РПЛИ-ға килгән, ҡапыл күңелде шатлыҡ алды, әллә ҡайтҡанмы? Үҙ эше оҫтаһы булғандар ерҙә аунап ятмай, кадрҙар менән ҡытлыҡ, ҡайтһа, шәп булыр ине. Юҡһа, нисек китте: береһен ҡуялар, икенсеһен алалар, Крылов басняһындағы кеүек килеп сыға ла ҡуя: урындар алмашына, ә йыр барыбер көйһөҙ сыға. Ҡайтмаған. Мәғариф министрлығынан вәкил булып килгән (Лира Рафаил ҡыҙы министрлыҡта дөйөм белеү биреү сфераһындағы дәүләт сәйәсәте бүлеге мөдире вазифаһын биләй), РПЛИ-ға куратор икән.