юҡмы. Килешеү төҙөгәндә үк һәр пунктына иғтибар бирергә, урындағы халыҡҡа нимә бирә был? Юғиһә, инвестор килә лә, ике-өс кеше уның файҙаһын, ә халыҡ яфаһын күрә. Ғөмүмән, район депутатының ҡулы етмәгән эше юҡ. Ул түрәнең һәр әйткәненә “Йәрхәмбикалла» тип ултыра торған кеше түгел. Мәҫәлән, былтыр ҡыш ҡар аҙ яуҙы, тимәк, ҡар таҙартыуға тигән аҡса тотонолоп бөтмәне. Был «артыҡ» аҡсалар аҙаҡ ҡайҙа киткәне депутаттың иғтибарында булырға тейеш. Беҙҙең әле тороп ҡалған бер байлығыбыҙ бар –ер. Башҡаһынан ҡолаҡ ҡағып бөттөк. Ауыл хакимиәттәре ошо ергә таянырға тейеш. Пай ерҙәре өсөн дивиденд бирәләр, центнер ярым ала ла, бөттө. Ниңә Ырымбурҙа күберәк бирәләр – һорау. Пай ереңде биргәнһең икән, алған кеше һинең яллаған эшсең, ә һинең хужаң түгел. Ырымбур тигәндән. Унда колхоз-совхоздарҙы күптән таратып бөттөләр, беҙ унар йыл буйына колхоздарға йәбешеп яттыҡ һәм отолдоҡ. Дәүләт милкен яйлап ҡына урланылар, һөҙөмтәлә уларҙан бер ни ҡалманы. Ә ырымбурҙар шоковая терапия яһаны, колхоздың бөтөн мөлкәте иҫән булғанда уҡ таратты ла бирҙе. Көслө, йүнсел кеше алды ла аяҡҡа баҫты. Ә беҙ ярыҡ ялғаш алдында. Йүнселдәр беҙҙә лә бар ул, тик ҡайһы береһе эште ҡайҙан башларға белмәй, был осраҡта хакимиәт тә, депутаттар ҙа уларға ярҙам итергә тейеш. Мәҫәлән, гранттар алыуҙа. Беҙҙең район фермерҙары был гранттарҙы Ишембайға барып юллап йөрөй һәм ала. Йә, был нимә була? Тимәк, беҙ – урындағы власть - ултырғыста салбар ышҡып ултырабыҙ.
Фәнит Моратбаҡыев менән тулы әңгәмә "Юшатыр"ҙың 79-сы һанында.
Читайте нас: