- Халыҡ нимә һөйләһә лә, мин төҙөүсе, һөнәрем буйынса ла төҙөүсе. Ә баянсы, ҡурайсы булараҡ та һөнәрем бар икән, мин бының өсөн Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен генә. Тәүҙә музыка буйынса уҡып, аҙаҡ төҙөүсе һөнәрен үҙләштергәнемә ҡыуанам. Тормошта һөнәр алмашытырыуға сик ҡуйылмаған да баһа. Уйлап ҡарағыҙ әле, беҙ бит аҡылһыҙ кешеләр түгел дә инде музыкант дипломы менән төҙөлөш буйынса китергә. Әгәр ҙә һин үҙеңде был өлкәлә һынап ҡарамайынса, эске күңелең менән әҙер булмай тороп, эштең асылына төшөнмәйенсә һәм ҡулыңда диплом булмай тороп берәү ҙә үҙе белмәгән икенсе өлкәләге эшкә тотонмай. - Был вазифала бар көстө һаласаҡмын, әгәр ҙә һыу урынына ағыу һибеп тормаһалар...
Айҙар Исхаҡов менән әңгәмә тулы килеш йома һанында гәзиттә сыҡты.