Илсур Боҫҡанов менән таныштырып тороу артыҡтыр, тип уйлайбыҙ. Башҡортостанда яңы барлыҡҡа килгән стендап исемле сәнғәт төрөндә үҙен тапҡан Ҡотлоюл егете тураһында һүҙ бара. Интернетта уның тураһындағы хәбәргә юлыҡтыҡ та ҡыуанып ҡуйҙыҡ. Илсур, ҡайҙа булһа ла, юғалып ҡала торғандарҙан түгел. Беҙ уның менән әңгәмәләшеп алырға булдыҡ.
- Һаумы, Илсур! Үҙең тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтһәң ине. Әлеге көндә һин нимә эшләйһең? Атай-әсәйеңә ҡайтып йөрөйһөңмө?
- Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡта уҡытыусыға уҡып йөрөйөм. Әлбиттә, тыуған ауылыма мөмкин тиклем йышыраҡ ҡайтырға тырышам. Әммә, йылдар үткән һайын, атай-әсәй янына йыш ҡайтыу бәхете тәтемәй икән.
- Ҡайҙа йөрөһәң дә, шаянлығыңды ташламайһың, бына әле ҡайҙалыр стендап жанрында сығыш яһарға әҙерләнеүеңде белеп ҡалдыҡ. Беҙҙең халыҡ өсөн ят нәмә был, замандан ҡалышмайым тип, П. Воля йәки В. Комиссаров һымаҡтар башҡорт араһында ла булһын тип, ошо жанрға мөрәжәғәт иттеңме?
- Мәктәптә 9-сы класта сығыштар яһаным. Һуңыраҡ РПЛИ-ла командабыҙ барлыҡҡа килде. Башта бик оҡшап етмәй ине, кәрәк булғанға ғына ҡатнаштыҡ. Артабан үҙебеҙҙең стиль, концепт барлыҡҡа килгәс, юморға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Күмертау ҡалаһының ошо уҡыу йортон бергә тамамлаған дуҫ егеттәр менән ойошторған «Шаҡмаҡ» төркөмөбөҙ КВН-да йыш ҡатнашты. Сығышыбыҙҙың форматы яйлап командалы уйындан стендапҡа әүерелде. Шул рәүешле мин сәнғәттең ошо йүнәлешенә ылығып киттем.
- Әлеге көндә Башҡортостанда стендаптың киләсәге бар тип уйлайһыңмы?
- Миңә билдәле булыуынса, ул беҙҙә әлегә башҡорт телендәге беренсе һәм берҙән-бер күренеш. Киләсәге, әлбиттә, бар. Хәҙерге көндә был жанр төрө бөтә донъяла һәм Рәсәйҙә таралған. Беҙҙең халыҡҡа ла үҙебеҙсә, күңелгә ятышлы булыуы менән бик оҡшай.
- Йыш сығыштар яһайығыҙмы? - 2014 йылдан алып сығыш яһамай ҡалғаныбыҙ юҡ. Йылына 5-6 тапҡыр сәхнәгә сығабыҙ. Миңә альтернатив юмор оҡшай: ғәҙәти булмаған күренештәр, стереотиптарҙы боҙоу, халыҡты шаҡ ҡатырыу, импровизациялау. «Шаҡмаҡ» тап шундай беренсе башҡорт командаһы ине.
- Һинең сығышың ваҡытында береһе лә көлмәгән осраҡтар булдымы?
- Әлбиттә, ундай хәлдәр һәр юмориста була. Бындай ситуацияларға ул гел әҙер булырға тейеш.
- Атай-әсәйең һинең шөғөлөңә нисек ҡарай?
- Минең әсәйем үҙе лә, ауылдағы «любителдәр» менән йыйылышып, сәхнәлә уйнаған кеше. Ул мине аңлайҙыр, тием. Ә атайым бөтә башланғыстарымда ла ярҙам итергә әҙер.
- Пландарыңда берәй төрлө проекттар бармы?
- Әлбиттә. Тик улар тураһында уйларға иртәрәк, миңә өйрәнергә лә өйрәнергә әле.
- Әңгәмәбеҙ аҙағында тормошҡа үҙ ҡарашың, бәлки, кәңәштәрең менән бүлешерһең.
- Тормош тураһында төплө фекер йөрөтөргә йәшмендер, әлегә ул минең өсөн тик бик ҡыҙыҡлы «өйрәнеү объекты» ғына тип әйтергә булалыр. Минең өсөн ғүмер яҙылып барған пленка кеүек, нимә генә эшләһәк тә, эшләмәһәк тә, бөтәһе лә һис бер туҡталмайынса яҙылып бара. Нимә генә уйлаһаң да, дөрөҫмө ул, дөрөҫ түгелме, ғәҙелме, юҡмы, тигән һорауҙар алдыңда тора. Тик берәй көн ул пленка бөтәсәк, һәм уны бер ҡасан да киренән яҙып булмаясаҡ. Шуға күрә ҡыҙыҡ итеп, изге эштәр эшләп, яратып һәм ғүмерҙең һәр минутын ҡәҙерләп йәшәргә кәрәктер, тип ышанам.
- Яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һине бер ҡасан да ташламаһын. Ғүмер таҫмаң оҙағыраҡ һәм күңелле әйләнһен.