Все новости
Беҙҙең әңгәмә
11 Июля 2022, 09:10

Бары алдаҡ ҡына был донъя

Аҡыллы, сабыр холоҡло, изге күңелле кеше ул Илсаф хәҙрәт. 

Бары алдаҡ ҡына был донъя
Бары алдаҡ ҡына был донъя

Яҡуп ауылында 15 йыл элек мәсет астылар. Астылар ҙа ул, тик мәсеттең имам-хатибы булманы. Бер яҡшы ғына Сәлихә исемле инәй булды ул, балаларға дин серҙәрен өйрәтте. Балалар ҡыҙыҡһынып ҡына йөрөй башлаған ине, инәй ҡайтып китте, үҙ сәбәптәре менән. Шунан Хәмзә хәҙрәт килеп шулай уҡ балаларға белем биреп китте. Шул тиклем теләй инек, үҙебеҙҙең ауыл кешеһе булһа, яҡшыраҡ булыр ине, беҙҙе ташлап китмәҫ ине, тип.
Шул арыу ғына ваҡыт эсендә мәсет тирә-яғын ҡарап, эсендә лә һәр ваҡыт тәртиптә тотоу эштәрен ауыл ҡатын-ҡыҙҙары алып барҙы. Рәхмәт уларға.
Әле, Аллаға шөкөр, Илсаф Самат улы мәсетебеҙҙең имам-хатибы. Аҙан тауышы яңғырап тора. Быйылғы йылда бигерәк тә ауыл халҡы ифтарҙа әүҙем ҡатнашты. Әкрен генә дин юлына баҫыусылар күбәйә башланы. Балалар ҙа бик теләп йөрөй мәсеткә. Оло йәштәгеләр йома намаҙын ҡалдырмай. Ураҙа ғәйете, Ҡорбан байрамдары үткәрелеп килә. Илсаф хәҙрәттең ата-әсәһе лә бик әүҙемдәр. Ҡорбан байрамдарында улар ҡорбан салып, ауыл халҡын мәсеттә йыйып, ҡорбан ашынан ауыҙ иттерә. Ифтарҙы ла улар башлап ебәрҙе. Бар яҡлап ярҙам күрһәтәләр.
Ауылыбыҙҙа яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыу, никах туйҙары, Ҡөръән уҡытыу, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа Илсаф хәҙрәттең ярҙамы ҙур. Ауыл халҡы исеменән уға һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ! Рәхмәт!

Альбина Искәндәрова, Яҡуп ауылы.

Ә Илсаф хәҙрәт Туйгилдин менән әңгәмә гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: