- Кешелә әле бер-береһенә ҡарата ихтирам аҙ. Капитализм, халыҡтың бөтөн яҡшы ғәҙәттәре юғалып бара, аҡса, аҡса, аҡса тип, күҙҙәр томаланған. Ауыр мәлдәрҙә халыҡ берләшергә, бер-береһенә ярҙам итешергә тейеш. Гел шулай булған. Сталинград һуғышында олатайым ҡатнашҡан, контузия алып, ни тере, ни үле ятҡан сағында Марфа тигән апай уны өйөнә алып ҡайтҡан. Дауалап, тәрбиәләп йәшәткән. Бер заман ике фашист килеп керә ишек алдына, былар баҡсала ҡаҙынып йөрөй икән. Марфа: был минең туғаным, аҡылға еңелерәк ул, тип тегеләрҙе алдай. Ҡыҫыҡ күҙле, табаҡтай битле башҡорт һәм маръя ҡатыны - дошмандар оҙаҡ итеп быларға ҡарап тора ла, нисектер, китеп бара. Бер генә мәл - икеһен дә ата ла йыға ала инеләр бит - Хоҙай һаҡлай. Һуғыштан һуң олтайым йыл да, һуғым һуйғас, өләсәйем менән, итен, башҡаһын тейәп, Волгоградҡа барған, үҙен ҡотҡарған ҡатын янына...