Все новости
Беҙҙең әңгәмә
6 Октября 2020, 11:53

Армия – шәп изоляция

Октябрҙең тәүге көнөнән Республиканың Хәрби комиссариаттары әрме хеҙмәтенә көҙгө саҡырыу буйынса эшен башлап ебәрҙе. Ошо уңайҙан, хәҙер инде йолаға әүрелегәнсә, «Юшатыр» Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары Максим Александрович Пержинский менән осрашты.

- Патриотизм тигәндән, әрме сафынан ҡасып йөрөүселәр ҙә барҙыр?
- Эйе, бар. Көйөргәҙе районы буйынса – 18, ә Күмертауҙа улар 60 кеше иҫәпләнә. Сағыштырғанда, райондан булған йәштәр хәрби хеҙмәт үтеүгә аңлы мөнәсәбәт менән ҡарайҙар. Әлбиттә, район-ҡалала теркәлеү буйынса тороп, сит ергә йәшәргә, эшләргә киткәндәр бар. Шулай ҙа, ҡайһы бер ҡасҡолаҡтарҙы табып, осратабыҙ. Ул ваҡытта бер төрлө яуаплағандар күп, йәнәһе лә “повестка килмәгән”, “саҡырыу ҡағыҙы алмағандар”, икенселәре “бер йылды бушҡа юғалтмай, гражданкала ла йәмғиәткә файҙалы булырға мөмкин” тигән ҡараштарын белдерә, минеңсә, былай тип шөрләп, ҡурҡыуҙарын йәшерә улар. Аңлап етмәйҙәрҙер, иле өсөн хеҙмәт итеү бурысын үтәмәгәндәр хәрби билет урынына «1 У» справкаһын ала, тик был тормоштарын артабан ҡатмарлаштыра ғына. Уның буйынса эшкә алып бармайҙар, “дезертир” тип күрәләр. Мин бит уны уйлап сығармағанмын, барыһы ла закон буйынса эшләнә. Сафҡа баҫырға ваҡыт еттеме, комиссия үтергә, шулай уҡ хеҙмәт итеп ҡайтҡандар ҙа эш, йәшәү урындарын алмаштырған осраҡта 2 аҙна эсендә комиссариатта яңыртылған мәғлүмәт менән теркәлеү үтергә тейеш.
Максим Александрович Пержинский менән тулы әңгәмә 80-се һанда.
Читайте нас: