- Был һорауға бер ҙə яуап бирə алмайым, бөтə район өсөн яуаплылыҡ алып булмай, беҙ үҙебеҙсə, яйлап, эшебеҙҙе алып барабыҙ. Районда ғына түгел, илдə бөтə нəмəгə хаҡ арта, халыҡ бының менəн ризалашҡыһы килмəй. Үҙебеҙҙең эштəн генə алып əйтəм, ашламалар, орлоҡтарға хаҡтар ҡот осҡос артты. Сит илдəрҙең ауыл хужалығы менəн сағыштырғанда күк менəн ер араһы, уларҙа һəр нəмəгə субсидия бар, ə беҙҙə ер кешеһе үҙенсə йəшəргə тырышып ята.
- Гел эш тураһында һөйлəштек. Тəү ҡарап тороуға йəш, бала саға кеүек кенə күренеп торған егетебеҙҙең үҙ еребеҙҙəн булыуы, ниəттəре ныҡлы булыуы ҡыуандыра, ғаилəң бармы?
- Эйе Аллаға шөкөр, тормош иптəшем Айгөл Яҡут ауылы ҡыҙы, ике бала үҫтерəбеҙ.
- Һин ысын патриот икəн, хатта кəлəште лə сит райондан эҙлəмəгəнһең...