Иншалла, Айнур Ҡәҙимов күптән дини юлда, башҡаларҙы ла ошо изге һуҡмаҡҡа баҫтырам тип йөрөй. Тексты сайтҡа кереп уҡығандар нимә тураһында һүҙ барғанын аңлағандыр - халыҡ табиптары хаҡында ине.
Кисә беҙ Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе менән ошо темаға ентекле һөйләштек.
- Беҙҙең ҡала-районда халыҡ дауалаусылары бармы?
- Юҡ. Антоновкала берәү бар ине, ул мәрхүм булды.
- М, Ғафури, З. Биишева әҫәрҙәрендә тәндән ҡан сығарыу күренеше ҡот осҡос итеп һүрәтләнә, совет кешеләрендә был дауалауға - хиджамаға - кире ҡараш була торғайны - ҡырағайлыҡ, ҡанһыҙлыҡ, наҙанлыҡ. Әле хидхама киң таралған дауалау ысулы.
- Күмертауҙа, Көйөргәҙелә хиджама менән дауалаусылар бар: ҡалала икәү, Яңы Ауылда берәү....
Тулы интервью киләһе һандарҙың береһендә гәзиттә баҫылыр.