Все новости
Бергә ҡалайыҡ
20 Января 2020, 20:40

ФОЛЬКЛОРИАДАҒА 80-ДӘН АШЫУ ИЛ ВӘКИЛДӘРЕ КИЛӘ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров VI Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек буйынса эшлекле һөйләшеү үткәрҙе. Был ҙур сара Башҡортостанда 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем уҙасаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров VI Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек буйынса эшлекле һөйләшеү үткәрҙе. Был ҙур сара Башҡортостанда 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем уҙасаҡ.
- Рәсәй тәүге тапҡыр Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә. Ҡайһы берҙә уны мәҙәни Олимпиада тип тә атайҙар. Уның барышында республикабыҙға 80-дән ашыу илдән өс меңдән артыҡ артист киләсәк. Байрам республика ҡала һәм райондарының 72 майҙансығында барасаҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы ижади әүҙемселәр, ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ майҙандарҙы әҙерләү, хәстәрләү, йәшәү урындарын тәртипкә килтереү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү эштәрен йөкмәтте.
Фольклориадаға әҙерлек барышы тураһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров һөйләне. Уның әйтеүенсә, сараға әҙерлек 2015 йылдан башланған. 2017 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин был хаҡтағы тәғәйен Указаға ҡул ҡуйғайны, эш төркөмдәре билдәләнгәйне. Республиканың район һәм ҡалалары һәр береһе үҙ төбәгендә Фольклориаданы ойоштороу буйынса юл карталарын әҙерләй.
Был ҙур сара “Өфө-Арена”ла асыласаҡ. Унда Рәсәйҙең иң көслө фольклор коллективтарының, шул иҫәптән М. Пятницкий исемендәге дәүләт академия урыҫ халыҡ хороның сығыш яһауы көтөлә. Фольклориаданы ябыу тантанаһы “Ватан” этнопаркында буласаҡ.
Беренсе Фольклориада 1996 йылда Нидерландта үткән, унда 51 ил ҡатнашҡан. Был сара 2000 йылда – Японияла, 2004 йылда – Венгрияла, унан һуң Көньяҡ Кореяла һәм Мексикала уҙғарылған. 2020 йылда беҙҙә уҙасаҡ сарала халыҡ һәм коллективтар һаны буйынса рекорд ҡуйылыуы ла бар.
Читайте нас в