- Барыһы ла кешенең үҙенән тора, ашауынан, үҙен тотошонан, эсмәү-тартмауынан. Ярар әле, әле Макдоналдстарҙы ябалар, ундағы ашамлыҡтар зыянлы. Кока-кола ла китә - һәйбәт, компот эсһәк, һауыраҡ булырбыҙ.
- Уларҙың китеүе шәптер ҙә, Кока-кола менән бергә сит илдең һәйбәт медицина ҡормалдары (томограф, мәҫәлән) дә китә бит, даруыҙар ҙа күбеһенсә сит илдеке, артабан нимә, дегәнәк япрағы һалып дауалай башларбыҙмы? ...Ашау тинегеҙ ҙә, илдә ярлылар күп, алда улар тағы ла күбәйәсәк, ә сихут ауырыуын тап ярлылар сире тиҙәр, һеҙҙең эшегеҙ бермә-бер артып китерме икән хәҙер? ...1990 йылда СССР был сирҙе еңә яҙған тип яҙалар, артабан туберкулез сире ныҡ артҡан, әле лә статистиканы алдап күрһәтәләр имеш, донъя алдында уңайһыҙ.
Врач-фтизиатр Лилиә Рәүеф ҡыҙы Теләүбирҙина менән әңгәмә киләһе аҙнала гәзиттә баҫылыр .