Бер генә күҙәтеү - быйылғы ҡыш-яҙ башында ғына беҙҙе алдырған бер нисә кеше мәңгелеккә күҙен йомдо. Урындары ожмахта булһын, ә бит улар урынына яңы уҡыусы килмәй. Шуныһы хәүефләндерә. Нисек тә ҡыбырлаған булып, гәзиттең йөкмәткеһен яҡшыраҡ итергә тырышҡан баш, уҡығаны баһа бирә, әммә күпме тызаңлама, ауылда кеше кәмей икән, хет ултырып ила, фәтеүә булмаясаҡ. Был таяҡтың бер яғы. Уның күренмәгән икенсе яғы бар. Көсләп яҙҙырыу. Ҡыҙғаныс, был алымдың файҙаһы беҙгә бик юҡ, разнарядканы кемгә генә күрһәтеп ҡараманыҡ, ғәҙеллек ҡайҙа тип, зыянынан башҡа, файҙаһы булманы. Аҡса бүлеү. Хакимиәттәр гәзиттәргә аҡса бүлә (гәзит аша халыҡты власть байрамдар менән ҡотлай, мәҫәлән), ҡалала рус гәзите бер нисә йөҙ мең һум ала, ә башҡорт гәзитенә - ноль (Бына һиңә Башҡортостан, бына һиңә дәүләт теле. Уның ҡарауы, милли байрамдар шәп үтә, йырлайбыҙ ҙа бейебеҙ, кәнфиттең тышы ныҡ матур). Был турала әйтеп, шаҡымаған ишек ҡалманы - һөҙөмтәһе лә ноль.
Һүҙ ыңғайына әйтелгәне был. Ауыҙ эсең ҡан булма ла төкөрмә тиҙәр, бәлки, ҡай саҡ аҙ ғына төкөрөнөп алғанда ла килешер ине.
Нисек кенә ҡыҙыҡ яңғырамаһын, беҙ Хәбиров һүҙҙәрен электән әйтәбеҙ: Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ. Нимә генә булмаһын - беҙ, барыбер, яҡшыраҡ булдырабыҙ тип йәшәп ятыш.
Булдырғанда, шулай ҙа, бер үҙең әллә ни эш ҡыйрата алмайһың, бергә булдырайыҡ. Эйе, аҙаябыҙ, тик сифатыбыҙ яҡшыра тип әйтәйек, һан менән алдырып булмаһа ни, башҡаһы менән алдырайыҡ, мәҫәлән, берҙәмлек менән. Киләһе ярты йылда ла бөтәһенән яҡшыраҡ булырға - эшләргә һәм йәшәргә - яҙһын.