- Тимəк, кеше аңлы рəүештə Мəшғүллек үҙəгенə барып торҙомы һеҙҙеңсə?
- Əлбиттə, шулай. Кеше эш һорап килə лə, миңə 40 мең һум түлəһəгеҙ эшлəйем, ти. Ул тəүҙə эшлəп ҡараһын, бəлки, мин 40 мең һумдан да күберəк түлəрмен. Уларға - эш һорап килгəндəргə эшкə алмаһалар, ҡулайлыраҡ. Сөнки кире биржаға барып торалар. Мəҫəлəн, эшлəп 18 мең һум алғансы, эшлəмəй ятып 15 мең һум алһа насармы ни? Яңыраҡ йəнə бер ҡатын килде биржанан, эшлəр инем, минең аяҡтарым ауырта, ти. Ҡамырҙы аяҡ менəн баҫмайҙар бит, тим. Боролоп сығып китте. Уларға предприятиеларҙа эш юҡ тигəн справка ғына кəрəк. Ялҡаулыҡ көслө, хəҙерге йəштəр эш тип иҫтəре китмəй, илке-һалҡы ҡарайҙар, шуға аптырайым.