- Судья булараҡ ябай район халҡына нимə тип əйтер инегеҙ?
- Тəү сиратта эсмəҫкə! Был хаҡта мин йыш ҡабатлайым.
- Коррупция эше буйынса ла һеҙ тикшерəһегеҙме?
- 10 мең һумға тиклем ришəүəт булһа, был эште беҙ ҡарайбыҙ.
- 10 меңгə хəтлемге ришəүəт биреүсегə закон буйынса нимə янай?
- Мəҫəлəн, күптəн түгел ГИБДД хеҙмəткəренə аҡса тəҡдим иткəн өсөн прокурор 150 мең һум штраф биреүҙе талап итте, ғəйепле кешенең матди хəленең бик шəптəн булмауын иҫəпкə алып (өс балаһы бар, ҡатыны декрет отпускала), язаны 50 мең һумға ҡалдырҙыҡ.