Юшатыр
+17 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Бергә ҡалайыҡ
3 Июня 2021, 06:34
Бөтөн күңел
Хәҙер кемде осратма, кем менән әңгәмә ҡорма, хәбәр мотлаҡ мыжыуға тоташа: тормош йүнле түгел, урлайҙар, элек нисек шәп ине, фәлән дә төгән дә фәсмәтән.Зәк-Ишмәт ауылынан Рәхимов Мәхмүт Зәкәриә улы, беҙҙең бүләкте отҡас, ауылдан, йыбанмай, килеп еткән. Янында ике ҡыҙы бар, ҡатыны Сәриә Сафа ҡыҙы тышта, машинала, ултырып торам тип, кермәгән. Мәхмүт абзыйҙан хәлдәрҙе белешкәс, рәхәтләндереп, донъяны маҡтай башланы.
Хәҙер кемде осратма, кем менән әңгәмә ҡорма, хәбәр мотлаҡ мыжыуға тоташа: тормош йүнле түгел, урлайҙар, элек нисек шәп ине, фәлән дә төгән дә фәсмәтән.
Зәк-Ишмәт ауылынан Рәхимов Мәхмүт Зәкәриә улы, беҙҙең бүләкте отҡас, ауылдан, йыбанмай, килеп еткән. Янында ике ҡыҙы бар, ҡатыны Сәриә Сафа ҡыҙы тышта, машинала, ултырып торам тип, кермәгән. Мәхмүт абзыйҙан хәлдәрҙе белешкәс, рәхәтләндереп, донъяны маҡтай башланы.
- Зәк, Аллаға шөкөр, сәскә ата. ФАП булды, бензоколонка бар, клуб эшләй, бөтәһе лә эшләй. Фермерыбыҙ Әнүәр Усмановты ҡарағыҙ, ай-һай, аҫыл егет, күпме баш мал тота, күпме кешегә эш бирҙе, ауылға ярҙам итә. Ауылыбыҙ матур, йәшә лә йәшә генә.
Рәхимовтар ғаиләһе 5 бала үҫтергән - 3 ҡыҙ, 2 малай. Абзый ҙа апай ҙа совхозда эшләгән. Пенсияға әллә ҡасан сыҡһалар ҙа, уларға күп йәш бирерлек түгел, ни өсөн, мыжымай, тормоштоң йәмле яғын ғына күреп йәшәгәнгәлер, моғайын. Күңелдәре бөтөн.
Абзыйҙың кәйефе беҙгә лә күсте, күңелле булып китте. Күңелегеҙ бөтөн, донъяғыҙ теүәл, артабан да оҙаҡ йылдар ошондай яҡшы кәйеф менән йәшәргә яҙһын. Ҡотлайбыҙ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"