Беҙҙең әңгәмә
19 Сентября 2022, 06:04

Халыҡ һөйөүе

Район тарихында, Көйөргәҙе районы полицияһы тарихында былай булғаны юҡ ине әле. 

Халыҡ һөйөүеХалыҡ һөйөүе
Халыҡ һөйөүе
Участковыйҙар араһында бәйгегә сыҡҡан хеҙмәтҡәр былай уҡ тауыш йыйғаны булманы, уҙа барһа, 300-400 тауышты көс-хәл менән йыйыр ине. Ә Айбулат Үлмәҫбаевтыҡы 1000-дән артып китте! Бына ҡайҙа ихтирам, бына ҡайҙа халыҡ һөйөүе!
Беҙ әле Айбулат Азамат улына ошондай һорауҙар биреп ташланыҡ: 
- Айбулат, һин бәләкәй саҡта сәхнәләрҙә йырлап йөрөнөң, спорт менән ныҡ дуҫ инең (педколледжды юҡҡа бөтмәнең), педагогикаға ла яҡынһың - 4 йыл мәктәптә уҡыттың. Унан юғары белем алдың  - психолог. Ниңә ҡапыл ғына полицияға килергә булдың? 
- Участкаңа 15 ауыл ҡарай, иң бәләле, проблемалы ауыл ниндәй? 
- Тыуған ауылда эшләү, бер яҡтан һәйбәт, икенсе яҡтан... Ҡайҙа ҡараһаң, тыуған да тыумаса. Әҙәмгә һанамай, тыңламай китеүҙәре лә бар....
- Шәхси тормошңда ла үҙгәрештәр бар икәнен беләбеҙ, Хәйбулланың үҙенән кәләш алып ҡайтҡанһың икән....
Интервью киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас