Башҡорт теле көнө уңайынан Көйөргәҙе районы уҡытыусылары 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем районда башҡорт теле аҙналығы үткәрергә һөйләштеләр. Планын төҙөп, раҫлап ҡуйғас ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Телебеҙгә арнап бик күп саралар үткәрә башланылар.
Шишәмбе көндө район методик берекмәһе етәксеһе Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаева менән Абдул ауылы башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәзимә Уразбай ҡыҙы Аҙнабаева, Зәк-Ишмәттән – Айгөл Нәзир ҡыҙы Гурьянова, Яҡшымбәттән – Азат Зөлфәҡәр улы Ғәлиев, бүләктәр тейәп, күрше Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылындағы урта мәктәпкә юлландыҡ. Маҡсатыбыҙ – унда уҡыған уҡыусылар һәм эшләгән уҡытыусылар менән «Дуҫлыҡ күперен» нығытыу ине.
Мәктәпкә килеп керер алдынан уҡ бинала ҙур итеп «Рәхим итегеҙ» тигән яҙыу болотло көндә кәйефебеҙҙе күтәреп ебәрҙе, ә инде эскә кереп мәктәп директоры Сания Сәит ҡыҙы Күзбаева һәм уҡыусыларҙың йылы итеп ҡаршылауҙары күңелдәрҙе тағы ла нығыраҡ күтәреп ебәрҙе. Мәктәптең башҡортса эске биҙәлеше инде күңелдәргә икмәккә яғылған май кеүек булып ятты.
Барса дуҫлыҡ күперҙәре танышыуҙан башлана, беҙ ҙә, танышҡандан һуң, сарабыҙҙың төп өлөшөнә күстек. Уҡыусылар матур итеп башҡортса шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, милли кейемдә бейеүҙәр башҡарҙылар. Үҙҙәре әҙ генә булһалар ҙа, һәләк, оҫталар икән. Беҙ ҙә, буш ҡул барманыҡ, уҡыусыларға бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ. Ғәзимә Уразбай ҡыҙы Башҡортостандың матурлыҡтары, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ижады менән таныштырҙы. Айгөл Нәзир ҡыҙы «Уҡыусыһы ниндәй – уҡытыусыһы шундай» тигән эше менән мәшһүр мөғәллим, яҡташыбыҙ Шәмсетдин Зәки һәм уның уҡыусыһы, мәғрифәтсе Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла тураһындағы бик фәһемле эше менән таныштырҙы һәм башҡорт халыҡ йыры «Сыбай ҡашҡа»ны башҡарып барса ғаләмде таң ҡалдырҙы. Ә мин инде, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты, республикабыҙҙа үткән бик күп сараларҙы саф башҡорт телендә алып барыусы ауылдашым, ағайым Фирҙәт Ғәлиев менән таныштырҙым. Сараны Ф. Ғәлиев башҡарыуындағы «Күңелдәр йырлап торһон» йырына ҡушылып йырлап тамамлап ҡуйҙыҡ, бергәләшеп фотоға төштөк.
Коридорҙан таралышҡан ваҡытта бер башланғыс кластар уҡыусыһы минең эргәмә килде лә: «Спасибо Вам большое!» - тип әйтте. Шул минутта минең боғаҙыма ниҙер килеп тығылды, күҙҙәремә йәштәр тулышты. Ул баланы ҡосаҡлап һөйҙөм дә: «Бына нисек «Дуҫлыҡ күпере» төҙөлә» тигән һығымта эшләнем.
Хисләнеп хушлашҡанда ошо сараға, хатта тәбиғәт шатланғандай, тышта салт аяҙ күк йөҙөндә ҡояш йылмая ине, ә Бәләкәй Юшатыр йылғаһы йырлай - йырлай аға ине. Шулай һәр ваҡыт милләттәштәребеҙ менән «Дуҫлыҡ күперҙәрен» нығытайыҡ, телебеҙҙе яратайыҡ, үҫтерәйек һәм һаҡлайыҡ!
башҡорт теле һәм әҙәбиәте