Все новости
Бергә ҡалайыҡ
6 Марта 2021, 13:32

Барыһы ла һәүетемсә бара

Беҙҙән йыш ҡына "Ауылда сход булды, ниңә килмәнегеҙ" тип һорайҙар. Әллә. Элек һәр береһендә була инек, әллә ҡартайыла, хәҙер өлгөрөп булмай, йыйылыш-саралар ҙа үтә күбәйеп китте, береһенән сығып өлгөрмәйһең, икенсеһенә кереп китәһең.

Яҡшымбәттә лә булды сход. Дөрөҫө, булған - бара алманыҡ бит. Шулай ҙа нимә тураһында һүҙ булғаны, күрәҙәсе булмаһаҡ та, билдәле. Бар илде нимә борсой, яҡшымбәттәрҙе лә шул борсой. Айырып ҡына "Бына был Яҡшымбәттең генә проблемаһы" тип әйтеүе ауыр. Ауыл башлығы Юнир Сынбулатов йылға йомғаҡ яһаған (төп тема - коронавирус, шөкөр, имен-аман йырып сыҡтылар, барыһы ла бер булып, ярҙам итешеп йәшәнеләр). Район башлығы телмәре лә булған, Юлай Талха улы һүҙҙе киңерәк алған - район масштабында ла ҡайғырыр ере лә, шатланыр ере етерлек.
Һәр сходты биҙәп торған ниндәйҙер мәле була, был ваҡытта барлыҡ ығы-зығы, тормош мәшәҡәттәре онотола. Әле лә шулай булған: Гөлшат Хәйбуллинаны ҡотлағандар. Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙы ауылдың тотҡаһы тиергә лә була - унһыҙ ауылда бер нимә лә шылт итмәй.
Сходта булмаһаҡ та, бына ошондайыраҡ бәйән. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла насар түгел, һәйбәт яҡтары күберәк, артабан да юғалтыуҙарға түгел, табыштарға ғына юлығып йәшәргә булһын.
Читайте нас: