Все новости
Беҙҙең әңгәмә
4 Марта 2022, 12:31

Тура ҡарау

- Кешенең үҙ яҙмышы, тәҡдире була тинегеҙ, тимәк, һеҙ маңлайыңа нимә яҙылған шул булырына ышанаһығыҙмы? 

Тура ҡарау
Тура ҡарау

- Ышанам әлбиттә. "Был донъяла йәшәүҙәрҙе, яҙмыш үткәрә иләп,"- тигән яҙыуым да бар. Яҙмышымда бер нисә тапҡыр саҡ ҡалған саҡтарым булған. Уның тураһында яҙырға ла уйлайым әле. "Ултырғыс" тип атап. Беҙ үҫкәндә, өйөбөҙә, ауылыбыҙҙың бер оҫтаһы ҡалын итеп яһаған, көрән төҫкә буялған бер ултырғыс бар ине. Мин имгәкләп йөрөгән сағым булған, өйгә терәп яһалған таш уталасыҡ бар ине. Ул ваҡытта ҡабаҡ ныҡ өлгөрә ине, шуларҙы әтей менән абыйым, бәрәңгелектән ат менән ташып таш өйҙөң ҡыйығына тултырып йөрөгәндәр. Әнейем ишек алдында эш менән булышҡан, ә мин эстә имгәкләп йөрөп ҡалғанмын. Шунан бер заман ҡыйыҡ ҡабаҡтарҙы күтәрә алмай ишелеп төшә, унда ҡыйыҡҡа түшәлгән тупраҡ, ҡабаҡтар, барыһы ла өй эсенә ишелә. Әнейем шунда уҡ, балам, тип әйтә лә аңын юғалта, әтей менән абыйым йүгереп барып керһәләр, ишелеп ятҡан таҡталар, саң, тупраҡ араһында стенаға терәлгән теге ултырғыс аҫтында минең ике күҙ генә ялтлап ултыра ти. Ғүмеремде һаҡлап ҡалған шул ултырғысты ниңә һаҡлап ҡалмағанмындыр. Был хәл үҙенә күрә ана шул тәҡдиргә асыҡ миҫал инде.

Әңгәмә тулы килеш гәзиттә бөгөн баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: