- Альбина Вәғиз ҡыҙы, белеүебеҙсә, һеҙ тыумышығыҙ менән Илеш районы ҡыҙы, ә беҙҙең яҡтарға нисек килеп юлыҡтығыҙ?
- Медицина институтында белем эстәнем. Ҡулыма диплом алғас, йәш белгес булараҡ, 1962 йылда йүнәлтмә буйынса Күгәрсен районына ебәрҙеләр. Шулай итеп, Мораҡ үҙәк дауаханаһында эш башланым. Тормош иптәшем һәм бәләкәй балабыҙ менән 5 йылға яҡын Мораҡта йәшәнек, эшләнек. 1967 йылдан Күмертау ҡалаһына инфекционист табибы булып күстем. 1999 йылға тиклем балалар инфекционисы булып эшләнем.
...Беҙ ғаиләлә 8 бала үҫтек һәм барыбыҙ ҙа юғары уҡыу йортон тамамланыҡ. Атайым Ленин ордены менән бүләкләнде, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы булды. Мәғариф өлкәһендә эшләһә лә үҙендә кешеләрҙе дауалау һәләте булды, әммә табиплыҡҡа белеме генә юҡ ине. Халыҡты ул трахома, маляриянан дауалай торғайны. Миңә табип булыу һәләте атайымдан килгәндер, ул кешеләрҙе дауалағанда һәр ваҡыт янында булып, уға ярҙам итә торғайным.
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды.