- Ярлыланһаң бизнесҡа бар, тиҙәр бит. Һеҙ ҙә бизнеста ҡалһағыҙ нығыраҡ байыраҡ булмаҫ инегеҙме икән, әллә власть сире тигән нимә бармы?
- Әлбиттә байыраҡ булыр инем. Властҡа ынтылманым. Барыһы ла яҡшы ине минең: аҡса ла эшләнем, иреклек тә булды. Үҙем баш – үҙем түш. Ләкин бер саҡ ул ваҡытта район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Әхәт Ҡотлоәхмәтов шылтыратты. Районда республика үҫемлектәр һаҡлау станцияһы филиалы асыла, әйҙә шунда начальник булып эшкә кил әле, тине ул. Минең магазиным бар тиһәм дә, Әхәт Йәүҙәт улы ай-вайына ҡуйманы. Шулай итеп, яңы эшкә күстем. Өс йыл эшләнем унда. Аҙаҡ Ишембай агрохимик хеҙмәтләндереү станцияһының үҙебеҙҙәге бүлегенә агрохимик булып урынлаштым. Бында 1 сезон эшләгәс, 2003 йылда баш агроном булып күсергә тура килде. 2015 йылдан район хакимиәтенең 1-се урынбаҫары булып киттем.
Тулы материал гәзиттә баҫылып сыҡты.