Все новости
Беҙҙең әңгәмә
22 Марта 2022, 10:57

Һөнәрең булмаһа, беҙгә кил

- Рәшит Юнир улы, бөгөнгө көндә мутлашыу ныҡ таралған, шул уҡ уҡыу йорттарына ҡағылғандары ла етәрлек, йәнең теләгән һөнәрҙе үҙләштереү тураһындағы документтарҙы һатып алыусылар ҙа бар, ошо "алдаҡ" ҡағыҙҙар һатыусылар һеҙҙең уҡытыу үҙәге өсөн конкурент түгелме? 

Һөнәрең булмаһа, беҙгә кил
Һөнәрең булмаһа, беҙгә кил

- Конкуренция тигән һүҙҙе беҙ белмәйбеҙ ҙә, һиҙмәйбеҙ ҙә. Беҙҙең өсөн биргән белемебеҙ кәрәкле, ныҡлы булыуы мөһим. Ишектәребеҙ барыһы өсөн дә асыҡ, берәүҙе лә кире ҡаҡҡаныбыҙ юҡ, алдан әйтеп үтеүебеҙсә йылына йөҙләгән кешегә, күп ойошмаларға бар яҡлап ярҙам итәбеҙ. Ә ошо яһалма "корочка"ларҙы алыусылар, был законды боҙоу, хоҡукҡа ҡаршы барыу икәнен аңлаһындар ине. Шул ялған ҡағыҙҙары менән йыраҡ китеп булмаҫлығын аңлаған кеше, уны алыу өсөн бер ҡасан да аҡсаһын да, ваҡытын да әрәм итмәҫ. Был корочкаларҙы күбеһенсә уҡыуҙан, экзамендарҙан ҡурҡыусылар һатып алалыр. Тик ялған документ тотоп эшләп йөрөү ҙә хәүефһеҙ түгел тип әйтеп булмай, берәй эшкә ингән хәлдә лә, тикшереүҙәр булһа эшеңдән ҡолаҡ ҡағаһың тигән һүҙ, йәғни хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белмәй, үтәмәй эшләп кемгәлер зыян килтереүең бар. Беҙҙең үҙәк, уҡырға теләге булғандарҙы ярты юлда ташлап ҡалдырмай, төрлө әңгәмәләр үткәреп, психологик яҡтан да, мораль яҡтан да гел ярҙам итеп тора. Был ярҙам эҙһеҙ ҡалмай, тәүге көндән алып уҡыусыларыбыҙ һәм уҡытыусылар араһында үҙ-ара ышаныслы бәйләнеш барлыҡҡа килә. Беҙгә уҡырға килгәндәр араһында оҙаҡ йылдар бер ҡайҙа ла уҡымаған, бер ниндәй ҙә һөнәр үҙләштермәгәндәр ҙә етәрлек, шуға ҡарамаҫтан улар уҡып сығалар, ялған ҡағыҙ һатып алыуға бармайҙар һәм эшкә урынлашып, тыныс күңел менән эшләй алалар.

"СтройЭнергоМонтажСервис" уҡытыу үҙәгенең ҡалабыҙҙағы филиалы етәксеһе Рәшит Юнир улы Аҡсурин менән әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: