Ә алда нимә? Көтөү. Малдарҙы иркенгә сығарыу. Малҡайҙарҙың да йәне бар, улар ҙа сәхрәне, йәш үләнде һағынған. Ҡыш буйы көттөләр был көндө. Быйыл көтөүсе буламы юҡмы, булһа кем була, булмаһа, сиратлап ғәҙел генә көтәйек - ошолар тураһында һөйләшкәндәр.