Ул үгеҙ бер ниндəй тапһыҙ булырға тейеш. Эҙлəй торғас табып ошо бəлə-ҡазалар бөтһөн тип ҡорбан салған. Ошонан һуң махсус операция туҡталыр тип өмөт иттек, юҡ һаман бара.
- Шəриəттə аҡ үгеҙ һуйырға кəрəк тейелмəгəн. Быны элек башҡорттарҙың берəүһе уйлап сығарған һəм был йола беҙҙең көндəргəсə килеп еткəндер, моғайын.
Мəҫəлəн, самолет емерелеп ергə төшөп, йə кəмə һыуға батып бара икəн, һеҙ иң беренсе Аллаһы Тəғəлəне иҫкə төшөрəһегеҙ, ə аҡ үгеҙҙе түгел. Ярҙамды Аллаһы Тəғəлəнəн һорай башлайһығыҙ. Доға ҡылығыҙ, ишетер.
- Күп кенə атеистарҙы тыңларға тура килə һəм уларҙың əйткəндəренəн уйланырға була. Кеше насарлыҡ эшлəмəй, нимə өсөн уға Аллаһы Тəғəлə яза бирə. Мəҫəлəн, бер гонаһһыҙ сабыйҙы алайыҡ, тап-таҙа, саф кеше, нимə өсөн ул үлə? Украинала барған махсус операцияла күп сабый һəлəк булды...
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә үткән аҙнала баҫылды. Әйткәндәй, Абдул Моталлиб шәйех Рәсәйҙә тик бер генә баҫмаға интервью биргән, гәзиттәр Дағстанда ла, Өфөлә лә, күпме һораһалар ҙа, шәйех баш тартҡан. Рәхмәт.