Бергә ҡалайыҡ
4 Июня 2021, 08:03

Шайтан хөсөтө

"Раббыбыҙ ҡушҡан әмерҙәрҙе үтәгәндә теге йәки был аңлашылмаусанлыҡтарҙың килеп сығыуының сәбәбе Ожмахтан таш бәреп ҡыуылған мәлғүн шайтанға барып тоташа. Сөнки уның төп маҡсаты – Аллаһ Тәғәләнең ҡолдарын юлдан яҙҙырыу, уларға Ожмахҡа юл ябыу. Ул шулай итеп хәҡиҡәткә ҡаршы көрәшә, әҙәм балалары алдында шәриғәт ҡанундарын сит, кәрәкһеҙ бер нәмә итеп күрһәтә".

"Юлсы" кафеһына намаҙ бүлмәһен асырға тип китеп барабыҙ. Арттан машинала Азат хәҙрәт менән Айнур Ҡәҙимов килә. Көҙгөнән ҡарай-ҡарай барабыҙ тегеләрҙе, бер заман күҙҙән юғалдылар ҙа ҡуйҙылар. Ярар, алдараҡ бара торайыҡ. Барып еттек, туҡтаныҡ. Былар һаман юҡ. Кешене белеп бөтөп буламы, юлда улай-былай хәжәттәре килеп сыҡҡандыр. Бер заман шылтыраталар: килегеҙ, бәләгә тарыныҡ. Кире китте. Юлда барғанда башта мең төрлө уй, нимә булды тип һорау юҡ, аң-тоң белмәй, тот та сап бит инде. Барып етһәк, диндарҙарҙың тәгәрмәсе тишелгән. Яндарында Азамат Туйгилдин да бар. Домкраттары юҡ икән. Уны сығарып, күмәкләп, бер тәгәрмәскә йәбештек. Эш етди, бер тишек тәгәрмәс арҡаһында намаҙ йорто асылмай ҡалыуы бар. Домкраты булмаһа ла, запас тәгәрмәс әл дә бар, эште тиҙ бөттөк. Намаҙ бүлмәһе асылды.
Шайтан юлдан яҙҙырырғамы, уны быуырғамы ниәт итте ахры. Был хөсөтө килеп сыҡманы яуыздың. Бер-береңә теләктәш, берҙәм булһаң, хатта шайтан да көсһөҙ икән.
Читайте нас