Бергә ҡалайыҡ
28 Мая 2021, 07:55

Эш кәүҙәлә түгел

Тәүҙә эшкә килгәнендә, уға нисектер күңел ятманы. Береһенең танышылыр, йылы урын тип, юрамал килтереп ҡуйғандарҙыр.. Был ни, иҫәпкә бар, һанға юҡ ултырыр, Күмертауҙан бит, районға эшкә юҡтан ғына килтермәгәндәрҙер, йүнле специалист булһа, тегендә лә эш табыр ине.... Фамилияһы ла Фролова, Күмертау мэреның берәй туғанылар... Кәүҙәгә лә сибек кенә. Тауышы ла бик көслө түгел. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге лә ул, бында ут һымаҡ булырға кәрәк - оҙаҡҡа бармаҫ.

Тәүҙә эшкә килгәнендә, уға нисектер күңел ятманы. Береһенең танышылыр, йылы урын тип, юрамал килтереп ҡуйғандарҙыр.. Был ни, иҫәпкә бар, һанға юҡ ултырыр, Күмертауҙан бит, районға эшкә юҡтан ғына килтермәгәндәрҙер, йүнле специалист булһа, тегендә лә эш табыр ине....Кәүҙәгә лә сибек кенә. Тауышы ла бик көслө түгел. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге лә ул, бында ут һымаҡ булырға кәрәк - оҙаҡҡа бармаҫ.
Бергә эшләй торғас, төптө яңғылышҡанды аңланыҡ. Эш кәүҙәлә түгел икән. Бәләкәй генә булһа ла, ҙур эштәргә көсө етте уның, нимәһе менән йәнгә яҡын булды: ул һәр саҡ үҙе булып ҡала белде. Мин-минлектең әҫәре лә юҡ (әйткәндәй, Күмертау башлығына бер туғанлығы юҡ). Ябай. Ҡала кешеһе тигәнбеҙ ҙә яңғылыш булған, Павловка ауылы ҡыҙы ул. Елена Фролова. Беҙ уға хатта, ағас телләнеп, Фрося тип исем атаныҡ. Нимә тип әйтте, кем әйтте - Фрося әйтте. "Приходите завтра" фильмы героиняһы Бурлакова кеүек тамаҡ ярмаһа ни, ныҡышмаллығы Фросяныҡынан ҡалышмай. Яратып әйттек был ҡушаматты. Елена Дмитриевна, шулай итеп, үҙ кешегә әйләнде. Бөгөн ул район хакимиәтендә аҙаҡҡы көн эшләй. Күңелһеҙ булып китте. Елена әллә ҡайҙа китеп бармай, Күмертауға кире ҡайта, шулай ҙа...
Уңыштар һеҙгә, Елена Дмитриевна, бергә эшләгәндәге күңелле моменттар, көсөргәнешле мәлдәр өсөн дә рәхмәт.
Читайте нас