Все новости
Бергә ҡалайыҡ
16 Февраля 2020, 16:00

Әл дә һин бар әле, “Юшатыр”

Йәшниктән “Юшатыр” гәзитен алып кереп уҡыным да әйтеп ҡуйҙым: әл дә һин бар, “Юшатыр”. Сөнки беҙ ҙә һеҙ яҙған темаларға ауаздаш булып йәшәйбеҙ.

Йәшниктән “Юшатыр” гәзитен алып кереп уҡыным да әйтеп ҡуйҙым: әл дә һин бар, “Юшатыр”. Сөнки беҙ ҙә һеҙ яҙған темаларға ауаздаш булып йәшәйбеҙ. Шөкөр итеп йәшәрлек урыныбыҙ ҙа бар, юҡ түгел, Аллаға рәхмәт. Шул уҡ ваҡытта зарланырлыҡ та еребеҙ бар. Әлеге лә баяғы юл аҙабы. Балнисҡа барып булмай. Автобус йөрөмәй. Инде машина белешеп барайым тиһәң, буран сыға ла китә, юлды баҫа. Әл дә үҙебеҙҙең телебеҙҙә сыҡҡан гәзит – “Юшатыр”ыбыҙ бар. Һеҙҙе уҡып йыуанабыҙ-ҡыуанабыҙ. Ҡайғыраһы ерендә ҡайғырабыҙ. Гәзиттең исеменә ҡағылышлы бер йыр ҙа яҙғым килә. Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында йәшәүсе әнәйем яҙҙырғайны. Бына ул йыр:
Яҙ булғандарын шунан бел:
Юшатыр һыуы ташыр.
Беҙ һағынғанды шунан бел:
Уң күҙ ҡабағың тартыр.
Зилә Түләгәнова,
Яманһары ауылы
Был хатты алғас, беҙ яуап эҙләп, Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова менән район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисовҡа сыҡтыҡ.
- Яманһарыла 200-ҙән кәмерәк кеше йәшәй. Бер ваҡыт, ауылға, шәхси эшҡыуар Әйүповтың газеле йөрөп ҡараны. Туҡталышта ни бары 1-2 генә кеше баҫып тора торғайны. Газель килгән саҡта ла халыҡтың еңел машинаға ултырып киткәндәрен күргән булды. Аҙаҡ, кеше йөрөмәү сәбәпле, был маршрут туҡтатылды.
Әлеге мәлдә Яманһарыға маршрут йөрөйәсәкме, юҡмы икәнлеген белмәйем, - ти Нурия Нуриман ҡыҙы.
- Яманһарыға автобус йөрөтөү буйынса ошо көндәрҙә заявка бирелде, аҙаҡ аукцион үтәсәк. Ике ай тирәһе сама ваҡыт үткәс яманһарыларға маршрут йөрөй башлаясаҡ, - ти Тимур Насибулла улы.
Читайте нас: